“Тиле йәшлек” танытҡайны, “Ҡорос” сыныҡтырҙы29.06.2016
 “Тиле йәшлек” танытҡайны, “Ҡорос” сыныҡтырҙыИлнур Лоҡманов. Был исем тамашасыларға берсә шаян, йор һүҙле, оҫта бейеүсе, берсә етди, ҡарашынан уҡ саялыҡ, ҡырыҫлыҡ бөркөлгән актер булараҡ билдәле. Йәнә икенселәр егетте йырсы итеп тә таный.

Уны башҡорт сәхнәһендә тәү тапҡыр күреп, һоҡланып, шәп артист буласаҡ, тигән уйға килгәнемде, йәнәшәлә ултырған апайҙың, ҡайһы яҡтан икән, тип ҡыҙыҡ­һынып, был егет уйнамай, ә йәшәй тип хуплағаны һаман да иҫтә.
2005 йылдың яҙы ине. Башҡорт дәүләт академия драма театрында билдәле драматург Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” тигән лирик комедияһы бара. Быға тиклем дә әллә нисәмә быуын тамашасыһы спектаклде ғәжәп яратып ҡараны. Был юлы тамашала уҡыу йортон башлыса кисә генә тамамлаған йәштәр уйнай. Зөлҡәрнәйҙе – Илнур Лоҡманов. Шаян, йор һүҙгә бай был образ халыҡ күңеленә бығаса та­нылған сәхнә оҫтаһы Фидан Ғафаров башҡарыуында инеп ҡалған.
Ул саҡта ла театрға халыҡ күп кил­гәйне. Ауыл тормошо, тиле йәшлектең ҡайнар һөйөүе, мөхәббәттән шашып иҫереү һәр кемгә, һәр быуын кешеһенә яҡын шул. Нимә генә тимә, беҙҙең халыҡ йыр-моң, юмор менән һуғарылған, тормошсан сәхнә әҫәрҙәрен яратып ҡарай.
Колхозға Һандуғас исемле ҡыҙ агроном булып эшкә килә. Ауылдағы өс дуҫтың йөрәгендә тынғылыҡ юғала. Егеттәр ҡыйғас ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө һылыу­ҡайға “үлеп” ғашиҡ була. Һан­дуғас сая, шаян Зөлҡәрнәйҙе (Илнур Лоҡманов), тыныс хо­лоҡло ергә ғашиҡ булған Хә­нифте лә яратҡан кеүек. Ә ысынында ҡыҙыҡай, елбәҙәк егет­тәрҙең күңелен иләҫләндереп, әҙерәк тәртипкә, тормошҡа етдиерәк ҡарарға өйрәтеү өсөн уларҙың башын әйләндерә.
Һүҙ юҡ: йәштәр шәп уйнай. Бына Зөлҡәрнәй – Илнур, баш аша ике-өс тапҡыр әйләнеп сығып, Һандуғастың алдына килеп ҡулын һорай. Зал гөрләтеп ҡул сабып ебәрҙе. Был йәш артисҡа тамашасыларҙың ҙур баһаһы ине. Спектакль тамам­ланғас та, халыҡ уларҙы ҡат-ҡат алҡышланы. Үкенескә ҡар­шы, Илнур театрҙа бер миҙгел генә эшләп өлгөрҙө. Килеп тыуған сетерекле хәл арҡаһында егет Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына күсте. Бында эшләүенә һис үкенмәй ул.
– Иң мөһиме – коллектив татыу, бер-береһенә ярҙамсыл, бер ғаилә булып бөткәнбеҙ. Шуға ижад итеүе лә, йәшәүе лә күңелле, – ти был хаҡта артист үҙе.
Үҙенең яртыһын да ошонда тапҡан. Бөгөн кәләше Ләйсән менән Зөлхизә исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Илнур зәңгәр күлдәре, һомғол ҡайын­дары менән күңелдәрҙе әсир иткән, таланттар бишеге булған Учалы районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫә. Сос, һә­ләтле малайҙы бәләкәйҙән төрлө концерттарҙа ҡатнашырға са­ҡыралар. Ә теремек бала оялып, инәлтеп тормай. Кәрәк икән, осҡон сығарып бейергә лә төшөп китә, йырлап та ебәрә. Күрше-тирәләренән, туғанда­рынан алып тороп, гармунда һыҙ­ҙы­рырға оҫтара, оҙаҡламай думбыра сиртергә өйрәнә.
Илнурҙың бәләкәйҙән йыр-моңға тартылыуына әсәһенең йоғонтоһо ҙур була. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын та­мамлаған Гөлшат апай оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй, улы йөрәгенә сән­ғәткә ҡарата мөхәббәт орлоҡ­тары сәсә. Концерттарҙа, төрлө кисәләрҙә уларҙың бергәләп сығыш яһауын халыҡ көтөп ала.
– Уҡытыусыларыма рәхмәтем ҙур. Уларҙың бәләкәй генә уңышымды ла ҙур күреп, хуплап, дәртләндереп тороуы миңә ҡанат ҡуйҙы, – ти Илнур, мәктәп йылдарын хәтерләп. – Рәсимә Аманова, Флүрә Исхаҡова сәнғәт нескәлектәренә юл асты, баш­ҡорт теле уҡытыусыһы Сәбилә Күсә­ева матур итеп шиғыр, мәҫәлдәр уҡырға өйрәтте.
Бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәй үҫһә лә, берәүҙең “артист – ҡатын-ҡыҙ һөнәре бит ул” тигән һүҙе үҫмерҙең күңелен ҡыя, маҡсатын үҙгәртергә мәжбүр итә. Шуға ла мәктәптән һуң Илнур Рәсәй Эске эштәр министр­лығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. Әммә хәрби уҡыу йортонда тынғылыҡ тапмай ул. Үҙенең яңылышҡанын аңла­ған егет, уҡырға инеү шарттарын белеп ҡайтайым да икенсе йыл килермен әле, тип сәнғәт институтына юл тота. Яҙмышмы, бәхетле осраҡмы, театр факультетына өҫтәмә студенттар ҡабул итәләр икән. Әлбиттә, артист бу­лырға теләүселәр күп, конкурс ҙур – бер урынға ун биш кеше дәғүә итә. Даланлы егет, бөтә һынауҙарҙы уңышлы биреп, уҡырға инә, иң күп балл уныҡы була.
Танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре Таңсул­пан Бабичева менән Азат Нәҙерғолов төркөмөндә дүрт йыл мөғжизәле театр нескәлектәренә төшөнә Илнур. Остаздары йәш­тәрҙең күңеленә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн ныҡыш­мал, тырыш булыу, бының өсөн үҙ һөнәреңде яратыу зарур­лығын һеңдерә. Шуға ла студент йылдарында ваҡытты бушҡа уҙ­ғармай егет, театрҙарҙа күмәк сәхнәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Хатта бер мәл Илнурҙың бейегәнен күреп, Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар.
Күңелле студент йылдары ла үтеп китә. Диплом спектакле менән ул уҡыған төркөм Шекспир­ҙың “Ромео менән Джульетта” трагедияһын сәхнә­ләштерҙе, унда буласаҡ артист Меркуционы башҡара. Был спектакль менән улар Ярославль ҡалаһында сәнғәт уҡыу йорттары студенттары араһында үткә­релгән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Унда өфөләр берҙән-бер милли төркөм була. Ысын сәнғәткә тылмас кәрәкмәй, йәш­тәр­ҙең, беҙҙе аңларҙармы, ҡабул итерҙәр­ме икән, тип борсолоуы юҡҡа була, егерменән ашыу уҡыу театры араһында Башҡортостан студенттары беренсе урынды ала.
– Шәп уйнанығыҙ, һеҙҙе һәр ым-хәрә­кә­тегеҙҙән нимә әйте­регеҙҙе аңлап ул­тырҙыҡ, – тип һоҡлана жюри комиссияһы.
Ә инде халыҡтың һөйөүен яулап өлгөргән Меркуцио-Илнурҙы төрлө яҡтарҙан килгән студенттар күккә сөйә.
...Хәҙер Илнур тиҫтә йылдан ашыу – Милли йәштәр театрында. Үҙ һөнәренә ғашиҡ артист был йылдарҙа бихисап образдар башҡарҙы, тамашасыларҙың күңелен имләне.
Театр, сәхнә... Тәжрибәле актер ошо серле илдә үҙе генә йәшәмәй, бихисап йәш дуҫ­тарына уның матурлығын аң­ларға, төрлө образдар донъя­һында йәшәргә өйрәтә. Мәҫәлән, 2009 йылда ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Ҡорос” фольклор-театр ансамблен ойош­торған. Бөгөн бында 30 студент шө­ғөл­ләнә. Быйыл Наил Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнә­ләштереп, тамашасыларҙы һоҡлан­дырҙылар. Уҡыу йортоноң тамаша залы шығырым тулы булды ул көндә. Комедияны ҡарарға студенттар, уҡытыу­сылар ғына түгел, Өфө­нөң башҡа тарафтарынан бүтән һөнәр кешеләре лә килгәйне. Мәстүрә әбей ролен башҡарған Әлиә Әбдрәшитова, Ләйсән (Гүзәлиә Миңле­баева), Нурания (Нәркәс Миңлебаева), Рита (Гөлназ Ғатауллина), Рәйлә (Гөлнур Хужәхмәтова), Әмир (Илһам Теүәлбаев), Әхтәм (Азамат Нурғәлин), Хәйбулла (Инсаф Хужабиргәнов) ысын артистарса килештереп уйнауы менән таң ҡалдырҙы.
Йәштәр каникул мәлендә райондарға сығып та үҙҙәренең маһирлығын күрһә­тергә өлгөрә. Күптән түгел Әбйәлил, Учалы районы ауылдарында ла тамашасылар уларҙы алҡыштарға күмде. Ошо көндәрҙә ансамблгә халыҡ исемен биреү­ҙәрен уларҙың хеҙмәтенә, талантына оло баһа булараҡ ҡабул итергә кәрәк.
– Буласаҡ тел белгестәре, уҡытыу­сылар өсөн был ан­самблдең файҙаһы ифрат ҙур, – ти Илнур. – Сөнки телмәр үҫтереү, өндәрҙе дөрөҫ, аныҡ итеп әйтеү, үҙеңде ышаныслы тотоу, аралашырға өйрәнеү йәһәтенән етди иғтибар бирелә. Тәү килгәндә һөйләшергә лә уңайһыҙ­ланған йәштәр асылып, ҡыйыуланып китә.
Бынан тыш, Илнур Ғәзиз Әл­мөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында, Өфөнөң 122-се баш­ҡорт мәктәбендә лә театр түңә­рәктәре ойоштороп, балаларҙы ошо мөғжизәле донъя серҙәренә өйрәтә.




Вернуться назад