"Урал батыр" маяҡ буласаҡ02.08.2016
Республикала “Замандаш” театр-фольклор экспедицияһы башланды. Заманса драматургия һәм режиссура үҙәгенең ижади командаһы Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондары буйлап сәфәр сыҡты.


Экспедиция барышында уның ағзалары, райондарҙың этнография үҙенсәлектәре менән танышып, заман­даштарының тормошон өйрә­нәсәк. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, фольклорсылар менән осрашыуҙар, музейҙарға һәм иҫтәлекле урындарға барыу күҙаллана. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, кешеләр менән аралашыу, йәғни “халыҡ араһына сығыу” “Замандаш” экспеди­цияһы­ның төп йүнәлешен тәшкил итәсәк. Ошо рәүешле драматургтар яңы пьесалары, сценарийҙары өсөн сюжеттар тупларға, заман геройҙарын билдәләргә ниәтләй.
— Экспедицияны ойоштороусылар сюжеттарҙы ниндәй ҙә булһа тематика менән сикләргә йыйынмай, жанрҙарҙың да музыкаль коме­дияларҙан, трагифарстан алып киҫкен социаль драмаларға, сәйәси сатираға тиклем төрлө булыуы ихтимал, — тине Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге етәксеһе Әлиә Яхина.
“Урал батыр” эпосы иһә текст авторҙары өсөн “маяҡ” булмаҡсы. Ошоға бәйле экспедиция Шүлгәнташ мәмерйәһенән башланып, Баймаҡ районында, Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсәндән эпосты яҙып алған ауылда тамамланасаҡ. Айрат Абушахманов етәкселегендәге режис­серлыҡ лабораторияһында күрһә­теләсәк спектакль проекттың йомғаҡлау сараһы буласаҡ тип күҙаллана. Лабораторияны быйыл ноябрҙә күрһәтеү планлаштырыла.
Драматургтарҙан тыш, проектта режиссер-педагог Рима Харисова һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары ҡатнаша.
“Замандаш” экспедицияһы Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге эшенең эксперименталь йүнәлешен дауам итә. Асыҡ майҙансыҡ театр юҫығында замандаштар араһында бәйләнеш булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, үҙәк 2016 йылда иң әһәмиәтле ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика Башлығының грантын алған.

Л. ИҪӘНҒОЛОВА.






Вернуться назад