Һәр төбәк үҙенең әүҙем, эшһөйәр шәхестәре менән ғорурлана. Билал ауыл биләмәһендә лә ундай кешеләр етерлек. Шуларҙың береһе – китапханасы Рәйхана Булатова. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәре, хәбәрсе булараҡ район халҡы яҡшы белә, ауылдаштары ла ябайлығы, эшен оҫта башҡарыуы, ярҙамсыл булыуы өсөн
хөрмәт итә.Рәйхана Эдуард ҡыҙы Өфө китапханасылар техникумын тамамлағас, Билалға эшкә килә. Шул көндән алып 26 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. Әлбиттә, әҙәбиәт, китап һөймәгәндәр бындай тынғыһыҙ эштә артыҡ оҙаҡ була алмаҫ ине. Рәйхана Булатова иһә һәр килгән кешегә китап биреп кенә ҡалмай, рухи аҙыҡ өләшә, аҡыллы кәңәштәрен йәлләмәй. Ауыл китапханаһына башлыса хаҡлы ялдағы инәй-олатайҙар, мәктәп уҡыусылары, ялға ҡайтҡан студенттар килә. Уларҙы бында һәр саҡ шат йылмайып ҡаршы ала ул.
Ауылда ойошторолған бер мәҙәни сара ла Рәйхана Эдуард ҡыҙынан тыш үтмәй. Район кимәлендә ниндәй генә конкурс, акция булмаһын, ханым унда ла ихлас ҡатнаша, ауылдаштарын йәлеп итә. Биләмәләге ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән бергә ҡайнап эшләй. Һәр бурысын еренә еткереп башҡара, маҡсатына тоғро ҡала.
Рәйхана Булатованың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте район кимәлендә лә абруй ҡаҙанған. 2002 йылда китапханасылар конкурсында – I урын, Учалыла үткән бәйгелә “Тыуған яҡҡа һәм тыуған телгә һөйөү” номинацияһында еңеү яулай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Уның күркәм хеҙмәте ауыл, район етәкселегенең дә почет грамоталары менән баһаланған. Әлеге көндә лә ал-ял белмәй, халҡына, ауылдаштарына хеҙмәт итә. Китапханасыны эш хаҡының түбәнлеге борсомай, иң мөһиме – күңеленә ятҡан кәсебе менән шөғөлләнә, шуның менән бәхетле лә.
Йәшләй ҡауышҡан һөйөклө йәмәғәте Радмир Булатов менән өс балаға ғүмер биреп, һоҡланғыс тормош көтәләр. Артабан да күңел тыныслығы, именлек, ижади үрҙәр юлдаш булһын был ғаиләгә.