Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар...15.06.2016
Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар... “Бушлыҡ... Тик физик түгел, ә рухи яҡтан. Кәйеф күтәренке һәм әхлаҡи ҡәнәғәтлек һиҙелә, кү­ңелемдә – тыныслыҡ. Яңы ҡайтып индем. Сумкамда булған әйбер­ҙәрҙе лә сығармай, бүлмәмдең мөйөшөнә ҡуйҙым. Аяҡтарым хәлдән тайған тәнемде саҡ-саҡ карауатҡа алып барып еткерҙе. Ятам. Башымда бер генә уй ­– мин бәхетле! Рәхмәт Аллаһыма. Һаман йылмайыуымды йыйып ала алмайым. Әллә күпме ҡыйын­лыҡтарға ҡарамай, шундай байрамды күрергә, “Ҡош юлы” бард фестиваленә барырға мөм­кинлек биргәне өсөн. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта һәр студент йүгереп йөрөп сессияһын ябып маташа... Минең дә бирәсәк имтихандар ҡалған, әммә ял көндәрен тап ошолай дуҫтар менән осрашып, саф һауала туйғансы уйнап, һыу инеп, яңы шәхестәр менән танышып, сәхнәлә генә түгел, усаҡ янында ла төрлө йырҙар тыңлап үткәреүем күпкә яҡшыраҡ булды тип иҫәпләйем”.
Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар...Интернет селтәрендә ошо яҙманы күреп ҡалғандан һуң мин дә “Ҡош юлы” фестивале тура­һында яҙырға булдым.
11 – 13 июндә матур тәбиғәтле Ейәнсура районының Таҙлар ауылы янындағы Ҡыҙылташ яланында бына инде бишенсе тап­ҡыр “Ҡош юлы” бард фестивале үтте. Уның юбилей йылын ойоштороусылар, Рәсәй киноһы йылына бәйләп, Виктор Цойға һәм “Кино” төркөмөнә бағыш­ла­ған. Был төркөмдөң йырҙары әле­ге ваҡытта ла үҙенең көн­үҙәк­леген юғалтмаған, шуға йәштәр уларҙы яҡшы белә. Ошо уңайҙан фес­тивалдең башҡорт теленә Наҙгөл Ғәлиева тәржемә иткән “Ҡан төркөмө” һәм “Ҡояш атлы йондоҙ” йырҙары менән асылыуы бик мәртәбәле булды. Юбилей хөрмә­тенә тип әйтә­йекме, фестивалдә айырым еңеүселәр билдәләнмә­не, бөтә ҡатна­шыу­сылар ҙа лауреат булды.
“Ҡош юлы”на быйыл 500 са­маһы кеше йыйылды. Улар ара­һында йәштәр иң күбе ине, әлбиттә. Үҙ ғаиләләре, дуҫтары менән килгәндәр. Әйткәндәй, Башҡорт йәштәре иттифағы, Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре ойошмаһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, “Тирмәстан”, Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ойошторған лагерҙар бик ҙур ине.
Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар...Йәштәр күп булыуға ҡара­маҫ­тан, тәбиғәт ҡосағында үткәргән ике көн эсендә эсеп иҫереп, боларып йөрөгәндәрҙе күрмәүем бик ҡыуандырҙы. “Ҡош юлы” – заманса уйлай, йәшәй, ял итә белгән, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәр йыйыны. Ул айныҡ фес­тиваль һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Баш­ҡорт йәштәре тағы бер тапҡыр айыҡ килеш күңел асырға, рәхәтләнеп ял итергә була тигәнде иҫбат­ланы.
Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар...“Ҡош юлы”нда йыл һайын асыштар табылып, яңы йон­доҙҙар ҡабынып тора. Биш йыл рәттән үткәрелгән был күркәм сара матур, фәһемле, башты уйлатырлыҡ әллә күпме йыр бүләк итте беҙгә. Киләсәктә фестивалдең башҡорт йәштәрен туплау, йәйге ҡыҙыу ва­ҡытта уларға ял итеү мөм­кинлеге тыуҙырыусы матур йола булып оҙаҡ йәшәүенә ышанып ҡалам.


Вернуться назад