…Стәрлетамаҡ бейеү театрының репетиция залында ағастан эшләнгән бер һын бар. Артистар уны “бетеү” тип йөрөтә. Коллектив ағзаларын бәлә-ҡазанан һаҡлай, тылсымлы көсө ярҙамында ансамблдең үҫешен ҡурсалай был һын, тип ышана улар. “Бетеү”ҙең йәнә бер әһәмиәте шунда – хаҡлы ялға сығыусылар ҡаҙауҙы сәхнә иҙәненә түгел, уға ҡағып китә (бейеүселәр араһында шундай йола бар: сәхнәне ҡалдырғанда уға ҡаҙау беркетәләр, йәнәһе лә, һәләттәрен киләһе быуынға тапшыралар). Тик бер көн артистар репетицияға килһә, ни ғәжәп, һын юҡҡа сыҡҡан! Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Сөләймәнов шәйләп ҡалған был юғалтыуҙы.Театрҙа тәүге көндән үк бейегән ветеран әлеге һынды кейем бүлмәһендә табып ала. Шунда уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөгән малайҙарҙы саҡырып килтерә лә “бетеү”ҙе кире сығарта. “Башҡа ҡағылмағыҙ”, — тип киҫәтеп ҡуя. Театрҙың ҙур мәғәнәгә эйә әйбере кейемдәр араһында саң йыйып ятырға тейешме ни?! Ләкин… икенсе көнгә килһә – һын йәнә бүлмәлә урын алған. Эх, был шуҡ малайҙарҙы! Репетиция залында геү килгән буласаҡ бейеүселәр артабанғы минуттарҙа, “бетеү”ҙе күтәреп, тағы ишеккә табан йүнәлә. Был хәл, бәлки, көн дә дауам итер ине, әгәр ҙә шул мәлдә тағы бер ветеран Рәил Лоҡманов килеп инмәһә. Баҡтиһәң, кейем бүлмәһенә һынды ул индерткән. Сәбәбе: шөғөлләнергә йөрөгән малайҙар уны боҙоп ҡуйыр, тип ҡурҡҡан. Ғөмүмән, һәр кем үҙенсә һаҡларға тырышҡан ҡәҙерле һынды. Әммә тәү ҡарашҡа мәрәкәгә ҡоролған был ваҡиғала, дөрөҫөн әйткәндә, ниндәй ҙур мәғәнә ята. Һынды түгел, театрҙы, уның булмышын күҙ ҡараһындай һаҡларға теләй егеттәр. Хәйер, улар үҙҙәре лә бит был ижади донъяның бер табышы һәм бер яҙмышы, тигәндәй.
…Бала саҡтан баян моңона ғашиҡ булып үҫкән Йылайыр егете Руслан Стәрлетамаҡҡа яратҡан музыка ҡоралында профессиональ кимәлдә уйнарға өйрәнергә тип килә. Тик, бәхетенә күрә, бейеү бүлегенә уҡырға инә. Күрәһең, Хоҙайҙан бирелгән, үҙең дә һиҙмәгән һәләттең шишмәләй урғылыуы шулдыр. Нисек кенә булмаһын, Руслан башкөллө бейеү донъяһына сума. Ә яҙмышын хәл итер осрашыу тәүге курсҡа тура килә.
— Училищеға, ҡара плащын, ҡара эшләпәһен кейеп, Хәлил ағай Ишбирҙин килеп инде. Башта бөтә студенттарҙы йыйып, репетиция залында каратэ буйынса күнекмә үткәрҙе, — тип хәтерләй Руслан ул осрашыуҙы. – Сәнғәтте өйрәнергә килгән егеттәргә бындай күренеш сәйер тойолһа ла, күнекмәләрҙе ихлас башҡарҙыҡ. Баҡтиһәң, сәнғәт әһеле был спорт төрө ярҙамында ишетеү-күреү һәләтебеҙҙе, пластикабыҙҙы һынарға теләгән булып сыҡты. Артабан каратэнан башҡорт халыҡ әкиәттәрен һәм риүәйәттәр тыңлауға күстек.
Шулай итеп, һынау үткәндән һуң, Стәрлетамаҡ бейеү театрының төп өлөшө булараҡ дүрт егет һайлана: Руслан Сөләймәнов, Иҙел Дауытов, Марсель Шәйәхмәтов, Салауат Сәйғәфәров. Был ваҡиғаға ла сирек быуат үтеп киткән. Кемдер театрҙы ҡалдырҙы, кемдер бөтөнләй арабыҙҙан китеп барҙы. Тик шуны билдәләргә кәрәк: был театрҙа ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт сәнғәтендә егеттәрҙең һәр кеме үҙ эҙен ҡалдырған. Бөгөн хаҡлы ялдағы артист Руслан Сөләймәновтың һирәк сығыштарын, мәҫәлән, күптәр көтөп ала. Хәйер, бейеүсе үҙе лә сәхнәлә “йәшәү”ен дауам итә. Мөмкин тиклем күберәк бейеп ҡалырға тырыша. Үҙе әйтмешләй, һәр бейеүҙе һәр йәштә бейеп булмай…
— Ике тиҫтәнән ашыу йыл аҙ ғүмер түгел. Төрлө саҡтар булды, ләкин үкенестәр кисермәйем, сөнки театрҙа эшләгән ғүмерем – тормошомдоң иң матур мәле, — ти Руслан үҙе был йәһәттән. Шуныһы билдәле: һөнәрен яратҡандарҙың хеҙмәт емеше лә тос була. Руслан Сөләймәнов ҡатнашлығындағы бейеүҙәр, һис шикһеҙ, театрҙың алтын фондын тәшкил итә һәм артабан да шулай булыр.
Әйткәндәй, был артист сәнғәт донъяһы менән бейеүҙәре аша ғына бәйле түгел. Туҡһанынсы йылдарҙа ул бейеүселәр өсөн ситектәр тегеү цехын асҡан. Шуныһына иғтибар итегеҙ: унда коллегалары менән бергә эшләй.
— Яңы һәм матур ситектәр килтерәләр ине, әммә күбеһе тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған булып сыға. Төйөндәре аяҡты ауырттыра, табандары ҡаты. Бейеүсенән дә шәберәк ситек тегеүсе булмаҫ, тинем дә эшкә тотондом. Артистарҙың эш хаҡы аҙлығы ла уйландырмай ҡалманы, — тип иҫләй бейеүсе. – Бейеү сәнғәтенең үҫеше бит ул матур хәрәкәттәр яһауҙан, күңелеңдәге хистәрҙе тамашасыға сығара белеүҙән генә тормай, бейеүсе кинәнеп бейеһен өсөн ситексенең дә, етәксенең дә ярҙамы ҙур…
Һынға әйләнеп ҡайтҡанда, ваҡыты еткәс, унда ҡаҙауҙарҙың күбәйеүен, тимәк, килгән йәштәрҙең берегеүен һәм, әлбиттә, мәҡәлә геройылай сағыу эҙ ҡалдырыуын теләргә ҡалалыр.