Таушалған, тимәк, уҡымлы14.06.2016
Таушалған, тимәк, уҡымлы Шундай кешеләр була: уларҙың ҡулында һәр саҡ китап, кешеләр менән аралашҡанда ла теге йәки был билдәле шәхестең ҡанатлы һүҙҙәрен ҡулланып, фекерҙәрен бәҫле итеп әйтә беләләр, кеше күңеленә үтеп инерлек, хәтерҙәрендә ҡалырлыҡ итеп еткерә алалар. Үрге Яйыҡбай һәм Ниғәмәт ауылы китапханасылары Люциә Мусина һәм Гөлбикә Кейекбаева — ысын мәғәнәһендә әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр.
Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән, ошонда уҡ белем алған, Өфө китапхана техникумын тамамлаған Люциә Әхмәт ҡыҙы 1991 йылда Үрге Яйыҡбай ауылында яңы асылған китапханала эш башлай. Йәш китапханасы ҡыҙға эш, әлбиттә, ауыр кеүек тойола. Ләкин ул ваҡытта Ниғәмәт ауылы китапхана мөдире булып эшләгән тәжрибәле китапханасы, Башҡорт­остандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Мәсүрә Барый ҡыҙы Мәхәмәт­йәнова, уны үҙ ҡанаты аҫтына ала. Хеҙмәт юлын яңы башлаған ваҡытта яныңда тәжрибәле кешенең булыуы – ярты бәхет.
Егерме биш йыл эшләү дәүерендә остазының кәңәштәрен тотоп, Люциә үҙ эшен ауыл халҡы араһында китапҡа һөйөү тәрбиәләү, һәр яңы әҫәрҙе уҡырға теләк тыуҙыра алырлыҡ итеп ойоштороуҙы маҡсат итеп ала. Ауыл халҡын китапханаға йәлеп итеүҙә төрлө алымдар ҡулланыуы яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, китап уҡыусы икенсе килгәнендә дуҫын алып килә йәки үҙе уҡыған китапты таныштарына, күршеләренә тәҡдим итеп, уларҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ “Ғаилә менән китапханаға” акцияһы ла уҡыусылар һанын арттырырға мөм­кинлек бирә. Был ысул уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ныҡлап ҡулланыла башлағайны, хәҙер киң йәйелдерелде. Ғөмүмән, Люциә Әхмәт ҡыҙы китап урынында оҙаҡ ҡуҙғалмай, уҡылмай торһа, ҡайғыра, ә таушалғансы ҡулдан-ҡулға йөрөһә, ҡыуана ғына. “Был китап, тимәк, уҡымлы”, – ти ул. 2015 йылда ауыл клубына заманса ремонт яһалғас, унда урынлашҡан китапханаға йөрөгәндәр һаны бермә-бер артты.
Әлбиттә, китапханасының эше китап биреп, алып тороу менән генә сикләнмәй. Китапхана ҡарамағында “Ағинәйҙәр”, “Атайсал”, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, шулай уҡ йәш ҡыҙҙар өсөн “Таңсулпан” матурлыҡ түңәрәге уңышлы эшләй. Быйылғы йылдан “Йәш ғаилә” клубы ла сафҡа инде. Улар менән берлектә төрлө әҙәби кисәләр, берәй әҫәр буйынса һөйләшеүҙәр йыш үткәрелә.
Һәр сараны күңел йылыһын биреп ойоштора Люциә Әхмәт ҡыҙы. Ауыл­даштарының күңелендә күренекле яҙыусылар Мирас Иҙелбаев һәм Гөлфиә Юнысова менән осрашыу онотолмаҫ хәтирә ҡалдырҙы. Кино йылына арнап, районыбыҙҙа иғлан ителгән “Алтын ҡомартҡы” эстафетаһы сиктәрендә уҙғарылған сара ла юғары кимәлдә булды. Юлай Ғәйнетдиновтың “Хазина” тапшырыуында беҙҙең яҡташтарыбыҙ тураһында төшөрөлгән документаль фильмдар нигеҙендә ойошторолған эстафета саралары районыбыҙҙың һәр ауылында үтә. Үрге Яйыҡбай ауылында Люциә Әхмәт ҡыҙы 1996 йылда төшөрөлгән “Байыҡ” бейеү конкурсы тураһында фильм күрһәтеп, матур хәтирәләрҙе яңыртты. Эстафета шарттарына ярашлы, кисәнең икенсе өлөшө ауылдың хазинаға тиң таланттарына — республика ҡурай һәм йыр конкурстары лауреаты Рәил Хәсәновҡа һәм оҫта гармунсы Мөхтәр Сафиул­линға арналды.
Люциә Әхмәт ҡыҙы – ғаиләһенең ҡото, уңған хужабикә лә. “Ғаиләңдә тормош юлын иңгә-иң терәшеп үтер кешең һине аңлап, ярҙам итергә әҙер тормаһа, күптәр үҙҙәренең теләктәренә ирешә алмай. Әлдә ирем Ринат мине аңлай һәм эшемдә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер”, – ти ул.
Люциә Әхмәт ҡыҙы, үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле китапханасы булараҡ, ун йыл элек Ниғәмәт ауылы китапханаһына эшкә килгән Гөлбикә Кейекбаеваға ихлас кәңәштәре менән ярҙам итә алды. Гөлбикә Сафа ҡыҙы китапханаға эшкә килгәнсе, Стәрле­тамаҡ пединститутының филология бүлеген тамамлап, Сибай ҡалаһында, Үрге Яйыҡбай мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Эшемде бик яратам, китапханаға ҡыуанып киләм. Әҙәбиәткә булған һөйөүҙе башланғыс класс уҡытыусыһы Әминә Сөләймәнова һәм башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Кашапова уятты”, – ти ул.
Бала саҡтан әҙәбиәткә булған һөйөү уны китаптар батшалығына килтерә лә инде. Эшләй башлағас та, китапхана эшен икенсе төрлөрәк итеү, үҙгәртеү тураһында уйлана башлай. Әмәлгә район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина уға бик ышанып, 2012 йылда китапхананы моделле итеп үҙгәртергә булышлыҡ итә.
Гөлбикә Сафа ҡыҙы китапхана эшен йәнләндереү маҡсатында ауылдаштары Т. Алтынғужина, М. Ҡолһарина, Т. Му­сина, Р. Хәсәнов, шулай уҡ Байым ауылынан сәсәниә Т. Вәлиева менән бай йөкмәткеле осрашыу-кисәләр үткәрә. Яҡташ ижадсыларҙың ижадын халыҡҡа еткереү өҫтөндә сараларҙы йыш ойоштора. ”Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе ағзаһы Рәйсә Иҫәнбаеваның Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Һуғыш ярып үтте йөрәкте” китабының исем туйы хәтер ҡуҙҙарын терелтеп, йөрәктәргә үтеп инде. Әлеге көндә шул уҡ авторҙың “Таҡмаҡсылар төйәге” исемле тағы бер китабының исем туйын әҙерләү өҫтөндә эшләй.
Эйе, һанай китһәң, китапханасының башҡарған эше бик күп. Китапханаға килгән һәр кем менән уртаҡ тел табып, һәр береһенең ҡыҙыҡһыныу-шөғөл­дә­рен иҫәпкә алып эште ойоштора белә Гөлбикә Сафа ҡыҙы. Юҡҡа ғынамы ни райондағы нәфис һүҙ бәйгеләрендә ауылдаштары З. Хәмитова, Ф. Мөхә­мәтшина, Р. Хәсәнов, Ә. Мырҙа­ғәлина, Н. Ғатауллина, Р. Иҫән­баевалар йыл һайын призлы урындар яулай.
Китапхана ҡарамағындағы “Оҫта ҡулдар” түңәрәге, “Ағинәйҙәр”, “Атайсал”, “Игебай мәктәбе”, “Таңсулпан”, “Шоңҡар” клубтары уңышлы эшләп килә. Был клубтар ағзалары ҡатнаш­лығында икенсе йыл рәттән “Биб­лиотөн” акцияһы юғары кимәлдә үтте. Быйылғы сарала ҡатнашыусылар әҙәби әҫәр буйынса диктант яҙҙы, “Мөғжи­зәләр яланы” уйынында ҡатнашты, “Драма әҫәрҙәре геройҙары – сәхнәлә” исемле театрлаштырылған тамаша ҡараны.
Исеме есеменә тап килеп, китапханала күҙҙең яуын алған төрлө-төрлө гөлдәр үҫтергән, халыҡты мөләйем йөҙ менән ҡаршы алған Гөлбикә Сафа ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр­ҙәре менән берлектә эшләй. Ул — мәҙәниәт йортоноң “Һаҡмар” халыҡ театры, “Һаҡмар һандуғастары” вокал ансамбленең әүҙем ағзаһы.
Эйе, ниғәмәттәр китапханасыларҙан уңды. Быйыл эштәренең төп йүнәлеше Кино йылына арнала. Оҙаҡ йылдар ауылда кино күрһәтеүсе, Рәсәй Феде­рацияһының маҡтаулы киномеханигы Әҙеһәм Рахманғолов менән осрашыу ҙа ауыл халҡына бик оҡшаны.

Р. ИҪӘНБАЕВА,
”Йәнгүҙәй” ижади
берекмәһе ағзаһы.




Вернуться назад