Өфө “Нур” татар дәүләт театры бәләкәй дуҫтары өсөн каникул, ял ваҡыттарына күстәнәс – Әкиәт аҙналығы – әҙерләне. Ошо көндәрҙә ул балаларҙы Диана Ғиләжеваның “Шаян йорт эйәһе”, үзбәк яҙыусыһы Шәпи Ҡазыйҙың “Насретдиндың алтын ишәге”, Эдуард Шаховтың билдәле донъя классигы Вильгельм Гауф әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән “Бәхет тапҡан Мук” исемле әкиәттәре менән ҡыуандырҙы. Тауҙай шатлыҡ, ҡапсыҡ-ҡапсыҡ көлкө, дәрт өләште был байрам.
Залдағы дуҫтарыбыҙ берсә “шаян йорт эйәһе” менән шаярҙы, көйҙө, убырлы ҡарсыҡты яуызлыҡтан аралап, яҡшылыҡ юлына баҫтырҙы, берсә “Насретдиндың яуыз батшаны “алтын ишәге” менән алдауына һөйөндө, берсә “Мук” менән бәхет эҙләргә сыҡты һәм тапты.
“Нур” театры артистары башҡарған ролдәрҙән, улар һөйләгән ҡыҙыҡлы, мажаралы тарихтарҙан фәһем алып, донъяның аҡ менән ҡара яҡтарын айырырға, яуыз көстәрҙе еңергә бергәләп өйрәнде бәләкәй дуҫтарыбыҙ.
Ынйы ИБРАҺИМОВА,
театрҙың әҙәби бүлек мөхәррире.