Миҫалдар – үткәндәрҙә17.06.2016
Индийцы... в день едят дважды...
Афанасий Никитин,
“Хождение за три моря”.

“Кризистар, санкциялар –
Оҙайлы...” – тиҙәр, хаҡтыр:
Кризистар, санкциялар
Бөгәлмәҫ беҙҙе,
Ашаһаҡ
Көнөнә ике тапҡыр...

* * *
...Дошмандарҙы сит иттек беҙ,
Дуҫтарҙы үҙ иткәнбеҙ!
...Дошмандар, дуҫтар – буталды:
Кемгә дуҫ икәнбеҙ хәҙер?
Кемгә дошман икәнбеҙ?..

Машиналылар һәм машинаһыҙҙар тураһында

Машиналыларҙың хәлен
Белеп тора көллөбөҙ:
Уларҙан штрафтар түләтеп,
Осон осҡа ялғай-ялғай,
Йән аҫырай илебеҙ.

Машинаһыҙҙар ҙа тиҙҙән
Машина аласаҡтар,
Аласаҡтар, аласаҡта-а-ар!
“Ниңә машинаң юҡ?” – тиеп,
Штрафтар һаласаҡтар!..

Бармаҡтар

– Бармаҡтар ник тигеҙ түгел? –
Аңлаталмам һис кемгә...
– Йоҙроҡтарға төйнәлгәндә,
Тигеҙ булһын өсөнгә!

Гармуным

...Көйҙәрҙе күңел һайлай ҙа,
Бармаҡтар телдәрҙе таба,
Күректе – ҡулдар яйлай:
Йөрәк моң менән тулғанда,
Һандуғас булып һайрай!

Ҡошсолоҡ фабрикаһында

– Һәр ун тауыҡҡа – бер әтәс?!
– Күп түгелме, егеттәр?..
– Күберәк шул, күберәк, егеттәр...
– Әтәстәр –
Илебеҙҙәге
Чиновниктар кеүектәр...

Оҙатыу

Үлгәс – оҙаталар,
Көтә
Ҡәберлектә зыяратың:
Бөтә оҙатыусыларың –
Көтөүселәр сиратын...

Урман янғындарын уйлап...

Күкрәгемдә ут йөрөтәм мин,
Урмандарҙы яндырыр ул...
Рәдиф Ғаташ.

...Хәҙер ниҙәр уйларға ла
Белмәйем һинең хаҡта:
“Һинең эш!” – тимәм барыбер
Урмандар янған саҡта.


Вернуться назад