Себен17.06.2016
Күтәреп йөрөтөгөҙ тип,
Ҡунғайны усҡа.
Ша-ап!..
Сыҡты юҡҡа.
Һәпрә
Таҙа күлдәкте кейгән дә һәпрә,
Итәге менән иҙәнде һеперә.
* * *
Инһәң ишектән,
Сыҡма тишектән.
Бешеккән
Ышыҡта торһа ла, тауыҡ
Күшеккән.
Ел-ямғырҙа йөрөгәндәр
Бешеккән.
* * *
Көтөүсене лә көтөүсе бар,
Итексенең дә итеге тар.
Кем үҙебеҙ?
Мал йыйырға тырышҡанды
Ҡомһоҙ тибеҙ.
Эш һөймәгән әҙәмдәрҙе
Йүнһеҙ тибеҙ.
Кем үҙебеҙ?
Кәрәк бишәү
Нисә көндәр башты ватам,
Бер үк һан йәнде үртәй.
Ике икене ҡушһам да,
Ҡабатлаһам да дүртәү.
Кәрәк ине лә бишәү…
* * *
Мал ҡараусыла – сыбыртҡы,
Өй ҡараусыла – һепертке…
* * *
Кәпәс – башта,
Сылғау – аяҡта.
Эш түгел ҡайҙалыҡта,
Хикмәт тик файҙалыҡта.
Ғәжә-әп!
Бар бит шундай кешеләр,
Алама күршеләр.
Береһе – бирән,
Икенсеһе – һаран,
Өсөнсөһө – бәрән.
Мин генә бик шә-әп,
Нисек түҙеп йәшәйемдер –
Ғәжә-әп!
Ҡуян
Бүре тиреһен ябынып ҡуян
Төлкөнө ҡурҡытмаҡ булған.
Көр генә булды, тип
Төлкө кикереп ҡуйған.
* * *
Түрҙәгене тәнҡитләне бер әҙәм,
Үҙе генә булды әрәм.
Буй етмәһә, үрелмә
Ергә боҫоп бүҙәнә
Ҡарсығаға киҙәнә.
Эх, ти, етмәне буйым,
Үлтермәк ине уйым.
Бар бит шундай кеше лә –
Йоҙроҡ төйнәй кеҫәлә.
* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың теле әсе,
Үҙе татлы.
Ғүмер буйы шуны татый
Ир-ат заты.