Бынау мәскәүҙәрҙе әйтәм, Хөкүмәт улар өсөн генә Рәсәй халҡы хыялланған коммунизмды төҙөп бирҙе. Бөтөн ил байлығы баш ҡалаға ағыла. Улар “ҡара” эш башҡармай ғына хеҙмәт хаҡын да сумырып ала, ә беҙгә, ябай рәсәйҙәргә, мөнйөлгән һөйәк ташлай. Халыҡтан таланған, урланған аҡса күп булғас ни, төрлө фирҡә ойоштороп, сыбар әләмдәр күтәреп аҙна һайын урамдарға сығалар, зәңгәр экрандарҙа төрлө кәмит күрһәтәләр. Быға тиклем Хөкүмәт менән бергә халыҡты талаған, бөгөн килеп, һимеҙ ҡалъянан ситләштерелгән бәғзе берәүҙәр, беҙгә өр-яңынан социализм төҙөп “бирә”, икенселәре онотолоп китеп: “Рәсәй тик урыҫтарға!” — тип ысҡындыра. Ә быныһы, имеш, төнгө Мәскәүҙең юл буйҙарына аҡса эшләргә сыҡҡан студент ҡыҙҙарҙы самолетына тейәп, Европаға белемен камиллаштырырға “Куршавель байҙары менән күрешә бел” тип аталған изге миссия менән алып барған икән.
Мәскәү ҡайнай, мәскәй гөрләй. Бетон менән көпләнгән Болотный һаҙлығында, тубыҡланған Поклонный майҙанында сыбар тулҡын сайҡала. Уларҙы тынысландырырға елгә триллион һум осороп исемен алмаштырған полиция хеҙмәткәрҙәре баҫҡан. Шул саҡ миңә Владимир Маяковскийҙың “Бөтөн һөнәр ҙә яҡшы, һайла күңелеңә оҡшағанын” тигән шиғыр юлдары хәтергә килә, сөнки майҙандағылар: “Даешь Газпром! Даешь банки! Олигарх булам!” — тип һөрәнләй. Эт һимерһә, эйәһен тешләй, тиҙәр. Ни сыҡһа, баш ҡаланан сыға шул. Ә үҙәк урамда, Кремлгә илткән юлда, дубинкаһын уйнатып Сергей Михалковтың яңыраҡ ҡына аттестация үткән “Степа ағай — полицай”ы тора.
Әхмәҙин ӘФТӘХ.