Әмәлен тапты!16.03.2012
Әмәлен тапты!Әсәйҙең ҡуш шатлығылай,
Икәүләп тыуҙыҡ ергә.
Ҡәҙерлебеҙҙең наҙҙарын
Уртаҡлап бүлешергә.
Әммә беребеҙ үтә сос,
Ә мин иһә — яйыраҡ.
Ошо холҡом арҡаһында
Ҡалам гел туймайыраҡ.
Аптыранғас, шулай бер көн
Таптым бит, әй, әмәлен:
Мул һөтлө һыйырыбыҙҙың
Эләктерҙем әмәген!

Хәлиҙә БАЯЗИТОВА.
Әбйәлил районы,
Ташбулат ауылы.


Вернуться назад