Ун тинлек билет – ғүмерлек иҫтәлек21.06.2016
Ун тинлек билет – ғүмерлек иҫтәлек Шәхсән үҙем һәм өлкән йәштәге күп кешеләр өсөн Совет осоро киноһы – һағынышлы иҫтәлек. Бик һирәк, йылына бер генә, барам киноға. Күрәм: бөгөн халыҡ әллә ни йөрөмәй унда. Ғәжәп түгел. Быға сәбәп булып, беренсенән, билеттың ҡиммәтлеге торһа, икенсенән – компьютер аша теләгән фильмыңды табып ҡарай алыу мөмкинлеге. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөргә, аҡса түгергә кәрәкмәй...

Мин бала һәм үҫмер саҡта замандаштарым киноға йөрөргә бик ярата торғайны. «Маяҡ» кинотеатры алдында оҙон сират теҙелә ине. Фильмдарҙың теләһә ҡайһыһына һәр ваҡыт халыҡ күпләп ағылды. Лениндың «Сәнғәттәрҙән иң мөһиме – кино» тигән һүҙҙәре девиз булып яңғыраны ул осорҙа.
Йәштәр, бигерәк тә ҡыҙҙар, артистарҙың фотоларынан альбом туплай ине. Хатта модаға ингәйне был шөғөл. Смоктуновский, Тихонов, Евстигнеев, Жжёнов, Баталов, Бурков күбебеҙҙең кумиры булды. Комедия артистары Миронов, Папанов, Никулин, Вицин, Моргунов, Демьяненко, Куравлёв, Леонов, Крамаровтарҙы бигерәк тә ярата инек.
Кинофильмдарҙың балаларға ни хәтлем көслө йоғонто яһауы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөгөнгөләй иҫемдә, Робин Гуд тураһындағыны ҡарағандан һуң балалар ҡала буйлап уҡ-һаҙаҡ тотоп йөрөнө, ә «Өс мушкетёр»ҙан һуң ҡулдарҙа шпагалар йыш күренде. Һәм, әлбиттә, үҙҙәре яһаған ҡоралдар ярҙамында ысынға тартым алыштар үткәрә торғайнылар. «Фантомас» фильмы ла күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Уның тураһында күпме һөйләнеләр! Кейем әҙерләргә ҡара туҡыма ғына етһен – малайҙарҙың бөтәһе лә «Фантомас»ҡа әйләнде.
Шулай уҡ балалар «Фильмдың исемен әйт» уйынын уйнай ине. Ҡағиҙәһе ябай ғына: алып барыусы кино исеменең беренсе хәрефтәрен әйтә, мәҫәлән, ТТНП («Три тополя на Плющихе»), ә ҡалғандары ниндәй кино икәнен әйтеп бирергә тейеш. Кем белә, шул алып барыусы була. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә беҙ оҙаҡ итеп шулай подъезд алдында уйнап ултыра торғайныҡ.
Мин бала саҡта һинд кинолары ла ифрат популяр ине. «Рам һәм Лакхан», «Зита менән Гита», «Үс һәм закон», «Диско бейеүсе» һәм «Бейе, бейе» фильмдарына кешеләр бер нисә тапҡыр барыр һәм илар ҙа илар ине... Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ. Эйе, һинд кинематографистары күҙ йәштәрен түктерә белде.
Совет кешеләренең тормошонда «Тотолмаҫ үс алыусылар» тәрән эҙ ҡалдырҙы. Мин үҙем уны 20 тапҡырҙан ашыу ҡарағанмындыр. Фильм менән ҡыҙыҡһыныусылар бер ҡасан да кәмемәне. Шулай уҡ «Йылға аръяғы урамында яҙ», «Волга-Волга», «Цирк», «Һалдат атаһы», «Дүшәмбегә тиклем йәшәһәк», «Иртәгә килегеҙ», «Һуғышҡа ҡарттар ғына бара», «Белорус вокзалы», «Ҡыҙыл миләш», «Сүллектең аҡ ҡояшы» һәм башҡалар хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Халыҡ комедияларҙы ла хуп күрҙе. «Бриллиантлы ҡул», «Уңыш джентльмендары», «Иван Васильевич һөнәрен алыштыра», «Кавказ тотҡоно» кеүектәрен байрамдарҙа әле лә бөтә телеканалдар буйлап әйләндерәләр, улар бер ҡасан да иҫкермәй.
Ә киноларҙан күпме цитата халыҡ теленә инеп ҡалған: «Көнсығыш – үтә нәзәкәтле эш», «держава өсөн үкенесле», «мин ғәйепле түгел, ул үҙе килде», «һеҙҙең мыйығығыҙ, ана, төштө», «саҡ бер ни була ҡалһа – Ҡылый ҙа Ҡылый...», «ҡошсоҡ йәл», «ҡыҫҡаһы, Склифосовский»... Ауылға туған-тыумасама ҡунаҡҡа барғанда ла клубтың төп мәҙәни усаҡ икәнлеген күрә торғайным. Киномеханик иһә ауылда иң ихтирамлы кешеләрҙең береһе тип һаналды.
Беҙҙең ҡалаға килгәндә, байрам ваҡыттарында фильмдарҙы яратҡан кинотеатрыбыҙҙың артҡы стенаһында күрһәтәләр ине. Бушлай! Уныһы бик мөһим дә түгелдер, сөнки билет хаҡы барыбер балалар өсөн – 10, ә өлкәндәргә 25 тин генә булды ул саҡта. Халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәреү тураһында ҙур хәстәрлек күрелде, тәрбиә саралары көслө булды. Бына шулай СССР-ҙа «насар» йәшәнек беҙ!
«Маяҡ» кинотеатры беҙҙе һәр саҡ үҙенә тартып торҙо. Уның алдындағы майҙанда бер-береһенә ғашиҡ парҙар осрашыр, коляска этеп йәш әсәләр йөрөр, балалар уйнар ине. Эргәлә генә урынлашҡан «Кама» магазинында һатылған 10 тинлек туңдырманың, автоматтан аҡҡан өс тинлек газлы һыуҙың тәмен әле лә тоям кеүек... Күңелле ваҡыттар ине. Сағыу һәм матур. Совет фильмдары ла шулай уҡ булды.
Хәҙер киноны, минеңсә, шуның өсөн һирәк ҡарайҙар: заман авторҙары йыш ҡына Совет осорона ҡара яға, фильмдары уҫал һәм мәғәнәһе яғынан ҡайтыш. Шуға ла маҡсаттарына өлгәшә алмайҙар һәм тиҙ онотолалар. Бөгөнгө экрандарға ҡарап, шуны аңлайым: элекке фильмдар барыбер сифатлыраҡ, сағыуыраҡ. Улар – һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырасаҡ бер бөтөн тарихи галактика, үҙенең асыштары һәм ынтылыштары менән әшәкелеккә ҡаршы тороусы көс.







Вернуться назад