Бейеүҙәребеҙ – кинола01.06.2016
Үткән айҙа Санкт-Петербургтың “Кинооко” студияһы “Бейеүҙең йәме” документаль кино проекты өсөн Өфө районындағы Зәңгәркүл буйында ҙур фильм төшөргәйне. Унда Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алтын фондындағы “Гөлнәзирә” (ҡуйыусыһы – Фәйзи Ғәскәров), “Бөрйән ҡыҙҙары” (Хашим Мостаев), “Еҙ үксә” (Риф Ғәбитов) һ.б. индерелгән.

Рәшиҙә Туйсина башҡарыуын­дағы “Заһиҙә” – фильмдың сағыу эпизоды. Танылған бейеүсенең актриса Анастасия Барашкованы башҡортса тыпырҙарға өйрәткәнен дә видеоға яҙҙырғандар. Рәшиҙә Туйсина менән Риф Ғәбитовтың башҡорт бейеү сәнғәте хаҡында фекерҙәренә айырым урын бирелгән. Фильм авторҙары шулай уҡ Учалы районына барып, һыбай оҫта йөрөүҙе, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кейемдәрен төшөрөп алған.
– Рәсәй киноһы йылында ғәскәр­ов­сылар сәнғәттең ошо төрө буйынса яңы проекттарҙа ҡат­нашып, тамашасыларҙы һөйөндө­рөүен дауам итә. “Бейеүҙең йәме” фильмын интернетта ла ҡарарға мөмкин буласаҡ, – тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат хеҙмәте.
Режиссер һәм продюсер Василий Щербенконың “Бейеүҙең йәме” кино проекты бейеү мәҙәниәтенә һәм милли кейемгә арналған. Ижади төркөм Ингушетияла, Башҡорт­останда, илебеҙҙең үҙәк өлөшөндә генә түгел, Үзбәкстанда, Әрмәнстанда ла эшләгән. “Милли бейеү һәм костюмдың матурлығы аша кешеләрҙең күңеленә үтеп инәбеҙ”, – тип һөйләй проект авторҙары. Кинотаҫма геройҙары – ингуштар, башҡорттар, әрмәндәр, үзбәктәр һәм урыҫтар.




Вернуться назад