Октябрьский ҡалаһында республиканың мәҙәни тормошонда матур бер традицияға әүерелгән Ҡурай байрамы үтте. Гүзәл төбәк Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән һәүәѕкәр башҡарыусыларҙы һәм танылған ҡурайсыларҙы ҡабул итте.– Республикабыҙҙа үткәрелгән ижади бәйгеләр араһында Октябрьскийҙағы Ҡурай байрамы айырым урын алып тора,– тине жюри рәйесе, арҙаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түләбаев. – Был төбәктә мәҙәни халыҡ йәшәй. Уларҙың ҡунаҡсыллығы ҡурайсыларға ла илһам өѕтәй. Үҙенсәлекле конкурсты ойоштороп, беҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралында уйнау традицияларын һаҡлау һәм үѕтереү, һәләтле йәш ҡурайсыларҙы асыҡлау маҡсатын ҡуябыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: күркәм фестивалдең офоҡтары киңәйә бара. Быйыл ул ун алтынсы тапҡыр үткәрелә. Шул дәүерҙә ошо бәйгелә 4000-дән артыҡ музыкант ҡатнашҡан. Был бик тә мөһим, сөнки һөнәри сәнғәтебеҙҙе туйындырған илһам шишмәләре халыҡ ижадынан юл ала. Быйылғы бәйгегә лә ҡурайсылар яҡшы әҙерлек менән килгән. Ҡурай байрамында балаларҙың күп булыуы айырыуса ҡыуандыра. Шуға бәйге шарттарына үҙгәрештәр ҙә индерҙек, йәш башҡарыусы-солистарҙы 12 һәм 16 йәшкә тиклемге ике төркөмгә бүлдек. Йәш быуындың милли биҙәгебеҙ булған ҡурайға, халҡыбыҙҙың моңона тоғро ҡалыуына нисек һөйөнмәйһең инде!
Ҡала мәҙәниәт йорто сәхнәһендә һәм музыка училищеһының концерт залында ике көн буйы ҡурай моңо яңғыраны. Айырым башҡарыусы-солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре һынау тотто. Абруйлы жюри составында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин һәм башҡалар бар ине.
Беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә жюри ағзаһы, Сибай сәнғәт колледжының халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2010 йылда республика Ҡурай байрамында гран-при яулаған Нурғәле Кейекбирҙин дә әлеге фестивалдең әһәмиәтен билдәләп үтте.
– Быйылғы бәйге яҡшы әҙерлекле ҡурайсыларҙың ҡатнашыуы менән айырылып тора, – тине ул. – Шулай ҙа, минең ҡарашҡа, йәш башҡарыусыларҙың сығышы сағыуыраҡ булды. 7 – 9 йәшлек балалар ҙа ҡурай тартыу серҙәренә өйрәнергә өлгөргән. Киләсәктә уларҙан оѕта ҡурайсылар сығасағына иманым камил. Ана, Сибайҙан Динислам Утарбаев үҙ сығышы менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. 12 йәшлек яҡташым Әнүәр Буранғоловтың да сығышы яҡты тойғолар уята. Ул да бик өмөтлө ҡурайсыларҙан һанала. Ғөмүмән, халыҡ сәнғәтен тергеҙеүҙә, милли традицияларҙы үѕтереүҙә бындай фестивалдәр ҙур роль уйнай. Бына һуңғы йылдарҙа Октябрьскийҙа һәм Туймазыла өлгөлө ҡурайсылар коллективтары үѕеп сыҡты. Илештәр ҙә уларҙан ҡалышмай. Уларҙың моңдо аңлап уйнауҙары, йәғни традицион башҡарыуҙары күренеп тора. Был – бик тә ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, төньяҡ-көнбайыш төбәктәге милләттәштәребеҙҙең генында ла ҡурайы моңона тартылыу бар. Әгәр йәш башҡарыусылар бәйгегә күпләп килә икән – ҡурай сәнғәтенең артабанғы үѕешенә ышанысыбыҙ ҙа ҙур.
Нурғәле Мирғәле улы хаҡлы, быйылғы конкурста көнбайыш төбәктең йәш ҡурайсылары һәйбәт сығыш яһаны. Баймаҡ районында тыуып үѕкән Рәмзин Әбсәләмов менән Камил Фәйзуллин байтаҡ йылдар инде Туймазы һәм Октябрьскийҙа музыка уҡытыусылары булып эшләй, ошо яҡтарҙа ҡурай сәнғәтен тергеҙеүгә, йәш башҡарыусыларҙы боронғо музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеүгә күп көс һәм тырышлыҡ һала. Бөгөн иһә улар үҙ хеҙмәтенең емешен татый. Быйылғы конкурста Камил Рәмил улы етәкләгән “Аманат” ансамбленең еңеү яулауы шул хаҡта һөйләй.
– Беҙҙең был коллектив Октябрьскийҙа бер нисә йыл элек ойошторолғайны, – тине ул. – Мин үҙем ҡалалағы 2-се сәнғәт мәктәбендә ҡурай класын алып барам, шулай уҡ музыка училищеһында ла уҡытам. Беҙҙең солистарҙан Әмир Хәсәнов, Айрат Зәйнуллин һәм Рәмзил Фәтхетдинов, ҡурайҙа өсөнсө йыл ғына уйнауҙарына ҡарамаѕтан, сәхнәлә үҙҙәрен танытып өлгөрҙө. Әмир былтыр дипломант булһа, Айрат быйылғы бәйгелә лауреат исемен яуланы. Беҙ шулай төбәктә һәләтле йәш музыканттарҙы табырға тырышабыҙ. Бер үк ваҡытта Туймазылағы музыка мәктәбендә лә балаларҙы ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтәм. Ундағы “Хазина” ҡурайсылар ансамбленең уңыштары ла киң билдәле.
– Эйе, беҙҙә бер түгел, ике ҡурай класы эшләй. Быйыл унда 25 бала шөғөлләнде, – тип әңгәмәне ялғаны танылған ҡурай оѕтаһы, Туймазы балалар музыка мәктәбе директоры вазифаһын үҙ иңенә алған Рәмзин Рәфҡәт улы. – Әле беҙҙә ҡабул итеү имтихандары булды. Тағы һигеҙ баланы ҡурай класына алдыҡ. Бынан тыш, алдағы уҡыу йылында башҡорт думбыраһы класын асабыҙ. Йәш белгес, сығышы менән Ейәнсура районынан булған Азамат Әлмөхәмәтов эшкә киләсәк. Киләһе йылдарҙа музыка мәктәбендә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген асырға ниәтләйбеҙ. Унда ҡыл-ҡумыҙ класы ла буласаҡ. Тағы шуны әйтке килә: был бәйгегә беҙ яҡшы әҙерлек менән килдек. Шуға беҙҙең ҡурайсыларҙың лауреаттар исемлегенә эләгеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Радмир Ғүмәров менән Рената Ҡаһарманованың ҡурайҙарынан тылсымлы моң ағылыуы күңел ҡылдарын сиртте. Ҡыѕҡаһы, Туймазыла ҡурай сәнғәтенең яңы һулыш алғаны тойола.
Фестивалде ябыу тантанаһы алдынан бәйгенең иң өлкән ҡурайсыһы – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Фуат Хәләф улы Юнысбаев менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Ул сығышы менән Баймаҡ районынан. Әйтеүенсә, ғүмере буйы үҙешмәкәр сәнғәттән айырылғаны юҡ. Заманында ҡалала ул етәкләгән ҡурайсылар ансамбле Өфө сәхнәләрен дә яңғыратҡан. Тәжрибәле музыканттың халыҡсан башҡарыу оѕталығы йәш ҡурайсылар өсөн үҙе бер мәктәп булды.
Һуңынан инде бәйгелә еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. 12 һәм 16 йәшкә тиклемге балалар төркөмдәрендә III һәм II дәрәжә дипломдарға Ейәнсуранан Рәсүл Килдейәров, Октябрьскийҙан Айрат Зәйнуллин, Өфөнән Илһам Әхмәтйәнов, Сибайҙан Әнүәр Буранғолов, Илештән Айбулат Ғиләжетдинов лайыҡ булды. Ә тәүге урынды хаҡлы рәүештә Туймазынан Радмир Ғүмәров менән Рената Ҡаһарманова, шулай уҡ Өфөнән Әғләм Юлгилдин алды. Өлкәндәр төркөмөндә лауреаттар булып Баймаҡтан Айнур Әминев, Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин, Фуат Юнысбаев һәм Өфөнән Юнир Һағынбаев танылды.
Ансамблдәрҙең сығышы ла бәйгегә матур бер биҙәк өѕтәне. Балалар төркөмөндә 1-се урын Октябрьскийҙан “Аманат” ижади коллективына бирелде. Баймаҡ ҡурайсылары был юлы ла һынатманы – улар ҙа I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Ә фестивалдең иң оло бүләге – Гран-при дипломы һәм 100 мең һум күләмендәге аҡсалата сертификат – Өфөнән Фәйез Шәриповҡа тапшырылды. Тылсымлы ҡурай моңо – Учалы районының Сораман ауылынан булған оҫтаның ғүмерлек юлдашы. Әлеге көндә Фәйез Вилдан улы З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетында уҡыта.
– Мин тормошомдо ҡурай моңонан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Бөгөн йөҙ көйҙө теүәл итеп башҡара алам, – тине ул. – Октябрьскийҙағы мәртәбәле конкурсҡа килмәй ҡалғаным юҡ. Оѕта ҡурайсылар ҙа, йәш солистар ҙа бындағы бәйгене көтөп ала. Нарыштау итәгендәге гүзәл ҡалала уҙғарылған күркәм фестивалдең республикала ҡурай сәнғәтен үѕтереүгә йоғонтоһо ҙур.