Евразия йөрәге – Өфөлә27.05.2016
“Тормош – театр, ә кешеләр – ундағы актерҙар”, – тип әйткән Шекспир. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, сөнки театр – ысын тормоштоң көҙгөһө. Һәм, әлбиттә, сәхнәләге тормоштоң аҡлы-ҡаралы йәки йәйғор төҫтәреләй булыуы – беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙең һәм кешелектең эске донъяһының һүрәтләнеше.
Бына ошо һүрәтләнеш тураһында ентекләберәк һөйләп үтергә теләгем. Яңыраҡ Өфөлә башланған “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең беренсе сараһы яҡтылыҡҡа арналғайны. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Сәхнәнең яҡтылыҡ дизайны” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” һәм техник семинар уҙғарылды. Был сара сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм сәхнәләрҙең биҙәлешен үҙ иңе менән күтәргәндәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Дизайнерҙар, сәхнәнең биҙәлеш мөхәррирҙәре, яҡтылыҡ буйынса яуаплы рәссамдар, белгестәр, режиссерҙар, бренд-менеджерҙар һ.б. ҡатнашлығында яҡтылыҡ тәғлимәте бик тәрәндән барланды. Был семинар Рәсәйҙең Киров ҡалаһындағы “ИМЛАЙТ” компанияһы тарафынан уҙғарылды, һәм унда Мәскәүҙән, Кировтан килгән ректорҙар менән бер рәттән Давид Мисякан да, йәғни беҙ яҡшы белгән “БИ-2” төркөмөнөң яҡтылыҡ биҙәлеше рәссамы ла сығыш яһаны.
Ғөмүмән, фестиваль һуңғы йылдарҙа ҙур абруй яулай. Унда йыл һайын республика халҡының мәҙәниәтенә, классикаға һәм яңы осорға, миллилеккә битараф булмаған егерме меңләп тамашасы йыйыла. “Евразия йөрәге” бигерәк тә бик бай һәм үҙенсәлекле программаһы менән иғтибарҙы йәлеп итә.