– Киләләр! – тип бөтә мәктәпкә һөрән һалды, тәҙрәнән күҙен алмай, иртәнән бирле “һаҡта” торған Тәскирә апай.
Бына мәктәп директоры, таҡ-тоҡ атлап, ишек янына килеп баҫты.
– Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! – тине ул һәм күршеһе Әҡлимәнән кисә генә бешертеп алған түңәрәк икмәкте ҡунаҡтарға һуҙҙы.
Директор урынбаҫары, итәғәтле йылмайып, ҡунаҡтарҙы сәй табынына саҡырҙы...
– Беҙ ашарға килмәнек, ә тикшерергә! – тине күҙлек кейгән олпат ҡына ханым. Эргәһендә торған биш-алты тикшереүсе лә етәкселәрен хуплап баш ҡаҡты.
Хәлдең бындай боролош алыуын күҙ алдына ла килтермәгән директор менән урынбаҫар баҙап ҡалды. “Бөттө баш, былай булғас” тигән уй икеһенең дә мейеһен ярып үтте, бик ҡаты тотонорға итәләр бит былар!
Комиссия алдан уҡ махсус әҙерләп ҡуйған класс бүлмәһенә инеп урынлашҡас, мәктәп эсе тып-тын ҡалды. Уҡыусылар ҙа кластарҙа, уҡытыусыларының хәлен аңлап, китапҡа төбәлеп, шымып ҡалған. Мин дә үҙемдең сиратты мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып көтәм. Бына аяҡ тауыштары тынлыҡты боҙҙо.
– Гөлсөм Мирхәтовна, пландарығыҙҙы тотоп тикшереү комиссияһы алдына барығыҙ!
Мин, пландар тултырылған папкамды ҡәҙерле нәмәләй нығыраҡ ҡыҫып, тикшереүселәр алдына ғәйепле балалай килеп баҫтым. Әйтерһең дә, балаларға егерме йыл дәрес бирмәгәнмен, ата-әсәләр алдында иҫәпһеҙ-һанһыҙ йыйылыштар үткәрмәгәнмен, педсовет, методсовет һәм башҡа бик күп “совет”тарҙа сығыш яһамағанмын...
– Тәк, тәк, ниндәй программа, ниндәй уҡытыу әсбаптары менән эшләйһегеҙ? Дәрестәрҙә нимә ҡулланаһығыҙ? Бына, мәҫәлән, “Һыу” темаһында нимә ҡулландығыҙ, бына был уҡыусыға фәлән-фәлән темала ниңә бындай билдә ҡуйҙығыҙ? – тигән һәм тағы ла бик күп һорауҙар яуҙыра башланылар.
Шул саҡ миңә ниндәйҙер көс өҫтәлгәндәй булды, бөтә һорауҙарға ла аныҡ яуап биреп, пландарым менән таныштырҙым.
– Ә хәҙер класс бүлмәгеҙҙе һәм уҡытыу йыһаздарын күрһәтегеҙ, – тип артымдан бер нисә тикшереүсе эйәрҙе.
...Йәйге отпускым бөтөп, эшкә сыҡҡас та класс бүлмәмде күреп эсем бошоп китте. Эй, шул аҡса етмәүҙәре! Мәктәп тигәндә һәр ваҡыт бюджетта аҡса юҡ! Балаларҙың ни ғәйебе, миллионерҙарҙың мәғариф өлкәһендә булмағанына. Бар аҡсамды йыйып, район үҙәгенә юлландым. Класс бүлмәһенең стеналарын тигеҙләргә шпаклевка, уның өҫтөнән ағартырға аҡбур, иҙәндәр, парталар, ултырғыстар, тәҙрә төптәрен, йылытыу торбалары буярға бер нисә банка буяу, щеткалар һәм башҡа хәтһеҙ әйберҙәрҙе таксиға тейәп алып ҡайттым. Бынамын тигән ремонт яһаным, хатта уҡыу әсбаптарын, балаларҙың эштәрен теҙергә тип бәләкәй генә яңы шкаф та һатып алып ҡуйҙым. Беҙҙең уҡыусылар кемдән кәм!
...Ялт итеп торған кабинетты күргәс, тикшереүселәр ҡәнәғәт ҡалды, күрәһең, артыҡ һорау биреп торманылар. Бары тик хәүефһеҙлек сараларын үтәү тураһындағы журналдарҙы, уҡыусыларҙың ундағы ҡултамғаларын, кабинет йыһаздарын, стендтарҙы, дәрестә ҡулланыла торған заманса компьютер ҡорамалдарын ҡарап, партанан класс таҡтаһына тиклемге һәм ике йәнәш торған парталар араһын, тәҙрәгә эленгән селтәрҙең оҙонлоғон линейка менән үлсәгәс, барыһы ла санитар нормаларға тап килә, тип сығып киттеләр.
Башҡа коллегаларым да һынауҙы минең һымаҡ уҡ уңышлы үтте. Тикшереүселәр килеп-китеп торһон, беҙ эшләйбеҙ инде, кем әйтмешләй, ойоҡ бәйләп ултырмайбыҙ!