Фани ғына был донъя...29.07.2016
Кешегә был донъяла ифрат күп кәрәк: күршенекенән ҙурыраҡ өй, елдереп йөрөр өсөн машина, ятып йоҡлар өсөн йомшаҡ түшәк, ултырып ашар өсөн заманса өҫтәл-ултырғыстар һәм башҡаһы... Ә донъя ҡуйғас, метр ярым ер етә... Уныһы ла ерҙең өҫтөндә түгел, аҫтында... Бүтәндәрҙең яҡшы һүҙ һөйләп, доға-аяттар бағышлап тороуы иһә тағы ла яҡшыраҡ.
Ер өҫтөндә саҡта байлыҡтың теләгәнен булдырырға мөмкин – хәләл аҡса менәнме, урлапмы, талапмы, алдапмы... Намыҫлы хеҙмәт, ҡул көсө менән генә үтә бай булып китеп булмай. Шөкөр итерлеге булһа, шул да еткән. Нәфсеңде шаштырмауың шарт. Шулай ҙа сосораҡ, битһеҙерәк, оятһыҙыраҡ булғанда әҙәм күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп йәшәргә була.
Ә бына кеше хәтерендә ҡалыу өсөн ул тиклем күп байлыҡтың булыуы ла шарт түгел. Ҡылған ябай ғына изгелек, яҡшылыҡ, ярҙам да етә. Ҡыҙыҡ был донъя – әҙәм балаһы донъя ҡуйған минутынан ғүмере буйы йыйған байлығына ла, күҙ ҡыҙҙырыр донъяһына ла үҙе хужа түгел, хатта ләхете алтын булһа ла...
Үткән йыл изге Ураҙа айында бер яҡын әхирәтем олатаһы рухына ҡорбан салдырҙы. Икенсе көнөнә әсәһенең төшөнә инеп, олатаһы рәхмәтен еткергән: “Рәхмәт ҡыҙыма, миңә байтаҡҡа етерлек ризыҡ булды”. Донъялыҡта ахирәт тураһында ла уйланырға, әруахтар хаҡында онотмаҫҡа ишара тип ҡабул иттем быны.
“Бер генә кеше лә туҡтамай үтмәне”
Минең тыуған көнөм йәй айында. Шуға был көндә, ғәҙәттә, туғандар менән тәбиғәткә сығабыҙ.
Ул йылды Бетерәнең Үҙәнгә ҡойған еренә юлландыҡ. Юлыбыҙ Бөрйән – Сибай йүнәлешендә. Машинаға ултырып, ризыҡты тейәп күңелле генә китеп барған саҡта аунап ятҡан машинаға тап булдыҡ. Елле генә итеп ағас тейәгән булған. Юл ситендә ике кеше ултыра. Үтә биреп туҡтаныҡ. “Беҙ байрам итергә китеп барабыҙ. Бәлки, был кешеләрҙең ашарына ла юҡтыр, бәлки, медицина ярҙамы кәрәктер” тип һөйләштек үҙ-ара, сөнки өлкән апайым ғүмере буйы хирургияла шәфҡәт туташы булып эшләй. Машинанан төшөп, тегеләрҙең хәлен һораштыҡ. “Ашарыбыҙға ла бар, шөкөр, медицина ярҙамы ла кәрәкмәй. Хәҙер ярҙам килеп етергә тейеш, хәбәр иткәнбеҙ’’, – тинеләр.
Аҙаҡ ишетеүебеҙсә, аптырап та, һоҡланып та ултырабыҙ, эргәнән бер генә машина ла туҡтамай үтмәне, беҙҙә үлем сигендә ятҡан кеше эргәһенә лә яҡын бармайҙар ул, тигән был Ырымбур яғынан килгән юлсылар. Райондаштарым өсөн ифрат ҡыуандым. Күңел таҙалығы, ярҙамсыллыҡ тигән нәмәнең онотолоп бөтмәүе өсөн шатландым. Артабан да юғалтмаһаҡ ине ошо сифатыбыҙҙы...