Дүрт юллыҡтар16.03.2012
Доллар баҙарына башты һалдыҡ,
Ғарыҡ булды халыҡ, вай, донъя.
Болғансыҡтан сыҡмай күп болғандыҡ,
Һарыҡ булды халыҡ, һай, донъя.
* * *
Көс-ғәйрәтте елгә осорҙоҡ та,
Буталышып бөттөк, вай, донъя.
Бәхет ҡошо — диңгеҙ аръяғында,
Ултырабыҙ көтөп, һай, донъя.
* * *
Бер шағир ҙа “әшәке бул”, тимәй,
Шағирлыҡ ул — бәхет, изге эш.
Ҡөрьән һүҙен үҙебеҙсә һөйләй,
Ышаныуың инде — һинең эш.
* * *
Ҡолаҡҡа ингән һалҡын һүҙ
Йөрәгеңде боҙ итер.
Аҡылһыҙға юл ҡуймаһаң,
Һүҙ артынан ҡул китер.
* * *
Туҡай, Бабич — күктә ике шоңҡар,
Шиғриәттә улар йәнәш осор.
Шоңҡар юҡта ябалаҡтар осор,
Шиғриәттә улар — баҫты сүп-сар.
* * *
Ер шарын тупҡа оҡшатып,
Сөймәксе ир аҡылы.
Ерле — ерҙә — ... ти ҡатын-ҡыҙ —
Аҡылдың иң аҫылы.
* * *
Холҡом шундай, еңмеш түгел,
Йыр йырлар минең күңел.
Илаһам да, минең күңел
Боҙолған емеш түгел.
* * *
Ер шарын һалып иңенә
Тотоп килә ҡатын-ҡыҙ,
Һөйөү һаҡлай. Ҡатын-ҡыҙһыҙ
Ерҙе ҡаплар ҡалын боҙ.
* * *
Йырым булып балҡыны ул,
Уға мин ғашиҡ, буғай.
Һағышлы, моңһоҙ донъяма
Яратыу килде шулай.
* * *
Ғүмер үтте, әмәл юҡ инде,
Килгән ҡартлыҡ китмәй шул инде.
Тыңлашмай ҡул, ҡарсыҡ эш ҡушһа,
“Башҡортостан” уҡыйым, эс бошһа.
Рафаил ХАФИЗОВ