Уның балалыҡ осоро, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан тыуған бик күптәрҙеке кеүек, ифрат ауыр була. Көтмәгәндә өйҙәренә ҙур ҡайғы килә: 1944 йылда ғаилә башлығы йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуя. Береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын, төҙөлөп бөтмәгән өйөн ҡалдырып... Алсаҡ, көләс йөҙлө Әниҙә бойоҡҡа әйләнә. Уның сабый йөрәге яҡын кешеһен юғалтыуҙы һис ҡабул итә алмай. Шул саҡ ҡыҙ киләсәктә табип булырға, кешеләрҙе дауаларға, үлемдән һаҡларға маҡсат ҡуя.
Атайһыҙ ҡалған ғаилә йәйен ҡыуышта көн күрә, ҡышты Сәрүәр исемле әбейҙең өйөндә үткәрәләр. Ике бала аслыҡтан үлә, иң кесеһен алыҫ туғандары тәрбиәгә ала. Ҡалғандарын Түбәнге Ҡыйғынан алты саҡрым алыҫлыҡтағы Оборона ауылында йәшәгән олаталары үҙенә һыйындыра. Күп йылдар уҙғас, Әниҙә Баһауетдинова шиғырҙарында ошо кескәй генә ауылға ҡарата сикһеҙ һөйөүен белдерә...
Йәш ҡыҙға Түбәнге Ҡыйғы мәктәбенә йөрөп белем алырға тура килә. Аслыҡҡа, ауырлыҡтарға түҙмәй, күптәр уҡыуҙы ташлай. Әниҙәне лә шундай уҡ яҙмыш көтә, сөнки уның мәктәпкә йөрөргә аяҡ кейеме булмай. Бәхеткә күрә, Майский ауылында ете йыллыҡ мәктәп асыла. Уҡытыусылар Гөлсөм һәм Ғәлләм Шәриповтар ҡыҙҙы үҙҙәренә алып, уҡыуын дауам итергә мөмкинлек бирә. Әниҙә әле лә Гөлсөм апай тегеп биргән тәүге борсаҡлы күлдәген хәтерләй. Һуңынан уға быйма, шәл бүләк итәләр.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң ҡыҙ Златоуст ҡалаһына китә, аҡсаһы юлына ғына етә. Балалар дауаханаһына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша ул. Ә киләһе йылына медицина училищеһындағы киске дәрестәргә яҙыла – хыялына тоғро ҡала. Ниһайәт, ул ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә, кешеләргә сәләмәтлек өләшә башлай. Йәнә биш йыл медицина институтында белем алғандан һуң юғары квалификациялы педиатр булып китә.
Һаулыҡ һаҡлау тармағында биш тиҫтә йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға Әниҙә Фәиз ҡыҙы. Әле Үрге Ҡыйғыла йәшәй, әҙәби ижадҡа ваҡыт табырға тырыша. Шиғырҙарында кешеләрҙе сәләмәт йәшәүгә, донъяны яратырға өндәй. 2002 йылда уның 30-ға яҡын шиғырҙан тупланған “Һаулыҡ теләйем халҡыма” тигән йыйынтығы донъя күрҙе. Шул рәүешле Әниҙә апай әле лә һаулыҡ һағында ҡала.
Шиғри күңелле табибәнең киләһе йыйынтығы “Ҡыйғым — тыуған яҡ” тип атала. Автор ҡәҙерле кешеләре – балалары, ейәндәре, туған-тыумасаһы, дуҫтары – хаҡында, йәнтөйәгенең гүзәллеге, халҡыбыҙҙың байрамдары, йолалары тураһында яҙған унда. Ижадында тормош һәм киләсәк хаҡында уйланыуҙар айырым урынды биләй.
Әниҙә Баһауетдинова гелән йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне һәм әле лә шулай. Егерме йыл буйы “Белем” йәмғиәтенең беренсел ойошмаһына етәкселек итте, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булды, ауыл Советына депутат итеп һайланды.
Әниҙә Фәиз ҡыҙы һәм Марат Ахун улы кеүек бәхетле атай-әсәйҙәр һирәк осрай. Ҡыҙҙары Ирида — журналист, дизайнер, Айрат — философия фәндәре кандидаты, әсәһе кеүек үк шиғри күңелле кеше, Айҙар — ветеринария фәндәре кандидаты, музыкаға ғашиҡ, баянда уйнай.
Тыуған ауылым
Иҫә йылы, наҙлы елдәр,
Туҡтауһыҙ моң ағыла...
Был гүзәллек – беҙҙең яҡта,
Минең тыуған ауылда!
Эй, ауылым, йылға-күлем,
Сәскәле болондарым,
Үҙәктәреңде өҙөрлөк
Һайрауы былбылдарҙың.
Эй гүзәл тыуған яғымды
Иркәләй таңдар еле,
Ҡырҙа үҫкән гөлдәре лә
Ярата тыуған ерҙе.
Йәшлегемдең һуҡмаҡтары –
Сәскәләр араһында.
Тыуған ауыл иҫтән сыҡмай,
Ҡайҙа ғына булһаң да.
Әниҙә БАҺАУЕТДИНОВА.