Этлек16.03.2012
(М. Булгаковтың “Эт йөрәге” әҫәренән сығып)
“Үҙгәреш”тәр, “билдәлелек” тиеп,
Донъябыҙҙы бөттөк болғатып...
Геройҙарын күрһә, бөгөн нимә
Әйтер ине икән Булгаков?!
Шмондирҙар, Шариковтар хәҙер
Алыпһатар булды, депутат...
Матур тормош өмөт итә-итә,
Беҙ баҙарға индек, юл бутап.
Урамдарға сығып өрәбеҙ беҙ —
Бүре йөрөп тора, эт өрә.
Алдыбыҙға һөйәк ташлайҙар ҙа,
Майлы вәғәҙә биреп көттөрә.
“Эт ҡоторһа, эйәһен, ти, тешләй”, —
Фәһем алмайҙармы ошонан!?
Кеше ҡоторһа бит эттән яман
Тешләй ала — шуға бошонам.
Илебеҙҙә барған сәйәсәттең
Айышына яйлап төшөнәм:
Һин, Булгаков, этте кеше итһәң,
Эт яһайҙар хәҙер кешенән.
Салауат ӘБҮЗӘР