Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһе тамамланды. Еңеүсе исеменә Фәиз Шәрипов лайыҡ булды. Ул – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының музыка студияһы етәксеһе, өлкән уҡытыусы.
Сарала оҫта ҡурайсылар менән бер рәттән һәүәҫкәрҙәр ҙә, ансамблдәр ҙә ҡатнашты. Быйыл ҡурайсылар ансамблдәренең һаны иллегә еткән. Хатта күрше Ырымбур өлкәһенән дә ҡатнашыусылар бар ине. Иң йәш ҡурайсы Сибай ҡалаһынан ете йәшлек Динислам Утарбаев булһа, иң олоһо – Стәрлетамаҡтан 65 йәшлек Фуат Йоносбаев.
Бәйге гала-концерт менән тамамланды. Еңеүсегә 100 мең һумға сертификат тапшырылды.