“Ирек” агитбригадаһы – Ҡырмыҫҡалыла03.08.2016
Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатовтың арабыҙҙан китеүенә ҡырҡ көн тигәндә, уның тыуған ауылына барып, ауылдаштары, урындағы хакимиәт етәкселеге менән күрешергә насип булғайны. Тап шунда яралды ла инде Хәтер кисәһен дә Абдуллала уҙғарырға кәрәк тигән ниәт. Популяр йырсы, мөнәжәтсе Радик Динәхмәтов менән тиҙ арала ижади состав туплап, Ҡырмыҫҡалы районына сығып та киттек. Уның “Элегерәк агитбригадалар менән райондарға сыға торайныҡ. Беҙҙең төркөмдөң исеме, әйҙә, “Ирек” булһын!” тигән фекере менән барыбыҙ ҙа килештек. Киң мәғәнәле исем беҙҙе, берҙән, Ирек Кинйәбулатов ижадына, шәхесенә бәйләһә, икенсенән, ҡайһы ижад кешеһе рухи азатлыҡҡа, ирекле ҡош булырға ынтылмай икән?!


Башта шағирҙың ҡәбере эргәһендә доға ҡылғандан һуң хәтирәләрен уртаҡлашырға килгән ҡәләмдәштәре, замандаштары менән осрашыу ниәтенән йыйылған ауыл халҡы янына клубҡа йүнәлдек.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевты Ирек Лотфый улы менән бер заманда ижад итеү генә түгел, бер осорҙа ҡулға ҡәләм алып, матбуғат биттәрендә сығыш яһай башлау ҙа бәйләй. Ҡәләмдәше хаҡында ул сәғәттәр буйы һөйләй, һуңғы көндәренә тиклем уның көр кәйефле булып йәшәүе тураһында бәйән итә алыр ине. Киләсәктә Ирек Кинйәбулатов хаҡында иҫтәлектәр китабы ла тупланыр, моғайын.
Ҡәҙим ағай фекерҙәше менән даими аралашып, ижади пландар хаҡында уртаҡлашыуҙарын да әйтте. “Ирек Кинйәбулатовтың 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған “Бородино” поэмаһын “Башҡортостан” гәзите тотош бер бит итеп баҫып сығарғайны. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисовтың һуңғы мәҡәләһе тап ошо әҫәргә бәйле, башҡорт халҡының асылы, Ирек Лотфый улының ижади ҡомары тураһында ине. Ана шулай һәр саҡ заман заңын тойоп, тарихи үткәндәргә таянып, киләсәкте яҡты буяуҙарҙа күреү ниәте менән янды шағир”, – тине ул, сығышын тамамлап, һәм дуҫына бағышлап шиғырҙар уҡыны.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров шағир менән йылдар дауамында аралашыуҙарын, бер-береһенә “ҡусты” һәм “ағай” тип өндәшеүҙәрен хәтерләп, залдағыларҙы көлдөрөп тә алды. Айырма бары шунда ғына: өлкәне кесеһенә “ағай” тиһә, кесеһе өлкәнен “ҡустым” тип йөрөткән. Бар ине шул Ирек Лотфый улының уның шундай кеселеклелеге: беҙҙең редакцияға эшкә килгән йәш кенә егеттәргә лә ул шулай тип өндәште. Ә бит улар уның ейәненән дә йәшерәк. Ана шул рәүешле ул кешеләрҙең күңеленә юл һала белде, ихлас аралашты.
Илдар Ғүмәров шағирҙың шиғырҙарын уҡып, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып, залдағыларҙы илатты. Яҡты һағыш менән сорналған күңелдәргә күп кәрәкме ни: Абдулла халҡы артисҡа ла оло рәхмәтен еткерҙе!
Шағирә Зөлфиә Ханнанова Ирек Кинйәбулатовты бала сағынан яҡшы белә, сөнки ул – әҙибәнең тыуған ауылы Иҫке Хәлил кейәүе. Ата-әсәләренең матур итеп аралашыуҙары, аҙаҡ әҙәби майҙандарҙа осрашыуҙар ваҡытында яҡты мөнәсәбәт һаҡлауы хаҡында һағынып иҫкә алды ул. “Ете ҡыҙ” эргәһендәге шиғри байрам идеяһы ла тәүгеләрҙән булып һәйкәлгә шиғыр бағышлаған Ирек Лотфый улының күңелендә яралған. Шуныһы ғына үкенесле: шағир унда шиғырын үҙе иҫән саҡта уҡый алмай ҡалды. Зөлфиә Ханнанова әҙиптең замандаштарына иғтибарлы, итәғәтле булыуын да билдәләп үтте: “Сәнғәт әһелдәренә, билдәле шәхестәргә, ауылдаштарына бағышлап шиғырҙар яҙған башҡа яҙыусыны белмәйем. Бының менән ул күпме кешенең күңелен күтәрҙе, ижади портретен тыуҙырҙы”. Тамашасылар Зөлфиәнең сығышын, бағышлауҙарын күҙ йәштәре аша ҡабул итте.
Радик Динәхмәтовтың моңло тауышы залда­ғыларҙы дәртләндереп ебәрҙе, уға ҡушылып йырланылар, бүләккә мөнәжәттәр йыйынтығы алдылар. Радиктың сығышын шағирҙың ауылдаштары ҡайнар алҡыштарға күмде.
Матбуғат йортонда эшләгән һәр кемгә шағирҙың йөҙө яҡшы таныш булған кеүек, Ирек ағайҙың яҡты сырайы миңә лә үҙ ине. Әле һаман өйрәнеп бөтөп булмай уның арабыҙҙан китеүенә. Кеше асылы шундай бит инде: әжәл эргәлә генә йөрөһә лә, уның бәндәләрҙе яныбыҙҙан Мәңгелеккә алып китеүен аҡыл ҡабул итһә лә, йөрәк ышанырға теләмәй.
Башҡорт матбуғатын үҙе генә түгел, яҡындарына ла яҙҙырып уҡытҡан шағир бик күп зыялыларыбыҙға өлгө ине. Ул һуңғы һулышына тиклем сафта ҡалды. Даими баҫылып торған шиғырҙары, мәҡәләләре менән генә түгел, ә һәр әҙәби сарала ҡайнауы, халыҡ араһында булыуы менән. “Юлдаш” радиоһында уны йыш ҡына Башҡортостандың халыҡ шағиры тип әйтеп китәләр. Бының да берәй хикмәте барҙыр, сөнки был исем уға килешә ине. Ни хәл итәһең, иҫән сағында рәсми рәүештә был юғары исемде алып өлгөрмәһә лә, халыҡ араһында был мәртәбәһе менән танылғайны инде ул.
Иҫке Бәпес ауыл хакимиәте башлығы Фидария Абдуллина халыҡ менән аралашыуға килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтен әйтеп, әҙиптең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарырға ниәтләүҙәрен белдерҙе. Тыуған ауылы урамына уның исемен биреү, музейын булдырыу хаҡында ла уйлайҙар Абдуллала.
Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙ сиратында хушлашҡанда уҡ һәйкәл, музей асыу тураһында һүҙ бирҙе. Теләктәре тормошҡа ашһын!
Шағирҙың бер туғандары Әхәт ағай менән Рәйсә апай ҙа ҡунаҡтарҙың сығышынан риза булыуҙарын әйтте. Ә беҙҙе ҡайтыр юл буйына шағирҙың:
Әй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ,
Мин бит түгел ерҙә һеҙһеҙ,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ, –
тигән шиғыр юлдары оҙатып барҙы төҫлө.









Вернуться назад