Йылдағыса, Рәсәй һәм Өфө көндәрен йәмәғәтселек киң билдәләне. Былтыр нигеҙ һалынған йолаға ярашлы баш ҡалабыҙҙағы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән “Каруанһарай” комплексы араһында ҡуйылған “Ете ҡыҙ” фонтаны эргәһендә шиғриәт байрамы ла ойошторолдо.
Тантаналы сараларҙың шулай бергәләп килеүенә ишаралап, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев тәбрикләү һүҙендә “Бәхетленең ҡунағы бер көндә” тигән әйтемде иҫкә төшөрҙө. “Ете ҡыҙ”ҙың – Әнисә Таһирова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Лилиә Сәғиҙуллина, Кристина Андрианова-Книгаларҙың – сығышы ла сараның үҙенсәлеге булды. Араларынан ҡайһы бер шағирәләрҙең милли кейемдә тороуы йәнә бер һоҡландырҙы тамашасыны.
Байрамға мәртәбә өҫтәп, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев менән Ҡәҙим Аралбаев та үҙҙәренең ижад емештәрен уҡып ишеттерҙе. Йәнә һүҙ оҫталары Хәсән Назар, Марсель Сәлимов, Гөлнур Яҡупова, Айҙар Хөсәйенов, Тамара Искәндәриә, Зөфәр Вәлит, Рәшиҙә Бик күңелдәрҙе имләне. Урыҫ шағирҙары, тәржемәселәр Сергей Янаки менән Николай Граховтың сығыштары ла бик урынлы булды. Был йәһәттән тәүгеһе беҙҙең шәхестәребеҙгә һоҡланыуын белдерһә, икенсеһе, башҡорт шиғриәтенең мәғәнәүи тәрәнлеген, ундағы фекерҙәрҙе, фәлсәфәне башҡа телдә асып еткереп булмауын билдәләне. Популяр йырсы Радик Динәхмәтов иһә үҙ сығышында Ирек Кинйәбулатовтың шиғырын уҡып, Рамаҙан айы айҡанлы мөнәжәт әйтте.