Ҡазанда – башҡорт йыйыны03.06.2016
Ошо көндәрҙә Ҡазанда йәшәгән башҡорттар өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды. 1992 йылда Татарстандың баш ҡалаһында ойошторолған «Башҡорт йорто» милли-мәҙәни үҙәге ағзалары, Татарстан халыҡтары ассамблеяһы ҡарамағында инде тиҫтә йылдан ашыу әүҙем эшләгән башҡорт йәкшәмбе хореография класы уҡыусылары, ҡунаҡтар Ҡазандағы Дуҫлыҡ йортона ғаиләләр ярышына йыйылды.


Сара халыҡтар дуҫлығына арналған бейеү – хореография класы уҡыусыларының «Ағиҙел тулҡындары» ансамбле сығы­шы менән башланды.
Халыҡ-ара ғаилә көнөнөң 1994 йылдан билдәләнә башлауы татыу ғаиләләрҙең тормош тотҡаһы булыуын, халыҡтар киләсәгенең нигеҙе икәнлеген төшөнөүҙән килә. Дәүләттең именлеге, бер­ҙәмлеге ғаиләләрҙең татыу­лығына бәйле. Алып барыусы Гөлнара Хәйруллина ярыш номинациялары, жюри ағзалары менән таныш­тырғандан һуң, «Ғаиләнең визиткаһы», «Ғаилә­лә таланттар», «Һөнәр оҫта­лары», «Хужабикә», «Башҡорт һәм башҡа телдәрҙә тасуири шиғыр һөйләү оҫталығы» номинациялары буйынса ярыш башланды. Һәр сығыш араһында «Ағиҙел тул­ҡындары» ансамбле уҡы­тыусы Динә Мәмбәтҡолова уҡыу йылы дауамында өйрәткән бейеүҙәр менән шатландырҙы. Г. Хәйруллина башҡарыуында «Элмәлек», «Ҡарабай» йыр­ҙары кү­ңелдәрҙе елкендерҙе.
Һөҙөмтәлә иң шәп биш ғаилә – Титовтар, Гәрәевтәр, Әхмәровтар, Насибуллин һәм Сафиндар, Ғәниевалар Маҡтау грамоталарына һәм бүләккә лайыҡ булды. Балаларҙың һәр ҡайһыһына күстәнәстәр тапшырылды.
«Алма ағасынан алыҫ төшмәй» тигән халыҡ мәҡәле бик дөрөҫ. Бәхетле ғаилә парҙарҙан түҙемлек, күп хеҙмәт һалыуҙы талап итә, һәр кемгә яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә ғаиләлә тәрбиәүи сараларҙың иң беренсеһе итеп өлкән быуынға хөрмәт тәрбиәләүҙе билдәләр инем. Ололарға хөрмәт – киләсәгебеҙ нигеҙе, ә бәхетле ғаилә – дәүләткә нигеҙ.

Фирҙәүес БӘШИРОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Вернуться назад