Рауил БИКБАЕВ
Өс таған
Ҡорҙаштарым Тимер Йосопов менән Ирек Кинйәбулатовтың яҡты иҫтәлегенә.Ниндәй йыл был?!
Донъя емерелгәндәй,
Һүрелгәндәй яҡты ҡояшы.
Ашыҡтылар ҡайҙа?
Бер-бер артлы
Китеп барҙы ике ҡорҙашым.
Беҙҙе – өс тиҫтерҙе – Өфөләргә
Алып килде юлдар йыраҡтан.
Бер яғымда Тимер дуҫым булды,
Ирек дуҫым булды бер яҡта.
Өсөбөҙ ҙә – һуғыш балалары.
Дәһшәт менән килде, эй, заман!
Бер-беребеҙгә булдыҡ беҙ таяныс,
Был тормошта булдыҡ өс таған.
Ҡорҙаштарым – халҡым ғорурлығы,
Әйтте шағир һүҙен, ир һүҙен.
Өс тағандан ҡалдым бер яңғыҙым,
Өс тағандан ҡалдым бер үҙем.
Ғәзиз ҡорҙаштарым!
Һеҙ киткәндә
Зиһендәрем китте таралып.
Күңелебеҙ һыҙлай,
Һыҙыла һағыш,
Башҡорт иле бөгөн яралы.
Гүзәл СИТДИҠОВА
Диңгеҙ бейеүе Шағир Ирек Кинйәбулатовҡа. Нисәнсе ҡат карап сәфәр сыға
Тулҡын ярып диңгеҙ өҫтөндә,
Армыт-армыт һырттар күренгәндәй
Сикһеҙ һыуҙың сихри төҫөндә
Бер диңгеҙсе бейей палубала,
Елпелдәтеп башлыҡ таҫмаһын,
Әй елкенеп бейей, ауылында
Һығылыр ине иҙән таҡтаһы.
Тамашалай диңгеҙ, ғәжәп ҡылып,
Бейеп китә ҡушылып тулҡыны,
Берсә күккә үрелеп-үрелеп ала,
Ҡала алмай хәҙер ул тынып.
Алыҫ ярға ҡағып ҡырсын йыуа,
Ҡаяларға бәрелеп айҡала,
Ғашиҡтарҙың мөхәббәтен данлап
Аяҡ аҫтарында сайҡала.
Өйөрмәләп, шаулап, кәмәләрҙе
Юнысҡылай ғына уйната,
Ебәк кенә келәм булып, йәнә
Офоҡҡаса йәйелеп ул ята.
Ҡарағусҡыл һағыш баҫа берсә,
Берсә йәйғор ҡалҡа күгенә,
Берсә – ҡайнар, берсә боҙ һалҡыны –
Ярһыулыҡтарына түҙ генә.
Бейей диңгеҙ, әле һалмаҡ ҡына,
Әле дауыл итеп бар хисен,
Аҡ карапта, ап-аҡ палубала
Бейей сөнки шағир – диңгеҙсе.
Йөрәгендә
диңгеҙ туланы...“Ни шатлыҡтар бар?” – тип килеп инер ине ул әҙәбиәт бүлегенә. Һорауына үҙе үк яуап биреп ҡуя: “Эшләп ултырыуығыҙ шатлыҡ инде”. Иртә менән шулай хәл-әхүәл һорашып, редакциянан редакцияға йөрөп сығыр булды шағир Ирек ағай Кинйәбулатов. “Ни шатлыҡтар бар?” Йөрәкте телгән, күңелде өйкәгән хәсрәтебеҙ генә бар бөгөн – Ирек ағай мәңгелек тупһаһы аша атланы...
Моряк халҡын йөрөшөнән белеп була, тиҙәр. Штормдарҙа сайҡалған карапта ныҡ баҫып торор өсөн улар аяҡтарын кирә биреберәк атларға ғәҙәтләнә икән. Ирек ағай ҙа моряк булып хеҙмәт иткән. Йыһан диңгеҙендә сайҡалған Ер исемле карапта ла ныҡ баҫып торҙо ул, туғыҙ валлы штормдар бәргәндә лә сайҡалырлыҡ түгел ине.
Бынан ун йыл самаһы элек, Ирек ағай сирләп дауаханаға ятҡас, кәйефен күтәреү ниәте менән “Моряк” тигән бер шиғыр яҙғайным. Дауаланып сыҡҡас, ҡыуанып килеп еткән. “Шиғырыңдан диңгеҙ еҫе килә”, – тине. Диңгеҙ еҫе нисегерәк булалыр, уныһы миңә таныш түгел. Ләкин Ирек ағайҙың диңгеҙ еҫен генә түгел, тормош еҫен тойоп йәшәүен самалайым. Уның ижадынан аңҡый тормош еҫе.
Һин тельняшка кейеп тыуғанһыңдыр,
Тешләп бескозырка таҫмаһын.
Һәм ғүмергә моряк булып ҡалдың,
Диңгеҙ нисек кенә шашмаһын.
Тулҡындарҙың уртаһында булдың,
Һыйынманың тыныс ярына.
Яраланһаң, дауаланы диңгеҙ,
Тоҙло һыуын бөркөп яраңа.
“SOS!” һуҡманың бата яҙғанда ла,
Бәрелһәң дә ҡая-таштарға.
Маҡсаттарға барып етәһе бар,
Иртә әле якорь ташларға...
Эйе, Ирек Лотфый улы, иртә ине әле һиңә якорь ташларға!.. Иртә ине!..
Салауат ӘБҮЗӘРОВ.“Нисек үтә йәш ғүмер?..”Өфөләрҙә мине ҡайғы көткән,
Ингем килмәй тора ҡалаға:
Шиғриәттең фани баҡсаһынан
Мәңгелеккә күсте бер ағай...
Ҡырымдан ҡайтып етеү менән ишеттем ошо ауыр хәбәрҙе. Ышанып та булмай торҙо хатта. Һуң Ирек ағай юлға сығыр алдынан ғына оҙатып ҡалды ла инде, тип, үҙемде үҙем был аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа ышандырмаҫҡа тырыштым. Әллә осраҡлы хәл булды, әллә һиҙенде, сәфәргә юлланыр элек иҫ киткес матур бер сәғәт бүләк итте. Нимә әйтергә теләне икән, тип уйландыҡ хатта беҙ, әҙәбиәт бүлегендә эшләгәндәр. Хәҙер миңә барыһы ла аңлашыла кеүек: кеше ғүмере һанаулы. Һуңғы күрешеү булған икән...
Матбуғат йортонда шағирҙың юҡлығы ныҡ тойолор инде, сөнки һәр иртәне беҙ уның: “Нисек үтә йәш ғүмер?” тигән сәләме менән башланыҡ! Бына-бына ишек асылып китер ҙә ихлас йылмайып Ирек ағай күренер төҫлө. “Башҡортостан” гәзитенең хеҙмәткәре, торараҡ үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Ирек Лотфый улының ғүмере башҡорт матбуғаты менән тығыҙ бәйле булды. Һәр баҫманы йортона алдырып, ләззәтләнеп уҡыны ул. Ғәҙәттә, ҡайһы бер зыялылар мәҡәләләре сыҡһа, гәзит эҙләп йөрөүсән, ә Ирек ағай үҙе башҡаларҙы ла яҙҙырҙы. Уны хатта гәзит ене ҡағылған кеше тип әйтергә лә булалыр. Матбуғат йортона инмәгән, ҡулына яңы һанды алып ҡыуанмаған көнө лә булмағандыр әле. Баш ҡалабыҙҙағы Октябрҙең 50 йыллығы урамының 13-сө йортонда урынлашҡан был бина уның икенсе өйө һымаҡ ине.
Шиғриәтендә ул һәр саҡ башҡорт милләтенең бөгөнгөһө, үткәне хаҡында яҙып, киләсәген тоҫмалларға тырышты. “Мин – башҡорт” тигән китабында шундай шиғри юлдары бар:
Мин күптәнге,
Киләсәкке башҡорт –
Меңәр йыллыҡ юлым артымда.
Үткәндәре барҙың киләһе бар,
Шуны белһен йәшем, ҡартым да.
Ошо юлдарҙа уның ижади асылы сағыла.
Ирек ағайҙың тағы ла бер үҙенсәлеге хаҡында әйтеп китмәй булмай. Ул бик күп замандаштарына бағышлап шиғырҙар яҙҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе тап “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрә килде. Ҡәләмдәштәр араһында бер мәл хатта был күренешкә көлөмһөрәп ҡарағандар ҙа булды. Хәйер, миндә лә тыуғаны булды “Бағышлауҙар менән артыҡ мауыҡмаймы икән Ирек ағай?” тигән уй. Әммә йылдар үткән һайын шуны аңланым: ул бит, портреттар эшләгән рәссам һымаҡ, үҙе күреп белгән, тарихта эҙ ҡалдырған шәхестәр, дәүерҙәштәре йөҙөн һүҙ сәнғәтендә һынландырған. Рәхмәт кенә әйтәм бөгөн был эштәре өсөн. Яңыраҡ ҡына башҡорт теле ғалимы Марат Зәйнуллин менән хушлашҡанда ниндәй тетрәндергес юлдар менән шиғыр уҡыны ул:
Телдән төшмәҫ тел ғалимы китте...
Ә бер көн килеп үҙе менән хушлашыр мәл етте. “Ирек ағайҙың үҙенә кем шиғыр бағышлар икән?” тигән уй ҙа үтте баштан. Һуңғы көнөнә тиклем аяғөҫтө йөрөнө, Матбуғат йорто менән бәйләнешен өҙмәне шағир! Йәне йәннәттәлер Ирек ағайҙың. Йома көндө йоҡлаған килеш күскән Мәңгелеккә. Диндә бындай хушлашыуҙы иң еңелдәренән һанайҙар. Һағындырыр инде Ирек ағайҙың оптимист рухы, алсаҡ йөҙө, кеселеклелеге!
Лариса АБДУЛЛИНА.