“Февраль” еле иҫте Өфөлә17.06.2016
“Февраль” еле иҫте Өфөлә Рәсәйҙә Кино йылы дауам итә. Шул уңайҙан төрлө форматта нәфис, документаль фильмдар хаҡында фекер алышыуҙар ҙа ойошторола. Шундайҙарҙың береһе яңыраҡ “Арт” кафела үтте һәм уны Башҡортостан кинематографистар союзы ойошторҙо.

Сараға ваҡытлы матбуғат вәкилдәре, башҡорт киноһын ижад итеүселәр ҙә саҡырылды. Республикала фильмдар төшө­рөү эше хаҡында фекер алыш­ҡандан һуң, сәнғәт әһелдәре иғтибарына IX Чебоксар халыҡ-ара кинофестиваленең төп бүләгенә лайыҡ булған чечен режиссеры Руслан Магомадовтың “Февраль” фильмы тәҡдим ителде. Әҫәр Өфөлә үткән “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивалендә лә ҡатнашҡайны.
Ағалы-ҡустылы икәү бүрегә һунарға сыға. Оҙаҡ ҡына эҙәрлек­ләйҙәр, әммә инде төбәп кенә атып алдыҡ тигәндә, кесеһе хата ебәрә. Йәнә лә дауам итә һунар. Хәйер, улар йыртҡысҡа ауға сыҡҡан арала уларҙың ауылында ла “һунар” бара икән дабаһа... Чечен халҡының 1944 йылдағы депортацияһын тасуир­лаған ҡыҫҡа метражлы был фильм милләттең ҙур трагедияһын һүрәтләй.
Сара барышында фильмдың башҡарма продюсеры Адам Дунаев менән тура бәйләнешкә сығып, скайп аша аралашыу ҙа ойошторолдо. Әйткәндәй, ул Чебоксарҙа үткән фестивалдә Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Продюсер беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, шул уҡ ваҡытта башҡорт режиссеры Айсыуаҡ Йомағоловты “Етегән” музыкаль фильмын уңышлы төшөрөүе менән тәбрикләне. “Кино сәнғә­тендәге милли тема, халыҡтың тарихы башҡаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята”, – тине Адам.
“Февраль” бер ғаилә ағзаларының шәхси аҡсаһына төшөрөлгән. Улар – милләте кисергән ауыр фажиғәнең вариҫтары. Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Лом Али Исраилов, яҡташтарына ижади уңыштар теләп, киләсәктә лә халыҡ яҙмышын һүрәтләүҙе һораны.
Айсыуаҡ Йомағолов та чечен коллегаларын уңышлы ижади эштәре менән ҡотланы һәм: “Оператор эшен айырым билдәләргә кәрәк. Фильм бик матур төшө­рөлгән. Бөгөн милләттәрҙе тарих, үткәндәр бик ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә арымай-талмай ошо темаға ижад итергә кәрәк. Рухи асылыңа таяныу бөгөнгөнө көслө итә. Минең дә башҡорт халҡының тарихын сағылдырған темаларға фильм төшөрөргә ниәтем ҙур. Республикала был теләгем аңлау табыр тип өмөт итәм”, – тине ул пландарын уртаҡлашып.
“Тура бәйләнеш”тә ҡатнашыу­сылар Рәсәйҙә кино төшөрөү эше йәнләнеүен дә билдәләне. Был сәнғәт төрөнә арналған йыл ошо хаҡта фекер алышыуҙар менән генә сикләнмәй, масштаблы проекттар – нәфис фильм төшөрөү менән дә иҫтә ҡалырына өмөт ҙур.





Вернуться назад