Бәләкәй саҡта17.06.2016
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа,
Тыуып үҫкән яҡтарҙа
Уйындан һис туйманыҡ,
Эште ситкә ҡуйманыҡ.
Туғайҙа себеш көттөк,
Ҡояшта янып бөттөк,
Һыу ташыныҡ күнәкләп,
Картуф күмдек күмәкләп.
Тирләп-бешеп ағайҙар
Йәйҙәрен бесән сапты.
Ямғыр яуып ебәрһә,
Ҡыуышта ҡырын ятты.
Етәкләшеп апайҙар
К итер ине муйылға.
Беҙҙе эйәртмәнеләр
Ауыр йөк, тип муйынға.
Һеңлем менән беҙ икәү
Өйҙә донъя көтәбеҙ.
Донъя көтөү анһат түгел –
Асығышып бөтәбеҙ!
Ҡаймаҡ һылап икмәккә
Ҡатыҡ эсеп алабыҙ.
Шунан иҫкә төшөп ҡалһа –
Тауыҡҡа ем һалабыҙ.
Ә кистәрен һыйыр эҙләп,
Күпме ер ҡыҙырылды!
Кесерткәндән сағылынды,
Аяҡ-ҡул һыҙырылды.
Һыу төшкәндә Һаҡмарҙа
Саҡ батмай ҡала инек.
Бер-беребеҙгә йәбешеп,
Саҡ аҡмай ҡала инек.
Утынлыҡта йәшендек,
Бесәнлектә аунаныҡ.
Ат санаһын урланыҡ,
Ярай әле ауманыҡ.
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа,
Тыуып үҫкән яҡтарҙа.
Әсәй менән атайым
Юғалтҡандыр — ҡайтайым.
Әсәйем сәй яһай торған,
Сынаяҡты тултырып.
Атайым икмәк теләлер,
Урындыҡта ултырып.
Апайҙарым, ағайҙарым
Һәм дә яратҡан һеңлем.
Күмәкләшеп сәй эсербеҙ –
Өйҙә шундай күңелле.
Эх, бәләкәй саҡтарға,
Үҙебеҙҙең яҡтарға
Ҡайтып ҡына булһасы
Пар ҡанатлы аттарҙа!