Шиғриәт айбарлылығы — шағир иманлылығы01.07.2016
Шиғриәт айбарлылығы — шағир иманлылығыМәҡәл инсаниәтселекте бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарырға Аллаһ алдында имтихан тотҡан Сәмреғош һымағыраҡ. Шул хозурлыҡ шәфәғәтлелеген иман иткән Хызыр Ильяс кеүек тә. Хоҙай юлсыһы Сәмреғош менән Хызыр Ильяс ҡайҙа, ҡасан, ҡайһы ерлектә, ниндәй илаһиәттә барлыҡҡа килгәнлекте самалау икеле булғандай, мәҡәлдең һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо сифатында яралғанлығын да асыҡлау ситен.

“Айбарлы ирҙәр бар са­ғында, баҙынмаҫ дошман илемә”, – ти башҡорт. Был халыҡ ижады ынйыһы. Халыҡ батшанан өҫтөн. Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә, сөнки ул Ил, Ватан, Кеше яҙмышы өсөн борсолоп йәшәй. Ә батша күберәк үҙ йәне, үҙ ҡаны, үҙ мәнфәғәте менән ҡуҡырая. Йософ Бала­сағуни әйтмешләй: “Аҙмы дәүләт-илдәр йәнтәслим итте; Үлмәҫ тойған батшалар бар ҙа китте” (“Ҡотодғу белек” (“Мөхәббәт” — С. П.) поэмаһы, XI быуат). “Батшаһы ниндәй — иле шундай” тигәне лә халыҡ ижады гәүһәре. Халыҡ уны киреһенсә лә әйтә: “Халҡы ниндәй — батшаһы шундай”. Тимәк, затһыҙ илдән заңлы батша сыҡмай. Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың “Бородино” тигән поэма-балладаһын уҡып сыҡҡас (“Башҡортостан”, 2012, 7 июнь), ошо хаҡта, әйткәндәй, ихлас күңелдән, мөкиббән уйланырға тура килде.
Бөгөнгө башҡорттар — донъя-ғаләм әһәмиәте булған “Урал батыр” поэмаһы ижад иткән ҡаһарман холоҡло ырыу, ҡәбилә, ҡәүемдәр тамырынан олонланған, шунан тимерҙәй ныҡ ботаҡтар ебәреп, баллы япраҡтар балҡытҡан халыҡ. “Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр” тигән әйтем дә бар. Алыҫ Көнсығышта чин (боронғо ҡытайҙар), һун (боронғо төр­киҙәр) ҡәбиләләре йәшәй. Икеһе лә — көслө зат. Уҫал үгеҙҙәрҙәй һөҙөшөү быуаттарға һуҙыла. Утлы алыш мөгөҙҙәре һынғас ҡына туҡтала. Солох төҙөлә. Дуҫлыҡ ҡаҙаны ҡайнай. “Ҡуй ите бешә. Абзан мәс булғансы эселә. Тик чин хәйләһе төлкөнөкө ише генә түгел икән. Төрлө шайтанлы ҡотҡо таратып, айырым ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән һундарҙы бер-береһенә яман күрһәтеп, уларҙы үҙ-ара һуғыштырыу маҡсатына өлгәшә чиндар. Һундар тарҡала. Уларҙың бер өлөшө беҙҙең эра баштарында Урал тауҙарының көньяҡ-көнсығыш урындарына, хәҙер беҙ йәшәгән ерҙәргә килеп етә. Тора-бара Иҙел (Волга) йылғаһының урта ағымы төбәктәренә барып яйлашалар.
Бына ни өсөн кәрәк айбарлы ирҙәр. Дуҫ битлеге кейгән дошман, ана, ни ҡылана. Ана ҡайҙа мәҡәл-әйтем тамыры. Ил — ир иңендә, тип тә әйтелә. Ир — ил иңендә, тигәне лә бар.
Поэзияға мөкиббән ғашиҡ, унан йәм, тәм табыусы шағирҙың “Бородино”һын ҡат-ҡат уҡыным. Быға тиклем Ғайса Хөсәйенов, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Нәжиб Асанбаев, Наил Ғәйетбай, Муса Ғәли һәм башҡа шағир, прозаик, драматург әҫәренең сән­ғәтсә эшләнеше, тел-стиль үҙенсәлеге тураһында фәнни хеҙмәттәр ҙә баҫтырғайным инде. Шуларҙан һуң “Бородино”ны яҙғанда ниндәй тел оҫталығы күрһәтә Ирек Кин­йәбулатов? Ҡыҫҡаса әйтһәк, матурлыҡтың ябайлыҡта икәнлеген аңлап яҙа шағир. Л. Толстой фекеренсә, уның сәсән халыҡ теле, шифалы диңгеҙ – бына шуны билдә­ләгәндә һүҙҙе мәҡәл-әйтем, фразеологик әйтем, ҡанатлы кәлимә менән башлауымдың сере асыҡлана булһа кәрәк. Ғайса Хөсәйенов “Ҡанлы етмеш биш” тигән романында батшаның баш күтәреүселәр дауылынан ҡурҡыуын ха­лыҡ­тағы “шыр ебәрә” тигән фраза менән мыҫҡыллаған ине. Урыҫтар алабарман тура­һында: “Мечта Наполеонская, голова как у пастуха”, – ти. Башҡортта: “Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ”. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Наполеон алйот та, алабарман да булып сыҡты. Ирек Кинйә­була­тов уның ысын йөҙөн башҡорт халҡының көлкөлө һүҙе “маташыу” менән аса: “Наполеон да аҡыл алмай Мәскәү тиеп һа­ташҡайны. Ваҡытлыса ғына бул­һын, Уны алып маташҡайны”.
1812 йылғы Ватан һуғы­шы­ның 200 йыллығын үткәргәндә Ирек Кинйәбула­товтың Бородино мәхшәре тураһында әҫәр яҙыуы – үҙе бер айбарлылыҡ! Мин был һүҙҙәрҙе 11 июлдә яҙам, ҡояш ҡыҙҙыра. Өфө ут эсендә ҡайнай һымаҡ. 1943 йылдың 11 июлендә Башҡорт­остандың Иглин районындағы Таутөмән, Покровка ауылдарында ойош­ҡан миномет полкын Курскиҙың утлы дуғаһына килтереп яйлаштыралар. Унда һауа эҫелеге бөгөнгө Өфөнөкө ише генә түгел ине. Тимер сыҙамаҫлыҡ. Ерҙә танктар ҡоторған үгеҙҙәй һөҙөшә. Күктә самолеттар ажғырып сүкешә. Күктә Сәмреғош та, ерҙә Хызыр Ильяс та тамуҡ утынан да яманыраҡ дөрләгән ошондағы һуғыш утында кешеләр яҙмы­шына әсе ут йотоп хафалан­ғандыр, моғайын.
Башҡортостандың соҡор эсендә боҫоп ултырған бер ҡараңғы, наҙан ауылдың ҡыштарын туң тиреҫ сабып, йәйен бесән сабып, яҙ, көҙ айҙарында һабан һөрөп үҫкән кәтүк буйлығы сандыр малай мин дә шунда инем. Беҙҙең полк урыҫса — “469-й отдельный минометный полк ставки Верховнокомандования”. Башта төҙөүсе инем, унан – расчет командиры. Һуғышта “Башҡорт полкы” тип йөрөтөлдөк. Туҡай әйтмешләй: “Беҙ һуғышта арыҫландан көслөбөҙ, Беҙ тыныста аттан артыҡ эшләйбеҙ”. Полк Курскиҙың утлы дуға­һында ла, Днепрҙы кискәндә лә, Көнбайыш Европа (Польша, Румыния, Чехословакия, Германия, Венгрия) илдәрендә һуғышҡанда ла айбарлы ҡаһарманлыҡ, тактик-стратегик оҫталыҡ күрһәтте. Һуғыш ял­ҡыны беҙҙең өсөн Герма­нияның Дрезден ҡалаһында 1945 йылдың 9 майында һүнде. Нәҡ бына әле Башҡортостанда булған эҫе көндәр кеүек ине Дрезден һауаһы. Былар “Бородино” әҫәрендә лә һүрәтләнә бит. Ихлас әйтәм, Ирек ғәли йәнәптәре поэмаһындағы “Дрезден” һүҙен күргәс, йөрәгем йәнә бер мәртәбә тетрәнде. Былай ти шағир:

Лейпцигта, Дрезденда ла бар
Батыр башҡорттарға һәйкәлдәр.
Тик Өфөлә генә һәйкәлдәр юҡ,
Елгә оса халыҡ әйткәндәр.


Дөрөҫ уйлайһың, Ирек! Һин, мин яратҡан Дрезден хаҡында йәнә шуны әйтке килә. Һуғыш бөтөп бара. Икенсе фронт (Америка, Англия) Дрездендың көнбайыш төбәген бомбаға тотоп емерҙе. Совет Армияһы үҙ өлөшөнә төшкән көмөшөн бер генә бомба менән дә бысратманы. Фашизмды хәрби техника менән генә түгел, аҡыл айбар­лылығы, рухи бөйөклөк менән дә еңдек.
Йөрәгемдә икенсе ҡара төйөр ҙә шашына. Курскиҙың утлы дуғаһынан дүрт процент ҡына фронтовик иҫән сыҡҡан­быҙ (был һан һуғыштан һуң иҫәпләнгән). Курск дуғаһында беҙҙең еңеү фашизмды тар-мар итеү ине. Кемдер роман яҙыр тип егерме йыл көттөм. Урыҫ яҙыусылары ниңә уйланмай был хаҡта? Ватан яҙмышы ҡыҙыҡһындыр­маймы? 72 йәштә үҙемә тотонорға тура килде. Романды “Яҙмыш ҡорбандары” тип атаным. Был күктәге Сәмреғош, ерҙәге Хызыр Ильяс шәфәғә­телер, бәлки.
Ундай шәфәғәтлелек “Бородино” әҫәрен­дә лә бар. Ундағы һуғыш картинаһында һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ тойғо сараһы сиратлаша. Сираттар ҡосағына патриотик тәрбиә, эстетик тәрбиә, хеҙмәт тәрбиәһе ын­йылары яйлаша. “Бородино” — киң ҡоласлы әҫәр. Унда үрҙә иҫкә алынған чин һәм һундар­ҙан башланған тарихи ваҡи­ғалар сағылдырыла. Башҡорт халҡы­ның героик көрәше кәү­ҙәлән­дерелә. Баланың заманға ярашып тыуыуы, яңы осор заңы елдәре менән ҡағылып-һуғылып үҫеүе, көрәш сылбыры ныҡ булған илдең ипле йәшәүе, дуҫлыҡ тойғоларының бөйөк­лөгө кеүек етди мәсьәләләр ҙә авторҙың фекер тәрәнлеген көмөшләндерә. Әйтәйек, тарихи ысынбарлыҡҡа таянып эш итһәк, “Айбарлы ирҙәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман илемә” тигән мәҡәлдең беҙҙең эра баштарында барлыҡҡа килеүе асыҡ­лана. Утлы һуғыш йылдарында бөтөн ауырлыҡты үҙ яурынына алған айбарлы ҡатын-ҡыҙҙар булманымы? Шуны уйлаптыр, әлбиттә, Ирек әфәнде “Бородино” утында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын да ҡайната. Бөйөк Ватан һуғы­шында төнгө осоусы Мәғүбә Сыртланова (Бәләбәй ҡыҙы), Ләйлә Санфирова (Өфө ҡыҙы) Советтар Союзы Геройы тигән айбарлы исемгә лайыҡ була. Айпалайым!
Австрияла миңә Ҡаһым түрә эҙҙәренән йөрөргә тура килде. Улар әле һаман ҡайнар, данлы, заңлы. Ул эҙҙәргә Ирек мине “Бородино”ла йәнә килтереп баҫтырҙы. Ҡаһым түрә ише башҡа тарихи шәхестәр ҙә бар әҫәрҙә. Башҡорт халҡының киң күңелле­леге, хозурлығы, ҡаһар­манлылыҡ сифаттары ергә бәйләнешле рәүештә лә асыҡ­лана. Был әҫәрҙе мәктәп программаһына индерергә ине. Уның тәрбиәүи әһәмиәте ҙур бит.

Бергә үткәрәбеҙ һинең ҡырҡыңды,
Һағынабыҙ Ай нурылай ҡылығыңды.
Һин ҡалдырҙың шиғри мираҫ фани затҡа,
Шуны тотоп беҙ ҙә барырбыҙ ожмахҡа!





Вернуться назад