“Игеҙәк”тең ике яҙмышы07.06.2016
“Игеҙәк”тең ике яҙмышы Шағир Тимер Ниәтшин 70 йәшен тултырып, ныҡлы аҙымдар менән аҡһаҡалдар тупһаһына аяҡ баҫты. Ул Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында ат ҡараусы ғаиләһендә донъяға килә. Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында уҡыу һәм тәрбиәләнеүе яҙмышында хәл иткес урын биләй. 1963 йылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Куйбышев политехник институтында инженер-электрик һөнәрен үҙләштерә. Артабан яҙмыш китабының бите артынан битен асып, бормалы-һикәлтәле юлдар үтә. Хеҙмәт юлын Ҡарман ГРЭС-ында электрослесарь булып башлаған замандашыбыҙ мастер, Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалында өлкән уҡытыусы, 13 йыл Күмертау ҡалаһының “Искра” заводында электрон ҡорамалдарҙы көйләүсе, конструкторҙар бюроһы етәксеһе булып эшләй. Пенсияға сығыр алдынан Тимерйән Әбдрәхим улы 8 йыл хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк-ара дәүләт инспекторы вазифаһын биләй. 1990 йылдан бәрәкәтле Мәләүез ерендә йәшәй һәм ижад итә. Бөгөн ул — беҙҙең ҡунағыбыҙ.


– Инженер һөнәрен үҙләштереп тә шиғ­риәт донъяһына нисегерәк килеп эләктегеҙ?
– Йондоҙнамә буйынса мин – игеҙәк. Шул игеҙәклек арҡаһындалыр, моғайын. Бер яртым аныҡ, ҡәтғи һәм һаҡсыл булһа, икенсе яртым гөлт итеп ҡабынырға әҙер тора, килде-китте генә. Шуға күрә шиғриәткә яҙмыш тигән һунарсынан ҡасҡан ҡуян һымаҡ урап-урап, юлды буталап килдем. Интернатта уҡығанда Сажиҙә Зайлалова апай етәксе­легендәге әҙәби түңәрәккә йөрөнөм, шиғыр­ҙар яҙҙым. 1963 йылда уҡыуҙы тамам­лағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым. Әммә интернаттың ул ваҡытта­ғы директоры, атай һымаҡ күргән Төхвәт Хәлил улы Аслаев саҡыртып алды ла: “Тел белгестәре беҙҙә былай ҙа быуа быуырлыҡ, һин шәп уҡының, инженер булырға тейеш­һең!” – тип ҡәтғи талап ҡуйҙы. Шулай итеп, көтмәгәндә инженер булып кителде. “Искра” заводы оборона сәнәғәтенә ҡараны, һәм беҙ СССР-ҙың төрлө төбәк­тәрендә урынлаш­ҡан “ябыҡ заводтарҙы” роботлаштырыуҙа ҡатнаштыҡ. Телһеҙ, арымаған һәм хата­лан­ма­ған роботтарҙы көйләү миндә “Ә мин үҙем робот түгелме әле?” тигән һорау тыуҙырҙы.
Туған телде, ил, милләт тарихын яңынан, ныҡлап өйрәнеп, яйлап ҡына әҙәбиәткә кире әйләнеп ҡайттым. Тәүге шиғри шәлкемем “Ағиҙел” журналында, мин ифрат ихтирам иткән Булат ағай Рафиҡов фатихаһында донъя күрҙе, йылы ғына фекерҙәр тыуҙырҙы. 1984 йылда “Йәш көстәр” йыйынтығында, Рәшит Шәкүр ҡарап сыҡҡас, тәүге ҙур ғына шиғри гөлләмәм уҡыусы хөкөмөнә тәҡдим ителде. 1989 йыл бер нисә йәш шағирҙың ижад емеше булған “Һүҙ һорайым” йыйын­тығы сыҡты. Ул – тәүге китабым, икенсеһе – “Уянған өмөт.” Ә инде яҡташыбыҙ Динис Бүләков идара рәйесе булған 1994 йылда Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ағза итеп алдылар.
2008 йылдан “Күп милләтле Санкт-Петербург” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһымын. Бөгөнгә биш шиғырҙар йыйынтығым бар, шуларҙың береһен, “Минең мәлдәрем”де, русса-башҡортса сығарыу бәхете тейҙе. 2014 йылда күренекле замандаштарыбыҙ тураһында рус телендә ҙур күләмле ике китап яҙҙым. Ғөмүмән, йәш быуынға күреп, өй­рә­неп, оҡшарға ынтылып үҫерлек өлгөләр кәрәк.
– Яҙыусының бөгөнгө йәмғиәттә тот­ҡан урынын нисегерәк баһалар инегеҙ?
– Бөгөнгө ҡырыҫ ысынбарлыҡ, дөйөм алғанда, бөтәбеҙҙе лә, айырыуса рух тот­ҡаһы, һүҙ оҫтаһы һаналған яҙыусыларҙы ҡаты һынаны һәм һынауын дауам итә. Нефт­тең хаҡы төшөүе, һумдың көс юғалтыуы, һүҙҙең бәҫе кәмеүе бер кире сәбәп булһа, икенсеһе — яҙыусының шәхеслек сифаттары түбән булыуы. Матур һүҙҙәр һөйләп, баш ҡаланан, дачаһынан сыҡмай ғына ҡәнәғәт йәшәгән ҡәләмдәштәр, әлбиттә, милләттән айырылды, тормоштан артта ҡалды. Башҡорттоң быуаттар һынауын үткән “сәсәнлек”, “түрәлек” төшөнсәләре боҙола һәм юғала. Мәктәп, хәрби хеҙмәт, БДУ, гә­зит-журнал редакцияһы, Ким Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы” китабы – яҙыусылары­быҙҙың күбеһе ошо юлды үтә. Бындай тормош тәжрибәһе талантлы яҙыусыны ла шәхес һәм көрәшсе итеп үҫтерә алмай. Сәйәси уйындарҙа ҡатнашып, күпме “һығыл­малы”, заманса йәшәгәндәр орден-миҙал алды, зәғиф кенә ижадына указлы исем таҡты. Бөгөнгө ауыл рухһыҙлыҡтан ғына түгел, эскелектән дә интегә. Ошондай осорҙа яҙыусының, шағирҙың урыны – ауылда, яҡташтары эргәһендә. Үҙ тормошо, үҙ тәжрибәһе өлгөһөндә ярҙам итһен, күрһәтһен һәм өйрәтһен ине улар.
– Бына инде 6 йыл йәйге айҙарҙы Көйөргәҙе районында, тыуған ауы­лы­ғыҙ Илкәнәйҙә үткәрәһегеҙ. Тыуған ер үҙенең “аҙашҡан улын” ҡабул итәме?
– Әлдә әле пенсияға сыҡҡансы бәләкәй генә, ыҡсым ғына оя ҡороп өлгөргәнмен. Ауылым үксәгә баҫып килгән ҡартлыҡтан ҡурсылай, унан тиҙ генә еңелеүемде телә­мәй. Баҡсала соҡонған һайын, эстән генә тыуған еремә рәхмәт әйтеп, баш эйәм. Әлбиттә, буш, ташландыҡ ерҙәрҙе күрһәң, йән әсей. Бөгөн ер – ябай кеше ҡулында ҡалған берҙән-бер байлыҡ. Эшһеҙлек сәскә атҡан осорҙа дәүләт егәрле, эшләрҙәй йәш­тәргә, мотлаҡ ысын ярҙам күрһәтеп, ерҙе эшкәртергә, уға ысын хужа булырға ярҙам итергә тейеш. Ер кешене туйҙырып ҡына ҡалмай, уны тәрбиәләй ҙә. Кешелә хужа бу­лыу тойғоһо, ғорурлыҡ тыуҙыра. Бына мин, ғүмерем буйы “балконда” йәшәгән ҡала кешеһе, ауылға ҡурҡыбыраҡ ҡайтҡайным, ергә аяҡ баҫыуым булды, ҡурҡыу юғалды, ҡан хәтере, крәҫтиән хәтере уянды. Бына инде өс йыл ауылыбыҙҙа тырышып мәсет төҙөйбөҙ, ауыл зыяратында Ғиләжетдин ишан Ибраҡовтың ҡәберен матурлап хәстәр­ләнек, мәсет тә уның исемен йөрөтәсәк.
– Республикабыҙҙа ҡатнаш никахтар күп теркәлә. Һеҙ быға ниндәйерәк мөнә­сәбәттәһегеҙ?
– Кешене Аллаһ Тәғәлә бер итеп яралт­ҡан, ер мөхите, тәбиғәт уны милләттәр һәм халыҡтар итеп төрлө ҡитғаларға таратҡан. Ҡасан да булһа кешелек илдәрҙе һәм сиктәрҙе онотасаҡ. Әммә бөгөнгө үҫеш кимәле илдәрһеҙ, милләттәрһеҙ, төрлө-төрлө телдәрһеҙ йәшәй алмай. Тимәк, башҡорт милләте лә, башҡорт теле лә үҫе­шергә, сәскә атырға тейеш. Беҙгә башҡорт ауылдарындағы ҡатнаш никахтар отошло. Башҡорт мөхитендә тыуған балалар телде лә һаҡлай, илде, милләтте лә көсәйтә. Ҡала шарттарында, тел мөхите булмаған шарт­тарҙа был мәсьәләне төптән уйлап хәл итергә кәрәк. Һис шикһеҙ, никах нигеҙендә оло һөйөү ятырға тейеш. Мөхәббәт яралтҡан балалар, әлбиттә, иманлы, тәүфиҡлы, һау-сәләмәт була.
– Быйыл көҙ сәйәси “алыш”тарҙың көсәйеүе көтөлә, сөнки Дәүләт Дума­һына һайлау буласаҡ. Һеҙ ниндәй кандидатты һайлар инегеҙ?
– Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, миңә лә, бөтә Рәсәй халҡына ла илен, үҙ граждандарын ҡайғыртҡан һәм хәстәрләгән патриоттар кәрәк. Алдап, урлап, талап туплаған байлыҡ­тарын һаҡлауҙы төп маҡсат итеп күргәндәр илдең иң ҡурҡыныс дошмандары һымаҡ тойола миңә. Үҫешкән, халҡы етеш йәшәгән илдәрҙең миҫалы беҙгә шуны күрһәтә – ундай дәүләттең һәр гражданы, президенттан алып эшһеҙлек буйынса пособие алғанына тиклем, бер яғында закон, икенсе яғында дин торған юлдан алға бара. Закон ил Конституцияһына нигеҙләнә, дин – Ҡөрьән йә Тәүрат һымаҡ изге китаптарға. Беҙ ҙә шуға ынтылырға тейеш. Законды Дәүләт Думаһы депутаттары тыуҙыра, тимәк, уларҙың патриот һәм профессионал булыуы зарури.
– 70 йәш тип аталған тау түбәһендә ба­ҫып тораһығыҙ. Йәштәргә иң мөһим өс теләк-кәңәшегеҙҙе әйтеп үтмәҫһе­геҙме?
– Ябай ғына, көндәлек һәр эшегеҙҙе, һәр бурысығыҙҙы еренә еткереп үтәргә өйрә­негеҙ. “Мин эшләнем” тиерлек булһын. Көн һайын, бәләкәй генә булһа ла, бер еңеү яулағыҙ. Әгәр ул еңеү тыштағы ҡаршы­лыҡтар ғына түгел, ә үҙеңдең ялҡаулығың, нәфсең, ҡурҡаҡлығың өҫтөнән булһа, ифрат шәп. Көндәлек бәләкәй еңеү яҙмыштың ҙур еңеүен әҙерләй. Башҡорттоң иң ҡурҡыныс дошмандары – мин-минлек һәм көнсөллөк. Уларҙы үҙеңә яҡын ебәрмә. Был ике дошман һине лә, илеңде лә харап итер юғиһә.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.



Вернуться назад