Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарҙа боронғо биҙәүестәргә, инәй-өләсәйҙәрҙең селтәр-ҡашмауҙарына ҡыҙыҡһыныу арта. Мәҙәни сараларҙа халҡыбыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдә сығыш яһай, түшелдерек, һаҡал таҡҡандары ла күренә. Әммә ошо күркәм ҡомартҡыларҙы ҡайҙа, нисек кейергә тейешлеген белмәү, селтәр-ҡашмауҙарҙың дөрөҫ эшләнмәүе лә күҙгә ташлана. Бөгөн һәр кемдең халҡыбыҙҙың (һәр ырыуҙың) үҙенә генә хас биҙәктәрен, тамғаларын инҡар итеп, яңы биҙәк-нағыштар өҫтәүе, төрлө төҫтә эшләргә тырышыуы, ололарҙан өйрәнмәйенсә, селтәрҙе нисек етте шулай сыбарлауы, ҡашмауҙы төрлө оҙонлоҡта яһауы күҙәтелә. Ә бит арабыҙҙа был шөғөлдөң нескәлеген белгәндәр бар, бигерәк тә уны өйрәтергә теләүселәр күп, уларҙы табырға, кәңәшенә ҡолаҡ һалырға ғына кәрәк.
Шундай оҫталарҙың береһе – Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан уҡытыусы-ветеран Шәмсиә Мофаззалова. Уның йорто үҙе бер йәнле
тарихты хәтерләтә.Инәйҙең мәрйендән яһалған ҡашмауҙары, селтәрҙәре, һарауыстары, һабантуйҙа һыбайлылар бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә тегелгән серге һәм ат түшенә ҡуйыр әйберҙәре, үҙе теккән күлдәктәре, әсәһе менән өләсәһенән ҡалған кәзекей һәм камзулдар, балаҫтар – барыһы ла халҡыбыҙҙың аҫыл милли ҡомартҡыһы. Уларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында Шәмсиә Тайып ҡыҙы сәғәттәр буйы һөйләй ала, нисек эшләргә кәрәклеген дә күрһәтә. Шулай ҙа инәйҙең төп экспонаттарының береһе – урындыҡ түрендә урын алған фотоһүрәт. Унда район һабантуйында Шәмсиә апай — һыбай, ә ике туған ағаһы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов ат эргәһендә төшкән. Бығаса байтаҡ гәзит-журналдарҙа баҫылһа ла, һүрәттең төп нөсхәһе үтә ҡәҙерле.
– Һаҡалды баҫа белмәйҙәр, телевизорҙан күреп, ҡайһы саҡ борсолоп та китәм, – ти Шәмсиә апай. – Һаҡал дүрт ҡорҙан артмаҫҡа тейеш, һәр ырыуҙың үҙ эшләнеше була. Хәҙер тоталар ҙа төрлөсә яһайҙар, һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте юғала, милли кейем үҙенсәлеге аҡрынлап юҡҡа сыға тигән һүҙ. Алмиҙеү тик тәңкәләрҙән генә торған, бөгөн тоталар ҙа мәрйендән эшләйҙәр. Күптәр белмәйҙер ҙә, бындай осраҡта рәхим итеп килһендәр, өйрәтербеҙ. Күлдәктәр менән дә шул уҡ хәл. Ҡатлы итәктәр ҡуйып тегеү генә башҡортлоҡто белдермәй, уның да үҙ нескәлектәре етерлек.
Ысынлап та, һәр ауылда Шәмсиә Мофаззалова кеүек башҡорт инәйҙәре бар саҡта уларҙан биҙәүестәр эшләү, тегеү серҙәренә өйрәнеп ҡалыу зарур. Шул саҡта ғына тағып йөрөгән һаҡал, ҡашмауҙарыбыҙ дөрөҫ итеп халҡыбыҙҙың үткәнен һөйләр, киләсәк быуынға изге ҡомартҡы булып күсер.