Бал һәм дегет16.03.2012
Ышанһаң һин ышан,
Ышанмаһаң, дуҫым, уйынға ал, —
Айыу бер заман
Ашай алмай башлаған, ти, бал...
Һүҙҙәр йөрөй тыуған урманында:
“Ә бит йәш сағында
Табында
Тәпән-тәпән балды ҡаплап ҡуйғас,
Инде тамам туйғас,
Юҡмы, ти торғайны, тағы ла?!
Ә күпме ғүмерен бал эҙләп уҙғарҙы!
Умарталарҙы туҙҙырҙы.
Ул, бал эҙләп,
(Унһыҙ нисек кәрәк түҙмәк?)
Шашына-шашына,
Менә торғайны ағас башына.
Әллә нисә ҡат ҡолап та төштө,
Ҡабырғаһын һындырҙы,
Аяғын ҡаймыҡтырҙы,
Башын тиште.
Нишләтәһең, ярата шул балды бик...”
Хәҙер инде һағынып һөйләргә ҡалды тик.
Ярамай, ти, бал
Ашҡаҙанына.
Нисек түҙергә һуң ғазабына?
Эш аҙағына
Йыйып алды Айыу тайыш табандарҙы —
Үҙе кеүек тәмле тамаҡтарҙы,
Бал һөйөр заттарҙы.
“Ағай-эне!
Табында
Башҡалар ит һоғонған сағында,
Ауыҙ күтәреп,
Хужаның иҫен китәреп,
Бал ашап ултыр, имеш!
Бәй,
Былай бит килешмәй!
Шундай бурыс ҡуяйыҡ беҙ алға:
Ымһынмайыҡ балға.
Бал ашау тыйылһын!
Тәпәндәргә ҡуйылһын
“Бал — зарарлы!” тигән тамға.
Ҡыҫҡаһы,
Кем ашай бал,
Шул — нахал!

* * *
Бәғзе бәндә
Тороп ҡалһа ҡыйын хәлдә,
Балдай татлы хыялдары сыҡһа юҡҡа,
Яйын таба мотлаҡ:
Үсен бүтәндәрҙән ала —
Дегет булып балға тама.
Рәдиф ТИМЕРШИН


Вернуться назад