Ғәскәровсыларға лайыҡлы алмаш15.06.2016
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы йәш быуын вәкилдәренең Мәскәүҙә үткән “Бергә беҙ — Рәсәй” халыҡ ижады фестивалендә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова етәкселегендәге коллектив бөтә илдән йыйылған 150 балалар ансамбле араһында өсөнсө урынды яуланы.

Жюри хөкөмөнә йәш ғәскәровсылар “Бөркөттәр иле” һәм “Башҡорт сувениры” тигән бейеүҙәрҙе тәҡдим итте. Уларҙы Альбина Нуриманова үҙе ҡуйған. Баһалаусылар Башҡортостан артистарының башҡарыу оҫталығын, үҙенсәлеклелеген, кейемдәрҙең сағыулығын билдәләне. Беренсе урынды Ҡырым коллективы яулаһа, икенсене Ҡалмыҡстан вәкилдәре алды.
Әйткәндәй, бәйгенең һайлап алыу турҙары Мәскәүҙең мәҙәни фольклор үҙәге сәхнәһендә үтте. Гала-концерт иһә ВДНХ-ның Йәшел театрында ойошторолдо. Рәсәй көнөндә легендар театрҙа Адыгей, Башҡортостан, Бүрәтстан, Ҡалмыҡстан, Карелия, Төньяҡ Осетия, Тыва, Удмуртия, Сыуашстандан, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән килгән йәш таланттар үҙ сәнғәте менән таныштырҙы.
“Бергә беҙ — Рәсәй” балалар халыҡ ижады фестивале ил Президентының күрһәтмәһенә һәм “Рәсәй мәҙәниәте” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы уҙғарыла.


Вернуться назад