Ҡытай, беҙ һине күрәбеҙ!10.06.2016
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Ҡытайҙың “ССTV-Русский” телеканалы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Йәғни беҙҙең иң яҡшы тапшырыуҙар Ҡытайҙа күрһәтелһә, республика тамашасыһы Ҡытай журналистары әҙерләгән программаларҙы ҡарай ала.

Каналдар мәғлүмәт, танып-белеү программалары һәм документаль фильм­дар менән алмашыуҙы күҙал­лай. Республи­каның төп телеканалында Ҡытай хәбәр­селәренең фән һәм инновация өлкәләре яңы­лыҡ­тарынан әҙерләгән тәүге сюжеттары донъя күрҙе, ә “ССTV-Русский” телеканалы эфирына Баш­ҡортостан журна­лис­та­рының “Газ. Нефть. Технологиялар” форумы һәм Волга буйы федераль округы делегация­һының Ҡы­тайға сәфәре тура­һын­да материалдары инде­релгән.
Ҡытай үҙәк телевиде­ниеһының был каналы тәүлек әйләнәһенә эшләй, 2009 йылдан башлап урыҫ теле туған йәки икенсе тел булып һаналған илдәрҙә күрһәтә. Евразия биләмә­һендә әлеге каналдың 300 миллион тамашасыһы бар.
– Хеҙмәттәшлек — Баш­ҡортостанды халыҡ-ара ки­мәлгә күтәреүҙә тағы бер аҙым. Республикабыҙҙа ҙур иҡтисади, спорт, фәнни форумдар үткәрелә, мәҙә­ниәт һәм сәнғәт буйынса ҡы­ҙыҡлы проекттар тор­мошҡа ашырыла, талантлы ға­лимдар һәм бел­гес­тәр эшләй. Баш­ҡортостан иҫтә­лекле урындары, тәбиғәте менән дан тота, дөйөм алғанда, һөйләйһе яңы­лыҡтарыбыҙ күп, — ти Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.
Беҙҙекеләр “ССTV-Русский” каналы менән репортаждарын, тапшы­рыу­ҙа­рын һәм документаль проекттарын, музыкаль контентын уртаҡлашырға әҙер.
– Ҡытайҙағы колле­галарыбыҙ менән берлектә телевизион проект булдырыу мөмкинлеген дә тик­шерәбеҙ. Хеҙмәт­тәшлекте киңәйтәсәкбеҙ. Киң мәғлү­мәт саралары тиҙ үҫеш­кән заманда ресурстар менән алмашыу һәм халыҡ-ара темаларҙы төрлө яҡлап яҡтыртыу, ике яҡлы мөнә­сәбәттәрҙе үҫтереү мөһим, — ти “Баш­ҡортостан” телерадио­компанияһы директоры Ғәлим Яҡупов.



Вернуться назад