Йәшәгән, ти, Башҡорт киноһы...31.05.2016
Йәшәгән, ти, Башҡорт киноһы... Конгресс-холда “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале сиктәрендә Кино йылына арналған “Башҡортостан Республикаһында киноиндустрияны үҫтереү” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Унда “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, Башҡортостан Кинематографистар союзы идараһы рәйесе Фәрит Ғәбитов, ошо союздың Йәштәр үҙәге етәкселәре Айнур Асҡаров, кинематографис­тар берлегенең Йәштәр үҙәге директоры Гөлфиә Шәрипова, режиссер Булат Йосопов һәм башҡа белгестәр ҡатнашлығында Башҡорт киноһының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һөйләшеү булды.
Эйе, күптәрҙең борсолоуы урынлы: беҙ зәңгәр экрандарҙан сит ил, шул иҫәптән Америка киноларын ғына ҡарайбыҙ. Хәйер, тамашасыларға был ситтән шулай күренһә лә, “түңәрәк өҫтәл”дә тап киреһе иҫбатланды. Башҡорт кинофильмдары төшөрөлөп тора. Әммә сифатлы фильм төшөрөр өсөн республикабыҙға берәү генә булһа ла һанлы RED кинокамераһы алырға тигән тәҡдим дә ишетелде. Сифатлы, милли юҫыҡтағы кино булған осраҡта Рәсәй Хөкүмәтенең ярҙамына, йәғни Грантына, өмөт итергә лә мөмкин тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Әйткәндәй, байтаҡ ҡына фильмдар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Гранты ярҙамында төшөрөлгән дә инде.
Шуны ла өҫтәп үтеү мөһим: Башҡорт киноһын төшөргәндә ниндәй генә ҡыйын­лыҡтар тыумаһын, ул урындағы халыҡтың, аҫаба башҡорттоң ихтыяжына, мохтажлығына ярашлы булырға тейеш. “Үҙебеҙҙең халыҡ үҙебеҙҙең киноларға һыуһаған, Кино йылы мөмкинлектәрен файҙаланып һәм, ғөмүмән, беҙгә ошо мәсьәләне хәл итергә кәрәк, тип билдәләне “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар. Тимәк, үҙенең үҫеш юлында бер ни тиклем ҡыйынлыҡ кисергән Башҡорт киноһының тиҙҙән үҙ киномәктәптәре, оҫталыҡ дәрестәре майҙансығы һәм кинолабораториялары булдырылыр.
“Евразия йөрәге”нең был бүлеге “Кино төнө” менән тамамланды. Тәүгә үткәрелмәй, әлбиттә, опен-эйр форматындағы был сара. Әммә үҙенсәлекле булыуы менән күңелгә ятты ул. Кинематографияның нисек барлыҡҡа килгәнен һүрәтләгән ролик менән башланып, байрам бер-бер артлы ҡыҫҡа метражлы йәнһүрәттәр һәм фильмдар менән дауам итте.


Вернуться назад