Ошо көндәрҙә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) яңы китаптары менән таныштырыу сараһы булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференц-холына был уңайҙан күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, журналистар, әҙиптең ҡәләмдәштәре, дуҫтары, уның ижадын яратҡандар йыйылды.Әҙәбиәт йылы яҙыусы өсөн уңышлы үтте: Мәскәүҙә һәм Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның “Миссия той пассии”, “От смешного до великого”, “Камушек с дыркой” һәм “Заманына күрә көлкөһө” тигән дүрт китабы донъя күрҙе. Ижади ҡаҙаныштары өсөн авторға “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” ла тапшырылды.
Быйыл иһә Мәскәүҙә “Парламент серияһы”нда Марсель Сәлимовтың “Президентский кот” исемле китабы сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның яңы баҫмаларының исем туйҙары ҡайҙа ғына үтмәй: Мәскәү, Сочи, Ялта, Габрово, Варна, София… Ә бына Башҡортостан халҡы был ижад емештәре менән әле генә таныша алды.
Осрашыу мәлендә әҙип көнүҙәк темаға яҙылған сатирик хикәйәләрен, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, хеҙмәттәшлек иткән тәржемәселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шиғырҙарын урыҫ теленә ауҙарған профессор Марат Ямалов менән шағир Сергей Янаки Мар. Сәлимдең ижадын юғары баһаланы. Осрашыуҙа ҡатнашҡан арҙаҡлы ғалимдар Риза Мағазов, Камил Әхиәров, Ғарифулла Яппаров, Марат Абдуллин, Сабир Йыһаншин, Энгель Зәйнетдиновтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Ләлә Бейешева менән Рәшиҙә Солтанова, журналистар Сәлимйән Ғүмәров менән Алик Шакиров, яҙыусы Ринат Камал һәм башҡалар яңы китаптар тураһында йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов Мар. Сәлимдең сатира-юмор китабы тиҙ таралыуын билдәләп үтте. Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана директоры Айгөл Әминева иһә бер юлы ике ҡыуаныслы яңылыҡ әйтте: Мар. Сәлимдең “Заманына күрә көлкөһө” исемле китабы Брайль шрифты менән йыйылған һәм аудиокитап рәүешендә электрон дискка яҙҙырылған.
Осрашыу аҙағында яҙыусы-сатирик яратҡан уҡыусыларына автографлы китаптарын бүләк итте.