Ул ҡояшҡа ғашиҡ ине...08.06.2016
Ул ҡояшҡа ғашиҡ ине... Һуңғы йылдарҙа ҡыуаныслы хәбәрҙәргә ҡарағанда күңелгә шом һалғандары йышыраҡ ишетелә. Тегендә самолет ҡолаған, бында янғын сыҡҡан, унда бомба шартлаған... Ҡаза, һәләкәт, ҡорбандар... Ләкин томан араһынан күренеп ҡалған ҡояш нурҙары шикелле балҡыған рухи саралар ҙа күңелде яҡтыртып ебәрә. Шунда уйлап ҡуяһың: томан мәңге түгел, ҡояш нурҙары мәңгелек!

Ошо көндәрҙә юлыбыҙ Ейәнсура районына төштө. Йәшләй генә фажиғәгә тарып вафат булған шағир Сергей Чекмаревты иҫкә алырға Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Силәбе әҙиптәре Владимир Литвинов, Виктор Бабкин, Алексей Казаков һәм башҡалар килде.
Ҡунаҡтар, шағирҙың һәйкәленә сәскә һалғандан һуң, район китапханаһында халыҡ менән осрашып, уның тормошо тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. Сергей Чекмаревтың ҡыҫҡа ғына биографияһын бер нисә юлға һыйҙырырға булыр ине. 1910 йылдың 13 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. Мәктәп... Институт... Башҡортостанға эшкә килә һәм республиканың көньяҡ сигендә ятҡан “Таналыҡ” совхозында өлкән зоотехник, директорҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары була. Матур тормошҡа, киләсәккә рухландырған, һөйөү уты менән һуғарылған шиғырҙар яҙа. Ләкин Аллаһ Тәғәлә тарафынан йәш шағирға яҡты ҡояш аҫтында ни бары 23 йыл ғүмер бирелгән, күрәһең: яҙғы ташҡында йылғаға батып вафат була.
Башҡортостанда шағир иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Ул эшләгән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында һәйкәлдәр ҡуйылған, шағир исеме ҡушылған урамдар бар, әҙәби мираҫы ентекләп өйрәнелә, уның хаҡында әҫәрҙәр ижад ителгән.
Һеҙҙең иғтибарға Сергей Чекмаревтың Ҡәҙим Аралбаев тәржемә иткән бер әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.



Ҡарталы станцияһында уйланыуҙар

Һәм бына мин, шағир, «ҡоло» Феттың,
Килеп инәм – «станса Ҡарталы».
Ишектәрен асам да буфеттың,
Өҫтәлдәрҙе өнһөҙ байҡайым.

Төн. Яй ғына шыуа сәғәт теле,
«Бо-шон, бо-шон...» тиеп бышылдай.
Тәрилкәләр әкрен зыңлап ҡуя,
Һәм сәй ялҡау ғына боҫорай.

Ни ҡылаһың! Сәй ҡуйы һәм ҡайнар,
«Ләкин карманда бит аҡса юҡ».
Руссаға ул тәржемәлә була:
Аҡсаларға килә шул каюк.

Ҡайҙа ҡараһаң да – бер үк нәмә:
Пассажирҙар йөҙө йоҡоло.
Нисек үткәрергә был ваҡытты?
Йә, ултырсы эшһеҙ бойоғоп.

Һәм бына мин ҡулға ҡәләм алам,
Аҡ ҡағыҙҙы алға һалам да,
Мысыр сихырсыһы кеүек хас та,
Һыҙғылайым серле тамғалар.

Йөрөгәнсе залда эс бошороп,
Ултырғансы салбар туҙҙырып,
Бәлки, ялҡынлы бер поэманы
Тыуҙырырға мөмкин булырҙыр.

Ана бер гражданка. Бар кәрзине.
Сәстәре һуң! – Алтын бөҙ(ө)рә.
Исем ҡушам, миҫал өсөн, – Зина,
Һәм бойорам мине һөйөргә.

Акация кеүек моңланһын ул –
Яҙҙы зарығып көтә еркәйем...
Ә бынауы уҫал мыйыҡлы ағай
Булһын уның йүнһеҙ иркәйе.

Һеҙ ҡарағыҙ, нисек ултыра ул!
Йөҙөндә һуң бармы бер аҡыл?
Аңламаҫ ул ҡыҙҙың ярһыу хисен,
Уның изге...
Туҡта, ник шау-шыу?

Нимә булды? Халыҡ ашыҡ-бошоҡ
Кәрзиндәрен алып йүгерә...
Ҡапыл бик күп уттар балҡып китә,
Унан ниҙер әсе үкерә.

Һәм бына ул – тау-үҙәндәр аша
Сабыу өсөн тыуған йәшәүгә –
Килеп туҡтай Магнитогорскиҙан
Тиҙ йөрөшлө поезд Мәскәүгә.

Кешеләрҙең нисек тығылғанын,
Этешкәнен йән-тән аямай,
Яҙыр өсөн минең ҡәләм бармай,
Талантым да әле самалы.

Минең өсөн улар барыбер ҙә,
Улар китәләр бит, мин түгел.
Тик ниңә һуң һағыш ялҡынына
Сорналғандай яна был күңел?

Поезд тора йонсоу, хәле бөткән,
Хәтерләтә дала төлкөһөн.
Тәгәрмәскә яҡын киләм, көтөп
Миңә юлдар еҫен бөркөүен.


Уға әйтәм:
– Нисек әле хәлең?
Һауғынамы, иптәш паровоз!
Түләр инем хаҡын ҡаным менән,
Күпме тейеш юлда барыуға?

Йәнә әйтәм уға: иптәш состав,
Тыңла борҡотмайса быу-тының,
Һыуыҡта бит минең ҡолаҡ һыҙлай,
Ауырта бит һәр бер быуыным.

Тыңла, дуҫҡай, тамам туйҙым инде
Сикһеҙ далаларҙы гиҙеүҙән,
Өшөп сикәләрҙе туңдырыуҙан,
Сырхап йөрөүҙәрҙән, киҙеүҙән.

Йәйен-ҡышын көтөүҙә йәшәүҙән,
Һәр бер быҙау өсөн ҡыҙылып. –
Был донъяны рәтләп бөтөп булмаҫ,
Бурандарҙы булмаҫ тымыҙып.

Ҡойондарҙан күҙҙе асып булмай,
Бысраҡ кисеп йәшәп ялыҡтым.
Һәм иптәштәй күреп, дуҫтай күреп,
Үтенәм мин һинән: алып кит!

Алып кит һин мине баш ҡалаға –
Донъя һөйләй уның турында.
Унда тормош аға электрҙай,
Балҡый йөҙ мең уттар нурында.

Йотлоғоп та китап уҡыр инем,
Тормаҫ инем эшкә таңдарҙа,
Ә кистәрен киноэкрандарға
Бағыр инем сихри залдарҙа.

Уйнар инем, йырҙар йырлар инем,
Һандуғасҡа хатта көнләшмәй...
Быға нимә әйтерһең һин, состав?
Ҡалырһыңмы икән өндәшмәй?

Нимә? Ишегеңде асаһыңмы миңә,
Шаяртам бит, иптәш, беләһең!
Һинең менән китергә юҡ иҫәп,
Китергә һис юҡ бит теләгем.

Беләм: шундай кәрәк мин далаға,
Бында – биш йыллыҡтар алымы.
Ултырып китһәм хәҙер мин поезға,
Дала минһеҙ тороп ҡалырмы?

Юҡ, ахыры, был дөрөҫ үк түгел,
Мин, моғайын, бер аҙ алдайым.
Дала минән башҡа йәшәй алыр, –
Мин далаһыҙ йәшәй алмайым.

Бер ҡасан да ташлап китә алмам,
Ҡушмаҫ намыҫым, етмәҫ йөрәгем:
Аҡ даланы, гуртты, Турыҡайҙы,
Быҙауҙарҙың зәңгәр күҙҙәрен.

Шулай булғас,
Беҙ көньяҡта түгел, –
Өт һин, һыуыҡ! Буран, ажғыр һин!
Мин барыбер дауыл үтәһенән
Юлдарымды эҙләп табырмын!..

1932 йыл,
Ҡарталы станцияһы.



Вернуться назад