Мостай бында бармай, ә ҡайта15.06.2016
Мостай бында  бармай, ә ҡайта ...Сәхнәлә Зөбәржәт, Аҡйегет, Айгөл, Ричард, Ану, Салауат, Мөнирә, Ильяс, Мария Тереза, Любомир Зух, Мәрәһим, Аҡйондоҙ образдарын һынландырған йәштәрҙең шул тиклем оҫта уйнауын күргән һәр кем: “Ҡайҙан килгән бындай дәртле, рухлы, йәш, матур артистар?” — тип ҡуйғандыр, моғайын.


Тамашасыларҙы һоҡлан­дырған, бөйөк әҙип Мос­тай Кәримдең образдарын иҫ киткес сағыу күрһәткән ҡыҙ һәм егеттәрҙең барыһы ла – “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” конкурсында ҡатнашыусылар. “Ә ниндәй бәйге һуң?” – тип һораусылар ҙа булыр. Күңел­дәге ҡайнар хистәрҙе урғыл­тып, йөрәктәрҙә ялҡын ҡабын­дырыр, таш бәғерҙе лә саф мөхәббәт тойғоларына ышандырыр, Мостай рухын зиһен­дәргә бөркөр был конкурс Баймаҡ районында 1998 йылдан бирле үткәрелә.
Аҡйондоҙ менән Аҡйегет – Мостай Кәримдең төрлө әҫәренән алынған геройҙар. Икеһе лә мөхәббәткә дан йырлай, был донъяла кешене бары һөйөү ҡанатландыра, йәшәтә, бар итә тип инана. Шуға күрә конкурста ҡатна­шыу­сыларҙың күбеһе юғары класс уҡыусылары һәм студенттар булыуы ла тәбиғи. Аҡлыҡты һәм сафлыҡты кәүҙәләндергән “Аҡйондоҙ” һәм “Аҡйегет” исемдәренә дәғүә итеүселәр был юлы туғыҙ пар булды, уларҙың барыһы ла — зона буйынса үткән бәйгелә еңеүселәр.
— Конкурсты күҙәтеү бәхете өсөнсө тапҡыр тейҙе, – ти халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова. – Тәүге тапҡыр атайым менән килдем, ул Баймаҡ ерен, уның халҡын бик яратты, хөрмәт итте. Шуға күрә мин Баймаҡҡа “киләм” түгел, ә “ҡайтам” тиергә яратам. Ысынлап та, бында Мостай рухы йәшәй: баймаҡтар атайымды бик хөрмәт итә, уның әҫәрҙәрен уҡый, белә, ярата. “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” конкурсы – минең өсөн оло бер ҡыуаныс, хәтирә һәм атайымды һағыныу хистәре лә.
Халыҡ ижады үҙәгендә бер нисә сәғәт дауамында барған бәйгене күҙәтеүселәр сәхнәлә үҙ-ара көс һынашырға сыҡҡан Аҡйондоҙ менән Аҡйегеттәрҙә Мостай рухы йәшәүенә ышан­ғандыр, моғайын. Бәйгене ойоштороусылар әйтеүенсә, был конкурста ҡатнашыусылар тормошта үҙ урынын таба, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә, матурлыҡты тоя белә, әҙәбиәткә тоғро ҡала. Хатта ҡайһы берәүҙәре, бәйге мәлендә үҙ-ара мөхәббәт уты тоҡандырып, аҙаҡ сәстәрен сәскә бәйләй. Шундай матур парҙарҙың береһе – Ләйсән менән Ришат Таулыҡаевтар. Билал ауылы йәштәре бынан алты йыл элек тап “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет”тә ҡатнашып табышҡан. БДУ-ның Сибай инс­титутында белем алған Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Рәсимә Әбдрәхимова ла ҡасандыр бәйгенең еңеүсеһе булған. Үҙенең тормошонда был конкурс ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, ул йәштәргә ижади үрҙәр, матур хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне.
Конкурсанттар Мостай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләне, уның геройҙарын уйнаны, тапҡырлыҡты һәм зирәклекте һынауға ҡоролған һорауҙарға яуап бирҙе. Бары­һын хискә һалып, йәшлектәрен хәтерләткән сих­ри моң оҙаты­уында илаһи күренеш итеп вальс бейенеләр. Барыһы ла — матур, дәртле, хисле һәм һоҡланғыс парҙар. Улар ысынлап та яҙыусының әҫәрҙәре геройҙарын хәтерләтте, бер аҙға ғына булһа ла яндарында булыу кинәнесе бирҙе, ҡасан­дыр үҙебеҙ яратып уҡыған китаптарҙы күңелдә байҡап сығырға мөмкинлек тыуҙырҙы.
Барыһы ла Аҡйондоҙ менән Аҡйегет исемдәренә лайыҡ, әммә бәйге еңеүселәрҙе билдәләү талабын ҡуя. Шулай итеп, Гран-при Темәс ауылынан Гөлсиә Бикташева менән Ғәбделвәрис Исҡужинға эләк­те. “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет-2016” титулына лайыҡ йәш­тәргә Баймаҡ районы хаки­миәте әҙерләгән көр баш­маҡтар тапшырылды. Матур йолаға әйләнгән был кон­курстың йылдар дауамында әллә күпме Аҡйондоҙо һәм Аҡйегете булыр әле. Әммә, шуныһы мөһим: уларҙың Мос­тай Кәрим ижадындағы геройҙар кеүек матурлыҡҡа, изгелеккә, аҡлыҡҡа һәм сафлыҡҡа ғашиҡ кешеләр булып үҫеренә иманым камил. Сөнки улар, шағир әйтмешләй, “донъяның яҡты яғында йәшәй...”






Вернуться назад