“Урал батыр” менән “Манас” осрашҡанда03.06.2016
Өфөлә V Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһы бара. Кисә “Евразияның интеграция процесы юҫығында төбәк-ара бәйләнештәрҙең үҫеше” тип аталған сараның пленар ултырышы үтте. Уның эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһы сиктәрендә бик күп эшлекле осрашыуҙар, төрлө темаларға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ҡаралған. Ҡунаҡтарҙы беҙҙә иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре, айырыуса ауыл хужалығы тармағы ҡыҙыҡһындыра. Осрашыуҙа импортты алмаштырыуға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Ҡырғыҙстан Республикаһынан килгән делегация ағзалары шулай уҡ Археология һәм этнография музейында булды, “Алексеевка” совхозының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Конференция сиктәрендә туризм темаһы ла өҫтөнлөк итте. Ҡырғыҙстан Республикаһының мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Жаманкуловтың фекеренсә, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда был йәһәттән хеҙмәттәшлек итеүгә мөмкинлек бар. Киләсәктә туризм тармағы буйынса ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлөр тип күҙаллана.
(Конференциянан әҙерләнгән тулыраҡ мәҡәләне киләһе һанда уҡырһығыҙ).