Әҙиптәр ныҡ оҫтарҙы –
Фамилиялар ҡыҫҡарҙы.
Риф Мифтахов.
***
Халыҡ хаҡында яҙыусыларына ҡарап та фекер йөрөтәләр.
Рәми Ғарипов.
***
Әгәр ҙә һин үҙең менән бергә әҙәбиәткә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алып килмәһәң, унда килеп тороуҙың хәжәте лә юҡ.
Ибраһим Абдуллин.
***
Яҙыусы тормош менән бәхәсләшеп йәшәргә тейеш. Тормош ҡанундары менән генә түгел, хатта рәсми власть менән бәхәсләшергә тейеш. Бәхәсләшеү менән ыҙғышыу араһында айырма ҙур. Бәхәсләшеп, хаҡлыҡ эҙләйҙәр, ә ыҙғышып, донъя бутайҙар.
Мостай Кәрим.
***
Ялҡаулыҡ – яҙыусының иң уҫал дошманы.
Ибраһим Абдуллин.
***
Донъяла яҙыусынан да яңғыҙыраҡ кеше бармы икән? Донъя менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер яңғыҙы ҡалған әҙип үҙенең иң ғәзиз серҙәрен аҡ ҡағыҙ битенә генә сисә. Һәр яҙыусы үҙ ҡойоһон ҡара тир түгеп үҙе ҡаҙый, үҙ һүҙен үҙе эҙләй, үҙе таба. Беҙ яҙмыш тарафынан ғүмеребеҙ буйына яңғыҙлыҡҡа дусар ителгәнбеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта башҡалар менән яҙыусынан да нығыраҡ, киңерәк, күберәк аралашҡан кешене табыуы ҡыйын. Яҙыусы һүҙе бер юлы барлыҡ халыҡҡа, тоташ ғаләмгә төбәлгән. Был тормоштан үҙе киткәс тә яҙыусы һүҙе йәшәүен дауам итә, йылдар һәм быуаттар аша яңы быуындарға барып етә.
Рауил Бикбаев.
***
Яҙыусылар, һауа торошон үҙгәртә алмаһа ла, уны боҙа ала.
Мөхәмәтша Буранғолов.
***
Кешегә әҙәп өйрәтеп, үҙе әҙәпһеҙ булған, кешене хеҙмәткә саҡырып, үҙе хеҙмәт һөймәгән яҙыусы самими яҙыусы түгел.
Сәйфи Ҡудаш.
***
Барыһы ла килер, китер:
Мал, байлыҡ, хакимиәт;
Тик әҙип һүҙенә генә
Кәмемәҫ заруриәт.
Мәүлит Ямалетдин.
***
Уҡыусы яҙыусының яҙғанын бер тынала уҡыһын өсөн яҙыусы бөтә ғүмерен бирә. Бер сәғәттә уҡып сыҡһын өсөн, бәлки, бер йыл ултырырға кәрәктер.
Рәми Ғарипов.
***
Яҙыусы – ижади шәхес. Уны шундай итергә өс нәмә кәрәк: биография, характер һәм һәләт. Биография үҙ яйы менән тыуа. Характер тәрбиә ителһә – формалаштырыла. Ә һәләт иһә тәбиғәттең үҙенән килә. Ижади шәхес әҙиптең индивидуаллеген, ололоғон билдәләшә. Ҙур шәхес – ижадҡа нигеҙ.
Ғайса Хөсәйенов.
***
Яҙам да яҙам инде –
Ғүмерлек язам инде.
Рауил Бикбаев.
***
Шағир
Милләтем һәм халҡым менән генә
Мин шағирмын, тыуған иллемен.
Назар Нәжми.
***
Шағирҙарҙы ситтән килтермәйҙәр,
Моңо менән тулышып халҡының,
Ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә кеүек,
Ил күңеленән сыға талпынып.
Рауил Бикбаев.
***
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белегеҙсе шағир ҡәҙерен!..
Рәми Ғарипов.
***
Донъялыҡта ла, әхирәттә лә шағирҙың үҙен йәлләтергә хаҡы юҡ. Сөнки ул донъя менән даулашып, мәңгелек менән бәхәсләшеп йәшәүсе зат. Ул – шағир.
Мостай Кәрим.
***
Шағирҙың сере асыла, һүҙ һөйләгәс,
Йырсының дәрте баҫыла,
көй көйләгәс.
Сәйфи Ҡудаш.
***
Шағир кеше үҙе лә – күпмелер дәрәжәлә философ кеше. Шунһыҙ уның шиғриәтенең тәрәнлеге булмай.
Ғайса Хөсәйенов.
***
Шағир булһаң, шартлатып әйт
һүҙеңде,
Өнөң сыҡмаһын, йәлләһәң үҙеңде!
Зөфәр Вәлит.
***
Түр эйәһе булғас ҡына,
Тана алған шағирҙар бар.
Гүр эйәһе булғас ҡына,
Танылған шағирҙар бар.
Рәйес Түләк.
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара.