Ырыҫ сәсер йәнә сәсәндәр07.06.2016
Ырыҫ сәсер йәнә сәсәндәр “Башҡортомда сәсән һәр саҡ булған. Улар бар! Һәр саҡ буласаҡ!” Йәмле йәйгә аяҡ баҫҡанда ошондай девиз менән районда сәсәндәр мәктәбе тантаналы асылды.


Байрамға билдәле яҡташыбыҙ, арҙаҡлы фольклорсы ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урын­баҫары Нәфисә Тулыбаева, танылған журналист Сәрүәр Сурина, Сибай сәнғәт колледжы директоры Азат Ҡамбулатов, ошо уҡыу йортоноң “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән Гөлназ Йыһаншина һәм башҡалар килде. Ҡунаҡтарҙы “Мираҫ” фольклор ансамбле дәртле йырҙары менән ҡаршы алды. Уларҙың иғтибарына шулай уҡ Иҫке Соб­ханғолдағы сәнғәт мәктәбе уҡыу­сыларының һәм педагогтарының һүрәттәренән ойошторолған күргәҙмә тәҡдим ителде.
– Халҡыбыҙ борон-борондан ил рухын һаҡлаусы йырсы-сәсәндәре менән дан тотҡан. Ата-бабабыҙҙан ҡалған изге мираҫты тарҡат­майынса, үҫеп килгән быуынға теүәл тапшырырға бурыслыбыҙ, – тигән һүҙҙәр менән башланы сығышын район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева. – Сәсәндәр – халыҡ шағиры һәм йырсыһы ғына түгел, үткәндәр хаҡында һөйләгән тарихсы ла. Ошондай мәктәптең тәү башлап эпостар төйәге Бөрйәндә асылыуы осраҡлы түгел. Бының менән бәхетлебеҙ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Йыйындың мәҙәни өлөшөн район сәсәниәһе Гүзәл Һырлыбаева “Бөрйәнгә мәҙхиә”һе менән башлап ебәрҙе. Уның тыуған төйәгенә, еренә, яҡташтарына һөйөүе күңе­ленән моң булып урғылып сығып, йөрәктәрҙән йөрәктәргә күсте. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында үткәрелгән быйылғы район конкурсының лауреаттары Азамат Буранбаев менән Гөлиә Ҡарамышеваның сығыш­тары илаһилыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Бөйөк әҫәрҙең һәр һүҙен йөрәге аша үткәреп башҡарған кескәйҙәр быуындар бәйләнешенең ни ҡәҙәр көслө булыуына йәнә бер ҡат инандырҙы. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән һүҙ оҫталарының “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Аҡһаҡ ҡола” риүәйәттәрен көйләп һөйләүе, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихын бәйән итеүе иһә тамашасыны боронғо башҡорттар араһына сәйәхәт ҡылдырҙы кеүек.
Гүзәл Һырлыбаеваның йәш сәсәниә менән “Бөрйән ниндәй ил?” тигән әйтеше барышын һәр кем ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Тамашала изге төйәгебеҙҙең дәүерҙәр төп­көлөнән алып бөгөнгәсә тормошо сағылды, киләсәгенең яҡты булыры фараз ителде.
Сығыштарҙан һуң фекер алышыу үткәрелде.
– Сәсәндәр мәктәбенең иң беренсе Бөрйәндә асылыуы районға ҙур мәртәбә өҫтәй, – тип белдерҙе яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов. – Эштең уңышлы дауам итеренә ышанам. Заман талабы ул. Элек сәсәндәр һәр ауылда булған. Ҡобайырсылыҡ ғаилә эсендә лә быуындан быуынға тапшырыла килгән.
Нәфисә Тулыбаева иһә эпостар илендә бындай мәктәп асылыуҙы ҙур ҡаһарманлыҡҡа тиңләне, Бөрйән сәсәндәрен киләсәктә баш ҡала сәхнәһендә лә күрәсәктәренә ышаныс белдерҙе. Асия Ғәй­нуллина ла, был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, һүҙ оҫталарына юғары үрҙәр теләне. Ә Сәрүәр Сурина, ошо өлгөнө күтәреп алып, сәсәнлекте берҙәм үҫтерергә, тотош респуб­ликаға таратырға саҡырҙы.
Йыйын артабан Яңы Собхан­ғолда дауам итте. Бөйөк Ғәбит сәсәндең шәжәрәһе тап ошо ауылға барып тоташа. Тамырҙары үҙе башҡарған эпостарҙың тарихына бәйле булғанға һәм атаһы ла Бөрйәндә тыуғанға күрә Шүлгән, Йылҡысыҡҡан күлдәре, Мәсем тауы менән йыш ҡыҙыҡһынған, ҡобайырҙарҙы бөтөн күңелен һалып башҡарған ул. “Ғәбит сәсән нәҙек оҙон буйлы ине, – тип яҙған Мөхәмәтша Буранғолов “Сәсәндәр аманаты” китабында. – Арҡаһы аҙ ғына көмөрәйгән булһа ла, төҙ һәм баҙыҡ итеп, һәлмәк баҫып йөрөй торғайны. Йәйпәк яҫы танаулы, оҙонсараҡ киң битле, ҡыҫығыраҡ ҡыйғас күҙле, ҡарсыға ҡабаҡлы, һалҡын ҡанлы ине. Ҡышҡы һыуыҡта ла иҙеүен элмәй, түшен асып, елбәгәй йөрөнө.
Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине. Ниндәй генә көй уйнаһа ла, тәүҙә легендаһын бәйән ҡылыр, унан һәр төрлө вариантын тәҡдим итер ине. Һөйләгәндә үҙен үҙе онота, көлөр ерҙә көлә, илар ерҙә илай, әҫәрләнә…
Ул – башҡорт халҡының яҙма әҙәбиәте юҡ осорҙа һаҡланып килгән ауыҙ-тел ижадын совет осорона алып килеп тапшырған сәсән дә. Әгәр үҙе шул ваҡытҡа етмәй үлгән булһа, барса фольк­лорыбыҙҙың 90 проценты ергә күмелер ине. Ғәбит сәсән шул яғы менән дә ҡиммәтле һәм ҡәҙерле”.
Бына ошондай шәхесебеҙҙең рухына бағышлап, район Советы рәйесе, урындағы башҡорт ҡорол­тайы башлығы Тәлғәт Кинйәбаев ҡорбан салып, ҙур Ҡөрьән ашы ойошторолдо. Ғәбит сәсәндең, уның баҡыйлыҡтағы туғандарының рухына аяттар бағышлап, әлеге нәҫелдәренә именлек-һаулыҡ теләп, доға ҡылынғас, йәмәғәт намаҙы уҡылды. Артабан Аллаһ йортонда сәсәнлектең әһәмиәте хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды.
– Башҡорт халҡының һәр заманда ла алдан барыр батыры, сәсәне булған, – тине райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов. – Тарих үҙе шаһит: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янында ла шиғыр әйтеүсе сәхәбә булған. Һүҙҙең ҡеүәһе ҙур – ул ҡылыстан үткер. Сәсән телле, әйткәне йөрәктәргә үтерлек шағирҙар динебеҙҙең нигеҙҙәрен, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын халыҡҡа теүәл һәм тапҡыр аңлата алған. “Ҡөрьән Кәрим” индерелгәс, халҡыбыҙ иң бөйөк һәм хаҡ һүҙҙең Аллаһтыҡы икәненә төшөнгән.
Шөкөр, яҡташтарыбыҙ бөгөн үҙ асылына ҡайта. Ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы тергеҙеү киләсәкте рухлы итеп тәрбиәләү мөмкинлеген бирә. Сәсәндәребеҙҙең хәтирә­ләрен юллап, уларҙың тарихын, ижадын өйрәнеп, ошо рухи йәдкәр­ҙе йәш быуынға тапшырыу – изге эш. Әлеге сараның тәрбиәүи әһәмиәте ифрат ҙур: балаларыбыҙ тарихын, тел ҡиммәттәрен белеп үҫәсәк.
Артабан халыҡ “Гөлдәр” халыҡ ансамбленең ҡобайырҙарын тың­лап, Бәйет тауы итәгендә ҡоролған аҡ тирмәлә ҡорбан ашы ашап, матур әңгәмә ҡороп, олуғ аҡһаҡал­дарыбыҙҙың бәҫле һүҙен күңеленә һеңдереп, йөрәгендәге дәрт-дарманды арттырҙы. Эйе, рухыбыҙ сәңгелдәге Бөрйәндә сәсәнлек ауаз һалды. Ғүмере оҙон булһын уның. Һүҙ көсөнөң бишеге мәңге бәүелһен!






Вернуться назад