Хаҡлы ялда булғандарҙың дуҫы ла, серҙәше лә радио менән телевизор, гәзит һәм журналдыр инде ул. Ваҡыт күп булғанлыҡтан, бер ҡайҙа ашығаһы, йүгерәһе юҡ, иркенләп башҡортса тапшырыуҙы ҡарарға әүәҫләнеп киттем һуңғы йылдарҙа.
Яңылыҡтар – иң беренсе сиратта. Республиканың хәбәрҙәрен белеп тороуҙы мотлаҡ тип иҫәпләйем. Һуңғы ваҡытта мауыҡтырғыс, матур, эстәлекле тапшырыуҙары менән һөйөндөрә Башҡортостан телевидениеһы: “Замандаштар”, “Орнамент”, “Ҡайтайым ауылыма”, “Асыҡларға ваҡыт...” Шулай ҙа әйтер һүҙем “Башҡорт йыры” конкурсы тураһында. Унда моңло тауышлы, һәләтле йәштәр ҡатнашты. Лайыҡлылар билдәләнде. Бөтәһе лә матур булды, тиер инем. Тик бер нәмә эсте бошорҙо: “Башҡорт йыры” булғас, милли кейемдә булмаһа ла, аҙыраҡ әҙәплерәк кейенеп сыҡһындар ине сәхнәгә. Ир-атҡа һүҙ юҡ — матур костюм, галстук, күбәләк. Бөтә нәмә үҙ урынында. Афарин, егеттәр, тип ултырҙым. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, аптырашта ҡалдым. Йомғаҡлау концертында конкурсанттар менән бер рәттән танылған, билдәле йырсы апай-һеңлеләребеҙ ҙә ҡатнашты. Эске күлдәктән сыға башланылар сәхнәгә. Оят та, әҙәп тә юҡ. Ә конкурс бит “Башҡорт йыры” тип атала. Тимәк, уның нигеҙендә, иң беренсе сиратта, әҙәплелек ятырға тейештер.
Иҫ киткес матур проект. Конкурс шундай ҙур профессиональ кимәлдә ойошторолдо. Оҙон ғүмерле, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булһын. Күп уйҙар тыуҙы уны ҡарағанда. Моңло тауыштарға һоҡланып ултырҙым. Айгиз Ғиззәтуллин йырлағанда Радик Гәрәев сәхнәлә икән тип торам. Һирәк осрай торған тауыш бар унда. Айгөл Һағынбаева тәбиғилеге, ябайлығы, моңо менән арбаны. Бер ниндәй ҡыланыу, кемгәлер оҡшарға тырышыу юҡ. Һөйкөмлө, яғымлы, сибәр, һоҡланғыс йырсы. Икеһе лә лайыҡлы баһа алды. Юнир Һағынбаевтың йырлауын да мин һәр ваҡыт көтөп алам. Һоҡланыуымды ла йәшермәйем: журнал тышынан төшкәнме ни! Бөхтә, ыҫпай, матур кейенгән.
Ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙың фантазияһы байыны һуңғы йылдарҙа. Нисек итеп кейенеп сығырға белмәйҙәр сәхнәгә. Тамашасыға ярым-яланғас күренеп, түш-күкрәкте асып, кемгә оҡшарға тырышалар? Ҡайҙан алалар ундай кейемде? Был бит профессиональ сәхнә, тимәк, ул милләттең йөҙөн билдәләй. Әҙерәк йәшегеҙгә иғтибар итһәгеҙ ине, апайҙар! Йәштәргә шунан ниндәй өлгө? Ир-аттан үрнәк алығыҙ, бер сәхнәлә йөрөйһөгөҙ бит. Исемдәрен әйтеп тормайым әлеге апай-һеңлеләрҙең. Сәхнәгә ярым-яланғас сығыуы менән улар үҙҙәренән биҙҙерә генә. Йырҙары ла оҡшамай башлай. Был минең шәхси фекер генә түгел. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә, күмәкләшеп ултырғанда, конкурс йомғаҡтарын барлағанда, ошондай фекергә килдек. Кейенегеҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, сисенмәгеҙ сәхнәлә. Урыны унда түгел.
Гөлшат САМАТОВА.
Дәүләкән районы.