Күптән инде, май айында алмалар сәскә атҡан саҡта, ауылдан дүрт егет Совет Армияһы сафына алынғайныҡ. Тоғро хеҙмәт итеп, бурысыбыҙҙы теүәл үтәп, ике йыл үткәндән һуң, дүртебеҙ ҙә иҫән-имен әйләнеп ҡайттыҡ.
Ҡайттыҡ та дүрт тарафҡа таралыштыҡ. Ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тигән уй ҙа торманы. Беребеҙ уҡырға институтҡа инде, икенсебеҙ уҡытырға мәктәпкә китте, өсөнсөбөҙ Өфөлә автобус йөрөтөргә, дүртенсебеҙ районға ҡайтып, элекке эшенә — “ГАЗ”ик руле артына ултырҙы. Шунан йыл самаһы үткәс, тыуған еребеҙҙә, йәштәр көнөндә яңынан осраштыҡ. Марс үҙе эшләгән “газ”икта ҡайтҡан ине. Шул машинала, үҙебеҙ менән гармун алып, дүрт егет сығып киттек. Әйткәндәй, Раян гармунын һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. Бик матур уйнай ҙа ине. Факил да, мин дә быға әүәҫ булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең заманда гармун уйнамаған, армияға бармаған егет егет түгел тип һаналды. Шулай дүртәүләп Инйәр буйында ултырғанда, минең башҡа дыуамал бер фекер килде. “Машина ла, гармун да бар. Әйҙәгеҙ, егеттәр, күрше ауылға, элеккесә Көмәрле ҡыҙҙарын уйнатып-бейетеп ҡайтайыҡ”, — тинем. Бер аҙ ҡыҙмаса егеттәргә тәҡдим оҡшаны. Дүртәүләшеп машинаға тейәлеп, гармун уйнап, “Хуш, ауылым”ды йырлап, күрше ауылға киттек. Ә барғанда бормалы-бормалы Таштоба тауын үтергә кәрәк. Унда атлы арбалы, саналылар ҙа тәгәрәй. Тауға барып еткәс, Марс, тиҙлекте алыштырып, “Ҡурҡма, Маруся”, — тине лә газға баҫты. Машина алға ынтылды. Әммә менеп еттек кенә тигәндә, һуңғы боролошта машина, борола алмай, туп-тура китте...
...Беҙ йомшаҡ ҡына итеп, бер ергә килеп яттыҡ шикелле. Бер ни ҙә аңламайбыҙ. Нимә булды был, ни эшләп беҙҙең арттарыбыҙ өҫтә, ә баштарыбыҙ аҫта?! Өҫтөбөҙгә әллә нимә ҡойола, нимәлер аға башланы. Шул ваҡыт беҙҙең шофер: “Малайҙар, һеҙ иҫәнме?” — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тәҙрә быялалары асыҡ булғанлыҡтан, йәһәт кенә тышҡа сыҡтыҡ. Гармунға ла бер ни булмаған. Машина ла имен, тик дүрт тәгәрмәсен өҫкә күтәреп салҡан ята.
Ҡурғы (тәрән соҡор) буйындағы кәкре ағастар уға артабан тәгәрәргә ирек бирмәй, беҙҙе сәңгелдәктәге кеүек кенә тотоп алып ҡалған. Күрше ауыл ҡыҙҙарын ҡыуандыра алмаһаҡ та, иҫән-имен ҡалыуыбыҙға ифрат шатландыҡ. Тик бына машинаны нисек тәгәрмәстәренә ултыртырға ла был шырлыҡтан ҡалай итеп алып сығырға?
Йәйге төн ҡыҫҡа — таң да беленә башланы. Машинаны сығарыу үҙебеҙҙең ҡулдан килмәгәнде самалап, күрше ауылға тракторы булған таныш ағайға йүгерҙек. Уны уятып, хәлде һөйләп бирҙек. Шөкөр, ағайыбыҙ аңланы (уның да йәш саҡтары булған бит). Тракторы менән килеп, үҙ күҙҙәре менән күргәс, башын оҙаҡ ҡына сайҡап торҙо. “Ярай, үҙегеҙ иҫән-һау, шуныһы мөһим”, — тине. Беҙгә хәҙер үк балта, бысҡы, көрәк һәм дә йыуан ғына оҙон трос табырға ҡушты. Дүрт яҡҡа борсаҡ кеүек һибелеп, кәрәкле ҡоралдарҙы табып, яңынан йыйылдыҡ. Ағайыбыҙ тросты йыуан имән аша төшөрөп, тракторы менән тарттырып, машинаны тәгәрмәсенә ултыртты. Шунан ағастарҙы ботап, машинаны юлға тартып сығарҙы. “Тимер ат”ыбыҙҙың хатта көҙгөһө лә ватылмаған. Ҡотҡарыусыбыҙ рәхмәттәребеҙҙе алып эшенә китте, беҙ кире ауылға йүнәлдек. Ҡайтып еткәндә, халыҡ көтөү ҡыуа ине. Беҙҙе улар көлөшә-көлөшә “космонавтар” тип ҡаршы алды. Бына, исмаһам, ауыл халҡы! Төн уртаһында булған хәлде ҡайҙан белгәндәр ҙә кемдән ишеткәндәр?..
Баҡтиһәң, беҙҙең машинала тағы ике йәш егет булған икән. Ҡайҙа барғанды аңлап, тиҙ генә кузовҡа сумғандар, ә машина ауғанда һикереп төшөп ауылға шылғандар. Бына шуларҙың ата-әсәһе таратҡан да инде! Шунан һуң беҙҙе оҙаҡ ҡына “космонавтар” тип эләкләп йөрөттөләр.
Рауил ҒӘЛИН.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.