Иман нуры һаҡланы ауылымды Башҡорт халҡы бик боронғо замандарҙан уҡ шәжәрә алып барған, әммә, билдәле булыуынса, илебеҙҙәге төрлө ауҙарылыштар арҡаһында улар юғала йәки юҡ ителә килгән. Шуның өсөн дә шәжәрәләр урыҡ-һурыҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Мин үҙебеҙҙекендә бары тик атайымдан һуңғы дүртенсе быуынды – Ғәйнулла исемле уҙаманыбыҙ булыуын ғына – асыҡлай алдым. Ете башҡорт егете: Ғәйфулла, Ғәйзулла, Сәйфулла, Миңлеғәли, Муллағәли, Ахунйән, Айытбай. Минең атайым – Миңлеғәлиҙең ейәне. Олатайҙы беҙ күрмәнек, әммә Бикәнәсовтар уның барлығын ғүмер буйы тойоп йәшәне.
Атайым үҙ нәҫеле ебенә, оло быуын туғандарына һәр ваҡыт ихтирамлы ҡараны, уларҙы йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды. Әммә Миңлеғәли олатай тураһында һөйләгәндә һәр саҡ ниндәйҙер сәйер һаҡлығы тойолдо. Уның фамилиялаш туған икәнлеген әйтһә лә, әле инде мин белгән тиклем яҡын туған, үҙенең олатаһы икәнлеген өндәшмәй ине. Ҡаты сер итеп һаҡланған был туғанлыҡ тойғоһо миндә һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята торғайны. Ауылыбыҙ өлкәндәренең тәрән уфтаныу менән: “Муллағәли тиклем аҡыллы кеше юҡ ул хәҙер”, – тип телгә алыуҙары, мәктәптә ғаиләбеҙҙәге биш баланың да яҡшы уҡыуы, башҡаларҙың беҙҙе: “Исламғәлиҙең үҙе лә, балалары ла Муллағәлигә оҡшап зирәк инде”, – тип маҡтауҙары үҫә килә мине уғата уйға һала ине. “Бикәнәсовтар тотош нәҫеле менән отҡорҙар улар”, – тигәнгә лә: “Уныһы шулай, тик Миңлеғәли аҡылы айырыуса яҡты ине. Ул тотто бит ауылдағы татыулыҡты, иманды. Иман нуры һаҡланғанға халҡыбыҙ әҙәпле беҙҙең”, – тигән яуап ишетеп, атайымдан төпсөнөп һорашмаҡсы булһам да, ул минән ҡарашын йәшерә лә: “Бикәнәсовтар нәҫеле инде, әллә ни яҡынлыҡ юҡ. Ауылдың яртыһы Бикәнәсовтар бит”, – тип, арҡанды шылдырып бәйләй ҙә ҡуя торғайны.
– Ә туғанлыҡ ептәрен ҡайҙан белеп була ул? – тип ныҡышам һаман атайымдан.
– Хәҙер әйтә алмайым инде, балам...
– Ә борон?
– Борон ҡарттар шәжәрә алып барған. Ағас рәүешендә лә, өй һымаҡ итеп тә төҙөй торғайнылар. Тармаҡ-тармаҡ туғандарҙы теркәй баралар ине. Дингә ҡаршы яу асылғас, ғәрәпсә яҙылған китаптар менән бергә шәжәрәләребеҙҙе лә яндыра башланылар. Шунан өлкән кешеләр ғүмер буйы изге китап итеп һаҡлаған Ҡөрьәндәрен, шәжәрәләрен, боронғо ғилем китаптарын, ҡиссаларҙы, нәсихәттәрҙе, йәшереп алып ҡалып, үҙҙәре менән бергә ерләргә тип, васыят әйтеп ҡалдыра барҙы. Ҡәҙерһеҙләмәһендәр, аяҡ аҫтында тапалмаһын, утҡа быраҡтырып яндырмаһындар, тигәндәр инде. Кеше аңы китап аша яҡтырғанын яҡшы белә ине боронғолар. Шуға һәр төрлө китаптар булды беҙҙә. Кистәрен йыйылышып, ҡысҡырып уҡый торғайнылар. Хәҙерге һымаҡ өй һайын булманы, әлбиттә, китаптар. Радио ла юҡ ине.
– Улайтып китап уҡып, тыңлап ултырғас, башҡорттар уҡый-яҙа белгән дә инде! Ә ни өсөн мәктәптә, башҡорттар наҙан булған, тип өйрәтәләр?
– Боронғо китаптар хәҙерге кеүек түгел ине. Хәрефтәре икенсе төрлө, яҙылышы ла уңдан һулға табан булды. Боронғоно уҡығандар хәҙергене белеп етмәй әле. Шуға наҙан тиҙәр инде.
– Атай, боронғо китаптарҙа ла хәҙерге кеүек белем яҙыла инеме?
– Әлбиттә, ҡыҙым. Аҡыл шул китаптарҙан килә инде. Боронғо халыҡ та аҡыллы булған. Үҙ донъяһын үҙе көткән, үҙ ауырыуын үҙе дауалаған, әллә ҡайҙа Ҡырымға-Ҡытайға йөрөмәгән. Тик, балам, мин әйткәндәрҙе зиһенеңә һал да биклә лә ҡуй. Мәктәптә уҡытыусыларың менән бәхәскә инмә. Зирәкһең, отҡорһоң. Яҡшы уҡы. Һиңә ҡарап, туғандарың тартылыр. Алғы тәгәрмәс ҡайҙа тәгәрәһә, артҡыһы ла шунан бара.
Беҙ Мең ырыуына ҡарайбыҙ. Атайымдың һөйләүе буйынса, атай-олатайҙарыбыҙ хәҙерге Иҫке Өфө ултырған ерҙәрҙә йәшәгән. 1557 йылдарҙа Өфө ҡәлғәһе һалына башлағас, ерҙәре ҡыҫыла, шунан Мең башҡорттары көньяҡ-көнбайыш тарафтарына ҡуҙғала. Егерме биш саҡрым самаһы ер үткәс, туҡталмаҡсы булалар. Шунда араларынан берәү: “Ай-һай, бында ла килеп етер ул ҡәлғәселәр. Төшөмдә шәм күрҙем әле мин”, – тигәс, арыраҡ китергә хәл итәләр. Ысынлап та, күп тә үтмәй, ул ерҙәрҙә урыҫ ауылы һалына.
Мең ырыуының ерҙәре иркен, киң була. Улар, йөрөй торғас, хәҙерге Дәүләкән районының Мерәҫ ауылы ултырған төбәккә барып сыға. Мул һыулы Өршәк йылғаһы, бил бауырынан үлән баҫҡан сабынлыҡ меңдәр күңеленә хуш килә. Шулай итеп, улар ошонда туҡтала. Рәсми яҙмаларҙағы мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Документтар буйынса, Мерәҫкә – 1724, Усман ауылына 1795 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, Усман-Ҡаҙморонға ошо Мерәҫтән күсеп ултырғандар. Был ауылда бик бай ҡаҙаҡ йәшәгән, ул үҙ туғандарын да ошонда тупламаҡсы булған. Быны ишетеп ҡалған башҡорттар Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантоны начальнигы ярҙамсыһы Усман Ибраһимовҡа кәңәшкә барған. “Күмәгегеҙ бер булып ҡыуаһығыҙ икән, ҡыуығыҙ. Уның малы күп булғас, мал-маҙар биреп алдаштырмаҡсы итер – ымһынмағыҙ. Байҙың үҙенә зыян килтермәгеҙ”, – тигән тегеһе. Шунан башҡорттар бер булып, ҡулса яһап, байҙы мал-тыуары, ғаиләһе менән бергә Солтанморат ауылына тиклем “һөҙгән”. Ҡаҙаҡтың танауы ҡаҙ моронона оҡшап торғас, ҡушамат таҡҡандар. Был ҡушамат ауыл исеменә лә тағылған. Ауылға исемде Ибраһимов хөрмәтенә Усман тип ҡушҡандар.
1834 йылда ауылда 129 кеше йәшәгән. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәшәүҙәре һәйбәт булған, татыу көн иткәндәр. Шул арҡала аслыҡ йылдарында ла бирешмәгәндәр. Һигеҙәр балалы ғаиләләр күп булған. Колхозға ла дәррәү генә берләшкәндәр.
Әммә хәлле йәшәгән халыҡты “кулак” тип һөргөнгә ебәреү ауылды ныҡ ҡаҡшата. Өй һайын икешәр-өсәр кеше, тотош ғаиләләр Кемерово өлкәһенә оҙатыла. Ауылда ике мәсет була. Муллаһы иһә – Муллағәли Ғәйнулла улы Бикәнәсов. Бына ҡайҙа килеп сыҡты туғанлыҡ ебенең осо! Муллағәлиҙең улы – Мирғәли, уның улы – атайыбыҙ Исламғәли. Муллаларҙы ҡулға ала башлағас, әсәйебеҙ яғынан олатайыбыҙ уның да исемлектә булыуын күреп ҡала ла, төндә килеп, ҡасырға өндәй. Әммә колхозға үҙ теләге менән ингән, халыҡҡа ярҙамынан башҡа зыяны теймәгән Муллағәли был хәбәргә шикләнеп ҡарай һәм бер ҡайҙа ла китмәй. Таң менән ҡулға алалар уны. Ауыл Советы рәйесе ошондай характеристика яҙған (әлбиттә, яҙҙырғандарҙыр, шуның өсөн исем-шәрифен күрһәтмәйем):
“Выдано от Тукумбетовского сельсовета Аургазинского района.
Биканачев Муллагали Гайнуллович с 1864 года рождения. До и после революции кулак, мулла в 1929 году был забран по линии НКВД. В хозяйстве имеет 12 лошадей, молодняк 3-4, коров 4 голов, земли 20-30 десятин, мелкий скот 15 голов. Имеет молотилку. Держал постоянного работника 1-2 человек, сезонных 3-4 человек. Сейчас постоянно ведет агитацию против колхоза.
О чем дана характеристика”.
Шунан һуң ҡултамғалар ҡуйылған.
Олатайымды хөкөм иткән саҡта өс минут һайын бер кеше атылған. Улар:
Нәзметдинов Фәхретдин Миңнеғәзетдин улы, 1874 йылғы, Солтанморат ауылы;
Әбдрәшитов Бәхтейәр Ғәбделнасир улы, 1866 йылғы, Түбәнге Ҡарамалы ауылы муллаһы;
Ураҙбахтин Мөхәмәтғариф Мөхәммәтсафа улы, 1863 йылғы, Батыр ауылы муллаһы;
Насиров Ҡорбанғәли Сафа улы, 1884 йылғы, Мораҙым ауылынан;
Шафиҡов Исхаҡ Хафиз улы, 1900 йылғы, Сәлих ауылынан;
Кәримов Хөсәйен Мөфтәхетдин улы, 1870 йылғы, Талбазы ауылынан.
Хәмитов Миңнебай
Бикәнәсов Муллағәли Ғәйнулла улы, 1864 йылғы, Ҡаҙморон (Усман) ауылы муллаһы.
Эй, кешеләрем, архив аҡтарып ултырам, күҙҙәремдә – йәш. Аҡ ҡағыҙға исем-шәрифтәрегеҙҙе күсереп яҙып ҡына һеҙҙең яҙмышты бер аҙ еңеләйткәндәй булам.
Бикәнәсов Муллағәли Ғәйнулла улы, шулай итеп, үлем язаһына хөкөм ителә. Мин уның делоһын ҡараным. Нисәмә йыл серле яҙмыш, серле исем булып килгән олатайымдың исеме шулай билдәле булды. Ул 1937 йылдың 14 декабрендә атылған. 1989 йылдың 3 ноябрендә аҡланған. Шуныһы тетрәндергес: муллаларҙы атыу ваҡыты сәғәте, минуты менән теркәп барылған, өс минут һайын берәү тура килгән... Илебеҙ тарихында ундай хәл-ваҡиғалар бихисап. Иң-иңдәрен сүпләгәндәр һәр ваҡыт...
Атайым беҙҙе уҡытырға тырышты... “Зиһенле беҙҙең нәҫел, бик зиһенле. Уҡымышлыларыбыҙ бихисап беҙҙең”, – ти торғайны.
Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.