“Һәр бер башҡорт – шағирҙыр…”21.06.2016
Халҡы өсөн нимә яҙыр
Тик үҙенә ғашиҡ шағир?
Риф Мифтахов.

***

Ниндәй генә осорҙа йәшәһә лә, шағир һәр саҡ үҙ заманының көрәшсе-гражданы булырға, яҡшы­лыҡтың еңеүе өсөн яманлыҡҡа ҡаршы аяуһыҙ яу асырға бурыслы.
Рауил Бикбаев.

***

Шағирға ҡәҙимге кешегә тәтемәҫ иҫ киткес хоҡуҡтар бирелгән: ул мәңгелек менән бәхәскә инә, кейектәр, үләндәр, хатта күк есем­дәре – ҡояш һәм ай менән дә һөйләшә ала, йәнһеҙ нәмәне лә йәнләндерә. Шул ваҡытта ысын шағир – үҙ дәүеренең тауышы, үҙ халҡының улы.
Ғилемдар Рамазанов.

***

Көрәш утында, үҙәгендә, дәүер ваҡиғаларының уртаһында булмаған шағир, ғөмүмән, шағирлыҡтан ҡолаҡ ҡағырға тейеш.
М. Хәй.

***

Кеше йәшәй түшәк тотоп,
шешә тотоп,
ҡалаҡ тотоп,
бала тотоп,
әләм тотоп.
Шағир, бахыр, ҡәләм тотоп...
Тамара Искәндәриә.

***

Иркенәйә донъя, йән яңыра,
Һыҙылып та ғына таң атһа.
Таң аттырған һымаҡ була шағир,
Аҙ һүҙ әйтеп, күпте аңлатһа.
Шәриф Бикҡол.

***

Шиғыр – туҫтаҡ, уға тултырылған
Йөрәк, аҡыл, күңел, тойғо һәм хис.
Ниндәй туҫтаҡ күтәрһәң дә, шағир,
Үҙ туҫтағың булһын – тик шунан эс.
Риф Мифтахов.

***

Һәр бер башҡорт – шағирҙыр.
Мәхмүт Һибәт.

***

Уңыштарым егет итте мине,
Баҫынҡы ир итте табыштар.
Әммә мине шағир яһанылар
Юғалтыуҙар менән һағыштар.
Мостай Кәрим.

***

Һүҙ әйтмәгеҙ инде шағирҙарға,
Балҡып тормай уға таңы ла.
Күптәренең инде бәхете юҡ,
Байлығы ла, уның даны ла...
Тимер Йосопов.

***

Шағир үҙешмәкәрлеккә
Йә талантҡа бүленмәй.
Саф алтындың алтынлығы
Миҡдарынан һүрелмәй.
Ҡәҙим Аралбай.

***

Шағир ала көстө нәфрәт, һөйөүҙән,
Уның бәхете – яныуҙан да көйөүҙән.
Мәҡсүд Сөндөклө.

***

Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул заманының,
Һәм көсө лә уның халҡында.
Рәми Ғарипов.

***

Шағир – йәмғиәттең бер эшмәкәре, тормоштоң уйлана һәм моңлана торған ағзаһы.
Назар Нәжми.

***
Шағирҙар бит ауылдарҙа тыуа,
Ҡалаларға килеп үләләр.
Әнғәм Атнабаев.

***

Шағир ғүмере йылдар менән түгел,
Шиғыр ғүмере менән үлсәнә.
Хәниф Кәрим.

***

Шағирҙар ҙа шул уҡ кеше,
Тик күңеле нескәрәк;
Илдең ғәмен, халыҡ зарын
Йота бары эскәрәк.
Мәүлит Ямалетдин.

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.



Вернуться назад