Шиғриәт байрамына рәхим итегеҙ10.06.2016
12 июндә, Өфө ҡалаһы көнөндә, “Ете ҡыҙ” һәйкәле янында Шиғриәт байрамы ойошторола. Шағир Ирек Кинйәбулатов был фонтан асылыу менән тәүгеләрҙән булып шиғыр яҙып, әҙәби байрамдарҙы ошонда ойошторороға тәҡдим иткәйне. Быйылдан башлап “Ете ҡыҙ” һәйкәле янында шиғыр кисәһе даими уҙғарыласаҡ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар, рухиәткә һыйыныусылар!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
***
Ете ҡыҙ һәйкәле асылыу уңайынан.
Ете ҡыҙҙың бергә, намыҫ һаҡлап,
Һыуға ташланғаны – бейеүҙә.
Булды ҡарап йөрәк әрнегәне,
Булды түбәм күккә тейеү ҙә.
Халҡым юлы ерҙә һәр саҡ шулай:
Булды күҙ йәше лә, ҡаны ла.
Күргәндәре – мәңге онотмаҫлыҡ –
Булды ғибрәтле лә, данлы ла.
Ә был риүәйәтте бөгөнгөләр
Белмәйҙәрҙер ныҡлы, белеп тә
Бөгөн байтаҡ йәштәр бармайҙар бит
Ҡолағына барын элеп тә.
Эй, ете ҡыҙ! Бөгөн Өфөмдөң һеҙ
Бер биҙәге булып балҡтығыҙ.
Ер ҡайғыһы булып батҡайнығыҙ,
Ер шатлығы булып ҡалҡтығыҙ.
Әйҙә, күрһендәр ҙә һоҡланһындар
Һеҙҙең йөҙҙә намыҫ сафлығын.
Беҙгә һәр саҡ ҡайғы аша килә
Күпте күргән халҡым шатлығы.
Йәшле-ҡанлы үткәндәрҙе уйлап,
Нисәнсе ҡат башым ватыла.
Ерҙең күҙ йәштәре ергә һыймай,
Бөгөн фонтан булып атыла,
Бөгөн фонтан булып атыла.



Ҡәҙим АРАЛБАЕВ

Ете ҡыҙ

Өфөлә “Ете ҡыҙ” фонтаны асылды.

Берәү генә түгел, етәүһегеҙ,
Тура килеп изге һанға ла,
Ерҙә Етегәндәй балҡынығыҙ,
Һоҡланырлыҡ һомғол һынға ла.
Эйә булып, гөлдәй үҫкәнһегеҙ,
Сибәрҙәрҙән-сибәр еткән ҡыҙ,
Бер туғандай татыу әхирәттәр –
Гүзәллектең тажы, ете ҡыҙ!..
Һыу төбөнә инде китмәҫһегеҙ,
Хыялдарҙан айнып, терелеп,
Йәшәрһегеҙ бейеү, фонтан булып,
Беҙҙең йылы хискә төрөнөп...

Тик ете ҡыҙ – бейеү генә түгел,
Ул сәнғәт тә, милли иман да,
Ете ҡайғы ете быуын буйы,
Ете өмөт ҡара томанда...
Һыу тауышын еңеп сеңләй ҡыҙҙар,
Үкһеүҙәре йәнде өшөтә.
Тарих төпкөлөндә тороп ҡалған
Зарҙы бөгөн ҡабат ишетәм.
Ҡурай моңдарына һеңгән һағыш –
Ете ҡыҙҙың көн дә илауы.
Янығыҙҙа баҫып торғанымда
Саҡ тыямын йөрәк тулауын...
Ергә төшкән сихри Етегәндәй,
Һыу тирәләп баҙлай ете ҡуҙ...
Булмышығыҙ – кешеләргә өлгө,
Сафлыҡ символы һеҙ, ете ҡыҙ!


Зөлфиә ХАННАНОВА

Ете ҡыҙ
Баш ҡалабыҙ Өфөлә “Ете ҡыҙ” һәйкәле асылыу айҡанлы.
Сал тарихтан тыйнаҡ етәкләшеп,
Ҡала уртаһына ҡайттығыҙ,
Асылына тоғро йәндәр аша
Таптығыҙмы юлды, ете ҡыҙ?!
Биҙәр өсөн генә ҡайтманығыҙ
Гүзәлдәрҙән-гүзәл илдәрҙе,
Ҡайттығыҙ һеҙ уйландырыр өсөн,
Уфтандырыр өсөн ирҙәрҙе…
Һиҫкәндерер өсөн ҡатын-ҡыҙҙы
Ҡосағында саҡта яттарҙың,
Һыҙландырһын өсөн көтмәгәндә
Күңел төпкөлөндә ятҡан моң.
Ете һылыу һыу сәсрәтеп уйнай,
Һағыштарын сайҡай Иҙелдә.
Үҙ илендә ҡол булырмы кеше,
Ҡол булмағас хатта сит илдә?!
Табанынан ҡан ағыҙып ҡайтҡан
Ете ҡыҙҙың һомғол буй-һыны
Һеңдерә бит йәнгә рух ныҡлығын,
Ватансылыҡ тигән тойғоно.
Милли асыл ерҙә тапалғанда
Бик ваҡытлы һеҙ бит ҡайттығыҙ,
Сәңгелдәктә батырҙарҙы бәпләр,
Илдең ҡотон һаҡлар Ете ҡыҙ!


Вернуться назад