***
Шиғыр килә… Ҡайсаҡ саҡырмайым да,
Әммә нисектер ул барыбер килә,
Мең йоҙаҡлы күңел ишегенән
Бер асҡысһыҙ үтә лә керә.
Шиғыр килә… Хужа булып килә:
Буйһондора эште, халәтте.
Үтә күрә һәм дә үҫтерә ул
Бөрөләге уй-хис, теләкте.
Шиғыр килә… Ниңә һәм күпмегә?
Ҡай тарафта шиғыр юл башы?
Күпме юлдар әле һалынмаған?!.
Күпме йәндәр көтә юлдашын?!.
Шиғыр килер… Көтмәй көткән ҡунаҡ
Шиғыр-коан үрер йәндәрҙә.
Сихри юлдар йән һаҡсыһы булһа,
Һыйыҡланмаҫ беҙҙең ҡандар ҙа.
Робинзон булаһым килә… Робинзон булаһым килә –
Һеҙҙән туйғанға түгел.
Хәтәр-хәтәр хәбәрҙәрҙән
Тамам талсыҡты күңел.
Туйғанға түгел, тиһәм дә –
Була туйған саҡтар ҙа.
Ғәжәп, ҡабат кем кемдәрҙе
Баҫтырмаҡсы сафтарға!?.
Хәтәр-хәтәр хәбәр йөрөй –
Уңға, һулға атлама!
Сафтан сығып, ауыҙ асҡан
Хатта башҡайын һала.
Күңелдең дә талсығыуы
Беренсегә түгел дә!..
Шуға, ахры, робинзонлыҡ –
Яныр йондоҙ күгемдә.
***
Беҙ – ваҡытҡа үгәй бала.
Үҙ балаһы ниндәй икән?
Үҙенеке булғас, уны
Ваҡыт еле ҡыҫмай микән?
Ә беҙ – ваҡыт дауылында.
Ҡотолорға бер сара юҡ.
Бахыр ваҡыт… Мәңгелектә
Ул да ҡол бит бер хоҡуҡһыҙ.
Атай менән һөйләшеү Мин атайға өндәшәмен
Бик-бик ҡыйын саҡтарҙа.
“Ярҙам ит, – тим, – был донъяла
Үҙ-үҙемде һаҡларға!”
Көсөм бөтһә, мин көс һорайым.
Йылылыҡ – йөрәк туңһа.
Сабырлыҡ – сабыр һауыты
Тулышып, ташып торһа.
Мәрхәмәтеңдән ташлама
Яҡындарымды, мине!
Күктәр ҡаршында илсебеҙ,
Атай, һин булһаң ине.
Ярлыҡа, тим, ғәйептәрҙе.
Булманым һәр саҡ ғәли.
Мин бит Алиһә түгелмен…
Хаталарҙан кем хали!?.
Мин атайға өндәшәмен
Иң-иң рәхәт саҡта ла.
Бүлештемме – минең бәхет
Меңдәргә ҡабатлана.
Атай иҫән-һау саҡта ла
Бүлешеп булыр ине…
Юғалғансы аңлаһаммы! –
Ваҡыт боролор ине.
Атай рухы, ваҡыт ашып,
Минең менән һөйләшә.
Баҡыйлыҡтан фанилыҡҡа
Ҡайсаҡ төштә өндәшә:
“Йәшә!.. – ти ул. – Һин һуңыраҡ
Килерһең минең янға”.
…Көндө башлайым баш эйеүҙән
Ҡул болғаған ал таңға.
***
Мин һине яңырттым йөрәктә…
Бер генә тимәйем – бер нисә.
Яңыртыу – ҡайтауаз түгел дә:
Мин яндым – яндырҙым төрлөсә.
Мин һине яңырттым йөрәктә…
Һәм шулай көрәштем – үҙемсә:
Көс бирҙем мин хәлһеҙ һөйөүгә,
Ҡабатлап доғамды: “Мең йәшә!..”
Мин һине яңырттым йөрәктә –
Яҙҙарҙы ҡайтарҙым көҙҙәргә.
Ваҡытты борһам да, ҡөҙрәтең
Етмәне үҙеңде эҙләргә.
Мин һине яңырттым йөрәктә…
Күрәһең, йөрәгем нур сәсә!..
Тик һиңә нур-йөрәк кәрәкмәй…
Һағыштар һарғая иҫкесә.
Мин һине яңырттым йөрәктә…
Һин мине йәшәттең йөрәктә…