Бәйгесенән – йөҙ халыҡ көйө08.06.2016
Бәйгесенән – йөҙ халыҡ көйө Башҡортостанда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы уҙғарыла. Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Ул сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән. 1991 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Конкурс 23 – 25 июндә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола. Ижади бәйгелә үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша. Бәйге өс йәш категорияһында (12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр) ике турҙа үтә. Һәр ҡатнашыусы конкурс тураһында положениела бирелгән исемлек буйынса йөҙ башҡорт йырын һәм уларҙың легендаһын белергә тейеш.
Бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталығына танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, фольклорсы-ғалимдар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, элекке йылдарҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстың гран-прийына эйә булыусылар баһа бирәсәк. Сара барышында конкурс лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр, сәсәндәр һәм быйылғы бәйге еңеүселәре ҡатнашлығында концерт була.
Ғаризалар 15 июнгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2-се йорт, Республика халыҡ ижады үҙәге. Тел./факс: 8 (347) 289-65-50, 8-960-398-02-94.


Вернуться назад