“Урал моңо”нда – Алтай тауышы31.05.2016
“Урал моңо”нда – Алтай тауышы ХVIII “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәр конкурс-фестивалендә Алтай Республикаһынан Добрыня Сатин еңеүсе тип табылды. Уға 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы Өфө амфитеатрында үтте.

Добрыня Сатин — танылған өзләү оҫтаһы, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестиваль, конкурстар, Алтай Республикаһы Башлығы, Хөкүмәт рәйесенең А. Калкин исемендәге премиялар лауреаты. Добрыня шулай уҡ милли музыка ҡоралдарында ла оҫта уйнай. “Урал моңо”нда ул үҙе ижад иткән “Шаман тураһында легенда”ны башҡарҙы.
— Башҡортостанға Алтай Республикаһы менән таныштырырға килдем. Бында миңә бик оҡшаны, изге күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй, — ти Добрыня. — Һеҙҙә бай тәжрибә тупланым.
Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтында танышырға мөмкин.



Вернуться назад