Әҙиптәр донъяһындағы әкәмәттәр16.03.2012
“Әлләсе...”

Таңатар Мөхтәрович — талантлы әҙип. Уны беләләр, хөрмәт итәләр. Көлкөлө әҫәрҙәрен халыҡ йотлоғоп уҡый. Сәхнәнән исемен әйтеп өлгөрмәҫтән үк геүләтеп ҡул сабырға, һыҙғырырға, аяҡ тыпырҙатырға тотоналар. Ә шиғырҙарын уҡый башлаһа, хатта эстәрен тырнап көләләр. Шуға ла яҙыусыларҙың ҡайһылыр съезында бер секцияға рәйес һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, һис уйлап тормай, уның исемен әйтәләр.
— Унан да ҡулай кандидатура юҡ. Булһын, булһын!
— Шулай шул!
— Әҙәбиәткә, сатираға яңы килгән йәштәргә ярҙам итер.
— Бик хуп, бик хуп!
Был эшкә апаруҡ йылдар етәкселек итте ул. Бер мәл яңы ғына тәүге китабын ҡулына алған йәш яҙыусы әҙипте урамда тап итә.
— Һаумыһығыҙ, Таңатар ағай!
— Иҫәнлек әле, ҡустым!
Билдәле инде, йәш яҙыусы остазынан тегенеһен һораша, быныһы менән ҡыҙыҡһына. Ахырҙа:
— Ағай, былтыр һеҙҙең секция буйынса нисә китап сыҡты ул? — тип һорай.
Әҙип ауыҙын матур ғына йәйеп, күҙҙәрен ҡыҫа бирә:
— Әлләсе.
— Ә бына секцияға китабын тикшертеүгә килеүселәр нисегерәк?
— Нисек инде нисегерәк?
— Бармы, күптәрме тиеүем инде.
— Әлләсе.
— Йәштәрҙән кемдең ҡәләме өмөтлө күренә?
— Әлләсе.
Бер нисә минут һөйләшеп, һорауҙарына “әлләсе” яуабын алған йәш яҙыусы секция етәксеһе менән хушлаша ла, инде ҡуҙғалдым тигәндә, тегеһе һорап ҡуя:
— Ҡустым, ҡарап-ҡарап торам да сырамыта алмайым, һин кем булаһың әле?

“Күпмерәк ҡаралған?”

Ғилмановҡа алтмыш йәш тула. Әммә ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ ағай уны үткәреү хаҡында ыжлап та бирмәй. Ахыры түҙемлеге бөткән хеҙмәттәштәре уға:
— Ағай, тыуған көнөңдө билдәләп алыр инек, бүләгебеҙ күптән әҙер, — ти.
Ғилманов шыпырт ҡына профком рәйесенә саба:
— Ҡустым, юбилей өсөн сметаңда күпмерәк ҡаралған һуң?
Ҡупшы ғына сумманы ишеткәс, уның ауыҙы сабаталай йәйелә.
— Улай булғас, үткәреү стоит!

“Төкөрҙөм...”

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында була был хәл. Берәү шиғыр ҙа яҙғылай, хикәйәләре лә күренгеләй. Сираттағы секция ултырышында уның яҙмаларын тикшерәләр, кәңәш менән бергә тәнҡит һүҙҙәре лә әйтелә.
Күпмелер ваҡыт үтә. Уны ҡәләмдәше осрата ла:
— Ни хәл, дуҫ, яҙышып буламы, нимәләр ҡыйратаһың? — тип ижады менән ҡыҙыҡһына.
Теге ауыҙын киң итеп йыра ла ҡәнәғәт йөҙ менән:
— Төкөрҙөм мин ижадҡа, — тип ҡулын һелтәй. — Ҡатын һатыусы булып эшкә урынлашты.
В. АЙҘАРОВ.


Вернуться назад