Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында үткән “Яйыҡ тауышы” конкурсында Башҡортостан сәхнәһе йондоҙҙарының береһе Марсель Ҡотоев еңеүсе тип танылды.Марсель Ҡотоев бәйгелә башҡорт халыҡ йыры “Уралым”ды һәм ҡаҙаҡ халыҡ йыры “Бабалар”ҙы башҡарҙы. Сарала Ҡаҙағстан, Рәсәй, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Украина һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашҡайны.